Офоҡтары киң уның

— Мәрхәбән бик, йә Башҡортостан! — Траптан төшөп, ергә аяҡ баҫҡас та шулай тип шыбырланы башына аҡ яулыҡ бөркәнгән йәш ҡыҙҙың ирендәре. — Һаумы, ғәзиз ерем, туған тупрағым! — Әле балалыҡтан да сығып өлгөрмәгән үҫмерҙең hағыш тулы тауышы, алhыуланып янған сикәләр буйлап йүгергән күҙ йәштәренә быуылып, өҙөлөп ҡалды.

Бер нисә сәғәт элек алыҫ Иордания ерендә тыуған Башҡортостанына ҡайтыр сәғәттәрҙе hанап, яҡындары менән күрешер минуттарҙы көтә ине ҡыҙ, бына, ниhайәт, ул бәхетле миҙгел… Ҡайhылай ҙа хозур, йәнгә яҡын икән тыуып-үҫкән яҡтар! Сәстәрҙе hыйпап үткән ел дә наҙлыраҡ, ҡояш та эҫе сүл ҡояшылай өтмәй, тындарҙы иркенәйтеп ебәрер hауаhы hулап туймаҫлыҡ! Аэлита, бер генә мәл үҙен солғап алған хистәр ҡойононда онотолоп торҙо ла, яҡындары ҡаршыhына ашыҡты. Fәзиздәренең ҡосағында, йөрәк ярhыуын баҫыр көс тапмай, күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы…

Ата-әсәhе, Гөлназ апай менән Фидарис ағай, hеңлеhе Динә лә Аэлитаның ҡайтыр көнөн түҙемhеҙлек менән көтөп алды. Күпме йоҡоhоҙ төндәр, hағыш-борсоулы төндәр үткәрҙе бит улар. Борсолорлоҡ та шул — 15 кенә йәшлек ҡыҙ балаң ете диңгеҙ аръяғына китhен әле! Әммә ни хәл итәhең — яҙмыш йөрөтәәҙәм балаhын. Ишембай ҡалаhының 2-се hанлы Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡып йөрөгән Аэлита Минийәнова, мәктәпте тамамларға бер йыл ҡалғанда, Иорданияға уҡырға китеү теләген белдерә. — 10-сы синыфты тамамлағас, Мафрак ҡалаhының Әл әл-Бәйт университетына уҡырға китеү форсаты сыҡты, — тип хәтерләй Аэлита. — Ата-әсәйем менән кәңәшләшеп, уларҙың фатихаhын алғас, юлдаштарым менән (Башҡортостандан өсәү инек) алыҫ юлға сығырға йөрьәт иттем. Тәүге йыл университет ҡарамағындағы телде өйрәнеү үҙәгендә ныҡлап ғәрәп телен үҙләштерҙем. Fөмүмән, бында телде тәфсирләп өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйғандар ҙа, ике-өс айлыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы курстарға килеүселәр ҙә бар ине. Мин, Ишембайҙа уҡыған осорҙа уҡытыусыбыҙ Нури Әлибай улы Һөйәрғолов алып барған ғәрәп теле дәрестәренә ҙур ҡыҙыҡhыныу менән йөрөгәнлектән, телде бер аҙ белә инем, үҙәктә иhә уны камиллаштырып, барлыҡ нескәлектәрен өйрәндем. Башҡортса hөйләшер кеше булмағанлыҡтан (яҡташтарым егеттәр ине, ә унда ҡыҙҙар hәм егеттәр айырым уҡый), гел генә ғәрәпсә аралаштым, шуға ла телдең айышына тиҙ төшөндөм.

Тәүге осорҙа, әлбиттә, бик ауыр була ҡыҙға. Янында ауыҙ асып hүҙ ҡушыр яҡыны юҡ, тыуған яғын юҡhыныу, туғандарын hағыныу тойғоhо бар булмышын биләп ала. Тәүге осорҙа Гөлназ апай көн hайын шылтыратып, хәлен белешә, үҙенең йөрәккәйе hыҙылhа ла, йомшаҡ hүҙҙәре, аҡыллы кәңәштәре менән ҡыҙының рухын нығыта, көсөнә ышанысын арттыра. Яҡты маҡсаттар менән яныусы Аэлита ла hынатмай, уҡыуҙа яҡшы hөҙөмтәләргә өлгәшеп, үҙәкте ике семестр эсендә тамамлай hәм кире Башҡортостанға юллана: 11-се синыфты тамамлап, аттестат алаhы бар. Ишембайға ҡайтҡас, тиҙ арала имтихандарын тапшырып, ҡулына танытма ала hәм тағы ла Иорданияға оса. Документтарын «Fәрәп теле hәм әҙәбиәте» факультетына тапшырып, тиҙҙән Әл әл-Бәйт университеты студенткаhы булып китә hәм башкөллө серле шәреҡ донъяhына сума ҡыҙ.

