Товарищ Сталин шулай хәл итте…

Тимур Мохтаров

“Берҙәм Рәсәй”ҙең, Путиндың президентлыҡҡа үҙ кандидатураһын тәҡдим итеү буйынса шатлығы тынып та, президент Медведев үҙ постынан китеп тә өлгөрмәне, беҙҙең урындағы Сталин табыныусылары, хәҙерге Рәсәй президенты башлап ебәргән десталинизация, йәнәһе, юҡҡа сыҡты тип, үсләшеп, баштарын да юғары күтәрҙеләр.

Әлбиттә, кем нисек, ләкин мин Медведев ваҡытында бер ниндәй ҙә десталинизацияны күрмәнем. Әммә тағы бер тапҡыр шуның тураһында уйландым: Рәсәйҙә йәшәгән күпме нәҫелдәштәремдең күңелендә әле һаман да, Аллаға тәғәйенләнгән урынды алып, Сталин идолы йәшәй. Беҙҙең арабыҙҙа әле һаман да “Сталин индустриализацияһын” саманан тыш маҡтаған һәм десталинизацияны ҡәһәрләгән өндәр яңғырай.

Шуға күрә 1930-1940 йылдарҙа Сталиндың тулы хакимлыҡ эпохаһы беҙҙең халыҡҡа ниндәй ҡайғылар килтергәнен иҫләтеп үтке килә.

Беренсенән, Башҡортостан Сталин хөкүмәтенең ҡыҫымы арҡаһында күпселек төп башҡорт ерҙәрен юғалтты. Мәжбүри унан тартып алынған Силәбе һәм Оренбург областарына тапшырылған территориялар тураһында һүҙ бара. Шулай итеп, Д. Валеевтың “Милли суверенитет һәм милли яңырыу” китабында, шул мәлдә Башҡортостанда хөкүмәт органдарында эшләгән, Л.Г.Галимовтың иҫтәлектәре килтерелә: “1934 йылдың башында беҙҙе 30 кешенән аша тигән составта – төрлө дәрәжәләге етәкселәрҙе ВКП(б)-ның Башҡорт обкомы беренсе секретарына Я.Б.Быкинға саҡырҙылар. Ул ҡыҫҡаса ғына, беҙҙе тетрәндергән, Арғаяш һәм Ҡонашаҡ райондарын Силәбе обласына етәкселеккә тапшырыу тураһындағы яңылыҡты хәбәр итте. Беҙҙең аптырауҙы күреп ҡалғас, күрәһең, мөмкин булған һорауҙарҙы уҙып китергә теләп, “Товарищ Сталин шулай хәл итте” тип әйтте”.

Л. Галимовтың һүҙҙәре буйынса, Силәбе өлкәһе сиктәрендә башҡорт Арғаяш округын төҙөү тураһында ВЦИК ҡарарын тормошҡа ашырырға өмөтләнгән һәм, хатта нимәлер эшләргә тырышҡан кешеләр ҙә булған. Әммә былар барыһы ла репрессия менән тамамланған. ВКП(б)-ның Силәбе обкомы Пленумдарының береһендә партия ағзаһы Яруллин, дуҫтары араһында округ тураһында һүҙ асҡаны өсөн генә, барлыҡ әңгәмәлә ҡатнашыусылар менән бергә ҡулға алынған. Улар барыһы ла хөкөм ителгән һәм төрмәнән әйләнеп ҡайтмаған1.

Ә беҙҙең хәҙерге башҡорт сталинисттарының береһе булһа ла, ниңә Ейәнсура районында Ейәнсура ауылының юҡлығы тураһында уйландымы икән? Күгәрсен ауылы яҡындағы Күгәрсен районында бар, Йылайыр ауылы Йылайыр районында – район үҙәге, ә ҡайҙа һуң Ейәнсура? Белегеҙ һуң – Ейәнсура ауылы, Башҡортостандың Ейәнсура районына күрше булған, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында табылған. Һәм тап ошо ауыл бында райцентр булған һәм уға исем биргән. 1935 йылдың мартында СССР-ҙың ЦИК ҡарары, Сталиндың хуплауы буйынса, территориаль межалау булған – райцентр менән бергә райондың бер өлөшөн яңы барлыҡҡа килгән Ырымбур обласы составына индергәндәр, ә Ейәнсура районы, башҡорттар әҙселекте тәшкил иткән, хәҙерге, Иҫәнғол ауылы үҙәге менән киҫелгән сиктә тороп ҡалған.

