Илгә иман илтер төҙөлөш

Йәмиғ мәсете

Йәмиғ мәсете

Баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев проспектында Рәсәйҙә иң ҙур, иң күркәм мәсеттәрҙең береһе буласаҡ яңы Йәмиғ мәсете төҙөлөшө барғанын белмәгәндәр бөгөн һирәктер. Әлбиттә, бындай мөһабәт мәсетте төҙөү еңел-елпе эш түгел, уны бер нисә көндә генә ҡойоп ултыртыу мөмкин булмаған хәл. Мәсет төҙөлөшө былтырҙан барһа ла, эштәрҙең иге-сиге юҡ кеүек. Ни тиһәң дә, ул Рәсәй кимәлендә иң ҡиммәтле һәм иң күләмле проекттарҙың береһе.

Бер миллиард ярым һумға баҫасаҡ (56 миллион доллар тирәһе) мәсеттең ҡоролма проекты “Башкиргражданпроект” институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты менән берлектә эшләнгән. Төҙөлөш проекты Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән килтерелгән документтарға таянып әҙерләнгән. Йәғни ғәрәп илдәренең мәсеттәр төҙөү буйынса быуаттар дауамында тупланған ҙур тәжрибәһе ошо мәсет төҙөлөшөндә ҡулланыласаҡ. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы мәғлүмәттәренән мәсеттең дөйөм майҙаны ете мең квадрат метр тәшкил итәсәге билдәле. Ғибәҙәт ҡылыу залына ике меңгә яҡын кеше һыясаҡ. Мәсет көмбәҙенең киңлеге 34 метр, манараларының бейеклеге 71 метр буласаҡ. Ул заманса техника, һауаны сафландырғыс кондиционерҙар, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында видеокүҙәтеү һәм янғынға ҡаршы ҡоролмалар менән йыһазландырыласаҡ.

Эйе, был мәсет Рәсәйҙә генә түгел, донъяла мосолман мәҙәниәтенең иң күркәм өлгөләренең береһенә әйләнер тип көтөлә. Әммә былар әлегә ҡағыҙ битендә генә. Киләсәктә изге йорт биҙәйәсәк урында бөгөн төҙөлөш эштәре ҡайнай. Төҙөлөш барышы менән яҡындан танышыу маҡсатында урынға юлландыҡ. Беҙҙең менән әңгәмәләшергә форсат тапҡан төҙөүселәр, үҙҙәре әйтмешләй, “Башнефтезаводстрой” ойошмаһының Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәйгә билдәле данлы 10-сы төҙөлөш идаралығынан ине. Тап улар мәсеттең нигеҙе өсөн яуаплы, фундамент ултыртыу, бетон ҡойоу һәм арматуралау, монолит эштәре менән шөғөлләнә. Ҡалған эштәр “Жилстройкомплектснаб” ойошмаһы төҙөүселәре иңендә.

- Иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләйбеҙ. Былтырғы сентябрҙән алып ошо төҙөлөштәбеҙ. Бөгөнгө көндә етәүбеҙ, яҡын арала өҫтәмә көс аласаҡбыҙ - 20-25 кеше буласаҡбыҙ. Әле свай ҡағыу эштәре менән мәшғүлбеҙ, - тип һөйләне 10-сы төҙөлөш идаралығы мастеры Рәмил Мәрүәнов.

Уның һүҙҙәре буйынса, бөгөн мәсет нигеҙе 50-55 процентҡа әҙер. Башҡа йүнәлештә лә күп эштәр башҡарыла. Мәсет бит тик бинанан ғына тормай, унда һыуы ла, уты ла булырға тейеш. Шулай уҡ, проект буйынса, уның янында һыу ятҡылыҡтары, фонтандар һәм ял итеү урындары булған парк төҙөләсәк. Тупраҡ ташыусы йөк машиналары, төҙөлөштә ҡайнаған бихисап төҙөүселәр ҙә ошоно дәлилләй кеүек.

Баш ҡалабыҙҙы биҙәп ултырасаҡ изге йортҡа ингән һәр кеше күңелендә иман нуры ла алып сығасаҡ. Ошо төҙөлөш үҙе үк йәмғиәтебеҙгә иман ҡайтыуына ишара түгелме? Алла бойорһа, был мәсеттә лә йәштәр никах уҡытыр, сабыйҙарға исем ҡушырҙар, доға ҡылырҙар...

Башҡортостан Республикаһы Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин әйтеүенсә, һуңғы ваҡыт беҙҙә халыҡтың дингә иғтибары артты, республиканың төрлө төбәктәрендә хәйриә ярҙамы менән мәсеттәр төҙөлә. Был барыбыҙҙы ла шатландыра, әлбиттә. Әммә шуны ла онотмаҫҡа кәрәк, мәсет төҙөү айырым ойошманың йә кешенең генә шәхси эше түгел, ә бар халыҡ яуаплылығында. “Күмәкләгән яу ҡайтарған” тигән бит боронғолар. Әгәр һәр беребеҙ был эшкә үҙенең кескәй генә булһа ла ярҙамын индерһә, тиҙ арала мәсетебеҙҙе асыу тантанаһын күрергә насип булыр.

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
«Башҡортостан» Гәзите

Мәсет төҙөлөшөнә аҡса күсереү өсөн банкылағы реквизиттар:

ООО ПКФ “Жилстройкомплектснаб”
ИНН 0275037943
р/с 40702810506000103705
в Башкирском ОСБ № 8598,
к/с 30101810300000000601
БИК 048073601