— Әлбиттә, ундағы тормош беҙҙекенән ныҡ айырыла. Тәүҙә күп нәмәгә ғәжәпләнеп, хатта хайран ҡалып ҡараhам, hуңғараҡ урындағы тәртипкә, ғөрөфғәҙәттәргә күнектем. Үҙенсәлекле ил, үҙенсәлекле йолалар тиҙ арбаны мине. Иорданияла 6 миллионға яҡын кеше йәшәй, башлыса (95 проценты) — ғәрәптәр. Рәсми тел — ғәрәп теле, шулай уҡ инглиз, француз телдәренә лә өҫтөнлөк бирелә. Дәүләт ҡоролошо — конституцион монархия, ил менән король идара итә, — ти Аэлита. — Климат ҡоро hәм йылы, сөнки илдең төп территорияhын (Сәғүд Fәрәбстаны hәм Ираҡ менән сиктәш ерҙәрен) сүллек биләй. Үҙем уҡыған Мафрак ҡалаhын йәшеллеккә күмелеп ултыра, тип әйтә алмайым, ҡом да таш, шуға ла Башҡортостандың үтеп сыҡҡыhыҙ урмандарын, hутҡа тулышҡан үләнле болондарын ныҡ hағындыра ине. Fөмүмән, туған мөхиттән ситтә йәшәү еңел түгел. Каникулға ҡайтҡан hайын китаптар алып килеп, уларҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ, Интернет аша hуңғы хәбәрҙәр менән танышып барҙыҡ, шул иҫәптән «Ватандаш» журналы сайтына ла инеп, төрлө мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡhынып уҡый инек.

Иорданияла тормош кимәле лә төрлөсә: байҙар ҙа, урта хәллеләр ҙә бар. Миңә иҫ киткес зиннәтле йорттарҙа ла, өҫтәл-ултырғыстан башҡа йыhаз булмаған өйҙәрҙә лә булырға тура килде. Шуныhы: халыҡ асыҡ күңелле, ярҙамсыл, hәр ерҙә лә килгән кешене киң күңел, яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар. Ябай халыҡ та, байҙар ҙа эскерhеҙ, ҡунаҡсыл, hуңғы ризыҡтары менән бүлешергә әҙерҙәр. Әгәр, мәҫәлән, кемгәлер «Балдағың ҡайhылай матур!» — тип әйтhәң, шунда уҡ hалып, ҡулыңа тотторасаҡ, ә инде бүләктән баш тартhаң, үпкәләйәсәк, ысын күңелдән көйәләнәсәк.

Беҙҙең өсөн шәреҡ донъяhы ете шаршау артындағы йомаҡ булhа, улар өсөн дә Рәсәй аңлап та, аңлатып та бөтмәҫлек серле ил. Fөмүмән, Иорданияла сит ил кешеләренә мөнәсәбәт яҡшы. Мин иhә үҙем аралашырға тура килгән кешеләрҙең барыhына ла, шул иҫәптән бергә уҡыған Нигерия, Малайзия, Албания hәм башҡа илдәрҙән килгән ҡыҙҙарға Башҡортостан тураhында hөйләнем, сувенирҙар, открыткалар алып килдем, башҡорт балы менән hыйланым (унда Америка hәм Австралиянан килтерелгән бал ашайҙар).

Университетта уҡыу системаhы ла беҙҙекенән ныҡ айырыла. Ниндәй фәндәрҙе өйрәнеп, имтихан бирергә кәрәклеген алдан әйтәләр ҙә, hин, мөмкинлегеңә ҡарап, әҙерләнәhең. Семестр эсендә нисә имтихан тапшырыу hәр кемдең шәхси эше, иң мөhиме — уҡыу осоро тамамланғансы барлыҡ предметтарҙы ла үҙләштереү, — ти Аэлита.

Fәрәп телен хәҙер инде hыу кеүек эскән ҡыҙ ҙур теләк менән боронғо, Урта быуат ғәрәп әҙәбиәтен өйрәнә, педагогика, психология, мәғлүмәти технологиялар айышына төшөнә. Дөйөм фәндәр менән бер рәттән ике сит ил телен дә белеү мотлаҡ булғанлыҡтан, француз hәм төрөк телдәрен өйрәнә. Университет етәкселеге, башҡорт ҡыҙының тырышлығын юғары баhалап, дөйөм ятаҡ өсөн түләүгә стипендия бүлә. Бер юлы Башҡортостанда ла белемен камиллаштыра Аэлита: 1999 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Тәүҙә тарих факультетында уҡый, hуңынан башҡорт филологияhы факультетының башҡорт-ғәрәп бүлегенә күсә. Шулай итеп, йыл дауамында Әл әл-Бәйт университетында уҡыhа, каникул ваҡытында Өфөгә ҡайтып, имтихандар тапшырырға ла өлгөрә маҡсатлы ҡыҙ.