Икенсенән, Сталиндың ҡаршылығы арҡаһында, Башҡортостан, Татарстан кеүек үк, 1936 йылғы СССР Конституцияһынан өмөт итергә булған, СССР-ҙың союздаш республикаһы статусын ала алмаған. Уны ҡабул итеү менән, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа элекке автономиялы республикалар, союздаш республикалар булып, үҙ хоҡуҡтарын киңәйттеләр. Башҡортостан һәм Татарстандың етәкселеге яғынан был республикаларҙы союздаштарға үҙгәртеү өмөтө менән бәйле көтөүҙәр тулыһынса хаҡлы ине. 1936 йылда был милли региондарҙың партия органдары Конституцион комиссия алдында үҙҙәренең автономиялы республикаларына союздаш республика статусын биреү тураһындағы мәсьәләне күтәрҙеләр. Тик И.В. Сталин Конституцияның яңы проекты хаҡындағы үҙенең телмәрендә бына нимә тип әйткән: “Мәҫәлән, алайыҡ Башҡортостан йәки Татарстан республикаһын. Әйтәйек ти, был автономиялы республикаларҙы союздаш республикалар рәтенә күсерҙек. Улар үҙҙәренең СССР-ҙан сығыу мәсьәләһен логик һәм фактик яҡтан ҡуя алырҙар инеме? Юҡ, алмаҫтар ине. Ниңә? Сөнки улар бөтә яҡтан совет республикалары һәм областары менән уратып алынған һәм уларға, ғәмәлдә, СССР составынан сығырға урын юҡ. Шуның өсөн бындай республикаларҙы союздаш рәтенә күсереү дөрөҫ булмаҫ ине”2. Шулай итеп, Сталин, барлыҡ демагогик приемдар менән, башҡорт һәм татар халыҡтарының үҙбилдәләнеш хоҡуғының уйҙырмаға әйләнеүенә ирешкән. Ысында, СССР булған саҡта союздаш республикаларҙың береһе лә Союздан сығыу хоҡуғы менән ҡулланмаған .

Өсөнсөнән, башҡорттар Сталин репрессиялары арҡаһында барлыҡ тиерлек интеллектуаль элиталарын юғалттылар. Бына ҡайһы бер билдәле башҡорт эшмәкәрҙәренең исемдәре, уларҙың үлем язаһына санкцияны Сталин үҙе биргән: БАССР-ҙың беренсе халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтов, шағир Булат Ишемғолов, яҙыусы Дауыт Юлтый, Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының беренсе директоры Ғабдулла Амантай, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Төхвәт Йәнәби, башҡорт автономияһы өсөн хәрәкәтте башлаусы Илдархан Мутин, БАССР-ҙың Яҙыусылар Союзы рәйесе Афзал Таһиров, комдив Муса Мортазин, мәғариф наркомы Ғөбәй Дәүләтшин, ВКП(б) обкомы икенсе секретары Әхмәт Иҫәнсурин... Сталин үҙ ҡулы менән, был исемдәр булған, атыу исемлегенә ҡул ҡуйған.

Бынан һуң ошо барлыҡ кешеләр судһыҙ һәм тикшереүһеҙ атылғандар. Башҡорт эшмәкәрҙәре Сталин етәкселегендәге Политбюро хуплаған планды үтәүсе НКВД органдары тарафынан тағы ла күберәк репрессияланған. Был план, СССР региондарында ҡулға алынырға тейешле булған, “халыҡ дошмандарын”ың һан күрһәткестәрен күҙ уңында тотҡан. Тәҡдимдәр Башҡортостанда репрессияға бирелгән кешеләр һаны буйынсағы был планға Өфөлә БАССР буйынса НКВД идаралығы етәкселәре тарафынан төҙөлгән. Беҙҙә был һанға иң беренсе сиратта хөкүмәт тарафынан “буржуаз милләтселектә” ғәйепләнгән башҡорттарҙың эләгеүе тураһында башҡа килтереү ауыр түгел. Башҡортостанда репрессияға квоталар бер юлы бер нисә мең кешегә төшөрөлгән, шуға күрә, был рамкаларҙа урындағы чекистарға аҙ һанлы башҡорт элитаһының күпселеген репрессиялау уңайы килеп сыҡҡан, һәм дә залимдарҙың шәхси дошмандарына ҡаршы был квоталарҙа репрессияға урын етәрлек ҡалған.

Дүртенсенән, халыҡ буйынса иң ауыр һуғыу крәҫтиәндәрҙе юҡҡа сығарыу (кулактарҙы юҡҡа сығарыу) кампанияһына тура килгән, Сталин эпохаһының хакимлығы шунан башланып киткән. Класс булараҡ кулактарҙы юҡ итеү һәм фәҡәт колхоз производствоһына тулыһынса күсеү бурысы Сталин тарафынан 1929 йылдың 27 декабрендә ҡуйылған: “Кулактарға баҫыу – эшкә әҙерләнеү һәм кулактар буйынса һуғыу тигәнде аңлата, ләкин башҡа аяҡҡа баҫмаҫлыҡ итеп һуғыу. Был беҙҙә, большевиктарҙа, ысын һөжүм тип атала...”3. 1918-1920 йылдарҙағы антикулак акцияларынан ҡырҡа айырылған, масштабтары буйынса иҫ киткес репрессия кампанияһы башланып китә. Ул ваҡытта хәлле крәҫтиәндәрҙең “артыҡ” ерҙәрен, техникаһын, малын тартып алғандар, хәҙер иһә барлыҡ мөлкәтенә конфискация яһағандар, ә кулактарҙың үҙҙәрен алыҫ райондарға ебәргәндәр. Хатта, хәлле крәҫтиәндәрҙән урам буйында итектәрен сисеп, алмашҡа иҫкеләрҙе биреүгә барып еткән. Ҡаршылыҡ күрһәткәндәрҙе туҡмағанда, ҡайһы бер саҡтарҙа үлтереүгә тиклем барып еткән. Шулай итеп, мәҫәлән, 1930 йылда Учалы районының Баттал ауылында урамда, урындағы ярлы активистар тарафынан Әғзәм Ниғмәтуллин, үҙ балаларының күҙе алдында, туҡмалып, үлемесле яраланған. Бик йыш шәхси иҫәп-хисаптар иҫәпләшкәндәр. Архивтарҙа, асыуһыҙ уҡырға мөмкин булмаған, документтар һаҡланған. Мәҫәлән, Шишмә волосының Йәрәмәй ауылында, бәләкәй генә өйҙә йәшәгән, ат һәм һыйыры булған, куп балалы әсә Б.Муслимова кулаклаштырылған. 1930 йылдың йәйендә ауырыуы арҡыһында ул ике айға эшсе ялларға мәжбүр була. Уны ялланма хеҙмәтте эксплуатациялауҙа ғәйепләйҙәр һәм бәләкәй балалары менән бергә ҡыуып сығарғандар, ә бөтә мөлкәтен һатҡандар: өйҙө 15 һумға, амбарҙы 65 тингә, арбаны 50 тингә, юрғанды 10 тингә, 5 тауыҡты 9 тингә4.

Һөҙөмтәлә, быға тиклем булмаған иҫ китмәле емереклек һәм Башҡортостан аграр крәҫтиән йәмғиәтенең аҙғынлығы, башҡорт крәҫтиәндәренең үҙ ерҙәрендә хужанан тамам дәүләт батрагына әйләнеүе барлыҡҡа килде. Быларҙың барыһының да эҙемтәләре булды. Оҙаҡҡа ҡол ишаратына әйләнгән крәҫтиән булдыра алмай һәм элекке хеҙмәт етештереүсәнлек менән тиҙҙән эшләргә онота. Сталин дошмандарға кеүек ҡараған, йөҙ меңләп тырыш крәҫтиән хужаларын уйламайса туҙҙырып ташлап, Рәсәйҙе, өсөнсө донъя иле, "Гондурас"ҡа әйләндерә башлай.

Үрҙә әйтелгәндәргә йомғаҡ яһап, шуны әйтке килә, әгәр ҙә хәҙерге Рәсәй хөкүмәтенә, шул уҡ хоҡуҡи фекерләү кимәле менән, Сталин кеүек, экстремист һәм залим килһә, беҙҙең башҡорт сталинизм апологеттары шунда уҡ тарих дәрестәрен иҫкә төшөрөрҙәр, ләкин һуң булыр. Бындай кеше власҡа тик сираттағы ҡанлы революция һөҙөмтәһе аша ғына килә ала, унан һуң үҙ фекерен асыҡ әйтә алған, конформистик ғәҙәттәрҙе булдырмаған һәм Рәсәйҙә дини һәм этник әҙселеккә ҡараған аҡыллы кешеләргә ҡаршы ҡотолғоһоҙ террор башланасаҡ. Шундайҙарға беҙҙең “традиционалистар” һәм милләтселәр, бигерәк тә йәш мосолмандар, ҡарай. Һанап үтелгәндәрҙең барлығы тиерлек минең халҡымдың хәҙерге интеллектуаль һәм әхләҡи элитаһын тәшкил итә. Мин уларҙың көсләп ауыҙ ябыуҙарын теләмәйем. Ахыр сиктә, беҙ бөтәбеҙ ҙә башҡорттар, аҡ та, ҡыҙыл да түгелбеҙ...

 

1 Д.Ж.Валеев “Милли суверенитет һәм милли яңырыу”, 77-78 бб.

2 Сталин И. ССР Союзы Конституцияһының проекты тураһында: 25 ноябрҙың 1936 йылғы Ғәҙәттән тыш VIII Советтарҙың Бөтә союз съездындағы доклады.

3 Сталиндың 1929 йылдың 27 декабрендәге аграрсы-марксистар конференцияһындағы телмәре.

4 БР-ҙың Үҙәк дәүләт тарих архивы, Ф. 108. Оп. 2. Д. 900. Л. 21.