Башкөллө ғилем донъяhында ҡайнаhа ла, Аэлита байтаҡ илдәрҙә булып, төрлө ер-hыу менән дә танышырға форсат таба. Әхирәттәре - Сүриәнән Fина, Ҡытай ҡыҙы Зәйнәб, Малайзиянан Атика, Айнун, Рушада менән Иорданияны арҡырыға-буйға тиерлек әйләнеп сығалар. «Көнсығыш Помпеяhы» тип йөрөтөлгән, мәрмәр hәм граниттан төҙөлгән боронғо Джараш, Ҡыҙыл диңгеҙ ярында урынлашҡан Акаба ҡалаларын, донъялағы ете мөғжизәнең береhе hаналған Петраны күреү, Сүриә, Кипрға сәйәхәт ҡылыу — былар барыhы ла онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра уның күңелендә.

Иорданияла уҡыу осоронда Аэлита донъяға бөтөнләй икенсе ҡараш менән баға, рухи, әхлаҡи ҡиммәттәрҙең тәрбиәүи асылын аңлай, ислам шәриғәте нигеҙҙәренә ылыға. Мосолманлыҡ ҡабул иткән ҡыҙҙарҙың тәрбиәле, инсафлы булыуҙары арбай, уларҙың йөҙҙәренән ниндәйҙер яҡты нур бөркөлөүе әсир итә ҡыҙҙы. Тиҙҙән ул үҙе лә яулыҡhыҙ йөрөүҙе күҙ алдына ла килтермәй башлай, Ҡөрьәнде өйрәнә, намаҙға баҫа.

Университет йылдары, етеҙ арғымаҡтай, елдереп үтеп тә китә hәм, 2003 йылда, ҡулына диплом алып, йәш белгес Башҡортостанға ҡайта. БДУ-ла уҡыуын тамамлағандан hуң философия hәм социология факультетына «Социаль философия» белгеслеге буйынса аспирантураға уҡырға инә. Был йүнәлеште hайлауы осраҡлы булмай — ул ваҡытҡа инде Аэлита ғәрәп теленән философик характерҙағы бер нисә китап тәржемә итә. Төп иғтибарын күренекле мосолман теологы hәм философы Әбү Хәмид әл-Fазалиҙың эштәренә йүнәлтә.

— Быуаттар элек йәшәhә лә, әл-Fазалиҙың фекерҙәре бөгөн дә көнүҙәк,— ти Аэлита. — «Хакимдарға нәсихәт», «Бөйөк эштәр бизмәне» h.б. китаптар — төплө фекер, ҙур аҡыл тупланмаhы. Көнөнә яҡынса биш бит тирәhе тәржемә ҡылам, ғөмүмән, hәр даим үҙ өҫтөңдә эшләгәндә, белгәндәреңде камиллаштырып, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә ынтылғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин.

Аэлита ғәрәп яҙыусыларының әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡый, бигерәк тә Таха Хөсәйен, Хәлил Джебран, шағир әл-Мутанаббиҙы үҙ итә. Хыялы — ислам хаҡында, Көнсығыш мәҙәниәте тураhындағы заманса ғәрәп китаптарын уҡыусыға еткереү. Төп шөғөлө тәржемәсе булhа ла, Аэлита Өфө дәүләт иҡтисад hәм сервис академияhында факультативтар алып барырға ла ваҡыт таба. Киләhе йылдан был уҡыу йортонда Яҡын Көнсығыш илдәренә йүнәлтелгән «Регионоведение» белгеслеге асыласаҡ, уны тамамлаған студенттар киләсәктә дипломат, тәржемәсе булып, йәиhә илселектәрҙә эшләү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Вуз етәкселеге Аэлита Фидарис ҡыҙына лекциялар уҡыу буйынса тәҡдим яhаған да инде. Әйткәндәй, тырыш ҡыҙ әле исламда шәхес hәм йәмғиәт темаhына (исламдың социаль аспекттары хаҡында) диссертация яҙа.

Бәғзе берәүҙәр ғүмерҙәре буйына ла йырып сыға алмаҫлыҡ йөктө бер юлы, әллә ни ауырhынмай ғына атҡара Аэлита. Тәрән йөкмәткеле китаптар тәржемә итеү, студенттарға hабаҡ биреү, диссертация яҙыу… Өҫтәүенә, ул — йорт йәмен, усаҡ йылыhын hаҡлаусы ҡатын-ҡыҙ. Хәләле Айрат менән Ильяс исемле ул үҫтерәләр.

— Айрат менән БДУ-ның 5-се курсында уҡып йөрөгән ваҡытта таныштым. Яҙмышымды бары тик диндар, насар ғәҙәттәре булмаған, ислам йолаларына тоғро ир-егет менән бәйләремде алдан белә инем, тормош юлымда шундай кешене осратыуыма сикhеҙ бәхетлемен, — ти Аэлита.

— Иорданияла уҡығанда ғаиләгә, туй йолаларына ҡарата мосолман халҡының мөнәсәбәтен күреп, үҙем өсөн ниндәйҙер hығымталар яhағайным, әлбиттә. Унда, мәҫәлән, егет менән кәләш туйға тиклем аралашмай, осрашҡан хәлдә лә — бары тик ата-әсәләр рөхсәте менән генә. Ғаилә ҡорорға теләк белдергән ир-егет йорт hатып алырға, уны йыhаз, hауыт-hаба менән тултырырға, кәләшенә алтын биҙәүестәр бүләк итергә, баштан-аяҡ кейендерергә бурыслы. Ҡыҫҡаhы, ҡатын-ҡыҙ hис нәмәлә мохтажлыҡ күрергә тейеш түгел. Ниңәлер беҙҙә шәреҡ ҡатын-ҡыҙҙарына йәлләү менән ҡарайҙар, йәнәhе, уларҙың азатлығы сикле, ситлектәге ҡош хәлендә көн күрәләр. Киреhенсә, беҙҙән айырмалы рәүештә, хужабикәләр унда хатта баҙарға ла йөрөмәй, ирҙәре уларҙы ауыр күтәреүҙән ҡурсалай, ризыҡты етерлек кимәлдә үҙҙәре алып ҡайтып ҡуя. Теләге булған ҡатын-ҡыҙ эшкә йөрөй, hөнәр үҙләштерә. Гүзәл затҡа кеселекле, хөрмәтле ҡараш йәшәй унда.

Туйыбыҙҙы, үҙебеҙ теләгәнсә, ислам ҡанундарына ярашлы үткәрҙек. Мин махсус күлдәк тектерҙем, мәжлестә өҫтәлдә араҡы булманы, шулай ҙа ҡунаҡтар рәхәтләнеп күңел асты, уйындарҙа ҡатнашты, йырланы-бейене. Ҡыҫҡаhы, хәмерhеҙ ҙә бына тигән итеп туй үткәрергә була.

«Әгәр көн арауығында яңы белем үҙләштермәнең икән, тимәк, hин бер урында тапанаhың, көнөң заяға үтте, тип иҫәплә», — ти ине бер уҡытыусым. Һәр кешелә Хоҙай тарафынан ниндәйҙер hәләт hалынған. Тәбиғәт бүләк иткән булмышыңды эҙләргә, hәләтеңде үҫтерергә кәрәк. Шундай осорҙа йәшәйбеҙ — үҙеңде төрлө өлкәлә hынап ҡарау, яңы белем үҙләште реү өсөн мөмкинлектәр иҫ киткес күп. Иң мөhиме — ялҡаулыҡтан, моңhоҙлоҡтан арыныу, матур маҡсаттар ҡуйып йәшәү, бар көсөңдө шул үрҙәрҙе яулау өсөн hалыу. Күп осраҡта үҙ баhабыҙҙы белеп еткермәйбеҙ, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалабыҙ. Күңелдәребеҙҙә шиккә, ҡурҡыу-шөбhәләнеүҙәргә урын булмаҫҡа тейеш, сөнки теләге булған кеше тауҙар аҡтара ала.

…Артылыр үрҙәре бейек, ҡуйған маҡсаттары изге, уй-хыялдары яҡты алыҫ ғәрәп илдәрендә белем алған башҡорт ҡыҙының. Яҡын киләсәктә ғаиләhе менән Мафрак тарафтарына сәйәхәт ҡылып, хәтирәләр яңыртыу, яңы тәьҫораттар алыу, күңел hандығын тулыландырыу ниәте менән йәшәй ул. Вади Рам сүллегендә ҡояш байыуын күҙәтеп, кескәй улына ете ҡалҡыулыҡта урынлашҡан Амман ҡалаhы, Иордания тажының иң зиннәтле ташы — Петраның таш диуарҙары hаҡлаған серҙәр хаҡында hөйләр әле шәреҡ донъяhының йондоҙо. Мотлаҡ hөйләр. Офоҡтар киң бит ул…

Рәйлә ШӘКҮРОВА
"Ватандаш" журналы, 03/2009