Әхмәтзәки Вәлиди һәм Дәрдмәнд

«Эш бөтөү менән атайым дуҫтарына һәм шәйехтәренә сәйәхәткә китә... Юлда Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Бөрйән ырыуҙарына ҡараған дуҫтарының һәм шәйехтәрҙең йәйләүҙәрендә мәжлестәр ойошторолор ине. Унда ғилми, дини, ҡайһы бер ваҡытта сәйәси мәсьәләләр хаҡында һөйләшә  торғайнылар. Кире ҡайтҡанда атайым, үҙҙәрен дастан ҡаһарманы тип иҫәпләгән Мәһәҙи һәм Әмин ауылы мосолман казактары, Түңгәүер, Тамъян һәм Ҡатай ҡәбиләләре юлы менән килеп, ундағы дуҫтары менән күрешер ине. Был сәйәхәт ай ярымға һуҙыла. Һәр йыл ҡабатланған сәйәхәттең өсөһөндә мин дә ҡатнаштым. Минең бурыс – ат менән арба бағыу. Һәр сәйәхәт фекер хаятыма йоғонто яһаны»,– тип яҙа Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең “Хәтирәләр” китабында.


Бына ошо сәйәхәттәрҙә Ә. Вәлиди атаһы менән Рәмиевтарҙың алтын приискыларында туҡтап, улар менән, бигерәк тә Мөхәммәтзакир Мөхәммәтсадиҡ улы Рәмиев – Дәрдмәнд менән, яҡындан аралашып йәшәүҙәре тураһында ла “Хәтирәләр”ендә бәйән итә.
1906 йылдың октябрь айынан Фәтих Кәрим етәкселегендә “Ваҡыт” гәзите, шу лай уҡ башҡорт ғалимы, Рәсәй мосолмандары ҡазыйы Ризаитдин бин Фәх ретдин етәкселегендә Ырымбур ҡалаһында алтын хужалары Рәмиевтарҙың көсө менән барлыҡҡа килгән шул уҡ “Ваҡыт” гәзите матбағаһында 1907 йылдың декабрь айынан “Шура” журналы нәшер ителә башлай.
Атаһы Әхмәтшаһтың яҡын дуҫы ҡазый Ризаитдин хәҙрәттең ойоштороу һәләтенә эйә булыуын һәм уның Рәмиевтар тарафынан төҙөлгән бер ҡатлы йортта йәшәгәнлеге, шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди “Хәтирәләр”ендә был затҡа үҙенең уҡырға, бигерәк тә урыҫса өйрәнеү теләге барлығы тураһында һөй ләшеп ултырыуҙарын яҙғас: «Мин “Шура” журналын нәшер итеүселәрҙән шағир Закир Рәмиев менән дә өйөнә барып күрештем. Был зат менән 1906 йылда Троицкиға китеп барышлай Ирәндектауҙарының көнсығышындағы Солтан тип йөрө төлгән алтын рудниктарында атайым менән бергә барып танышҡайным. Шиғырҙары бик гүзәл, үҙе сығатай әҙәбиәтен бик яҡшы белә ине. Ырымбурға килгән йылда «Шура» жур на лының тышында Алишер Навоиҙың “Тәңре, мин ғашиҡ булғанлыҡтан, яратҡан һылыуҙың сәстәрен дә уның үҙе буйлыҡ итеп яратҡан” мәғәнәһендәге ике мысраһы (шиғыр юлы – И.Ғ.) (был, асылда, XIV быуат Алтын Урҙа шағиры Хәрәзмиҙең шиғыры булһа кәрәк) дүрт мысра итеп бик гүзәл ысулда нәшер ителде. Мин Закир бейгә был өҙөктөң бик матур булыуын әйттем һәм Навоиҙың хә теремдә ҡалған бәғзе башҡа шиғырҙарын яттан һөйләнем. Ул был шиғырҙарҙы шунда уҡ дәфтәренә яҙып алды. Әйткәндәй, ша ғирҙың «сит илдә инсан һөйөнмәҫ, ҡул көсөнөң дә, ғалимлығының да шәф ҡәтенән хәйер күрмәҫ, алтын ситлек эсендә матур гөл үҫһә лә, былбыл иһә дегәнәк араһында ла оя ҡора алмаҫ» мәғәнәһендәге шиғыры миңә бик оҡшай ине. Закир Рәмиев шиғырҙың минең хәлемә тап килеүен һис шикһеҙ аңланы. Мин уға Ҡазанға китәсәгемде һәм унда урыҫ теле мөғәллиме әҙерләү мәктәбенә инеп уҡырға ниәтләүемде һөйләнем, ул да быны хупланы. Аҡса яғынан хәлемдең хөрт булыуын аңлатып торманым. Шулай ҙа ул «Ваҡыт» гәзите идараһындағы Ярулла Вәлиев тигән мөхәррирҙе күрергә кәңәш итте. Ул иһә иртәгәһенә миңә Закир бай исеменән 50 һум аҡса бирҙе. Закир бай бик самими һөйләште. Ул минән, Навои әҫәрҙәрен ҡайҙа уҡының, тип һораны. Мин иһә «Диван»дың атайымда һәм Алағуянда Ҡасҡынбайҙарҙа, ташҡа баҫылған “Хәмсә”һенең Һайран ауылындағы Бикбулат хәҙрәттә булыуын һөйләнем. «Тимәк, Закир бай ул ваҡыт Навоиҙың «Хәмсә»һе менән «Диван»ын күрмәгән әле, “Мөһәкәмә”һен генә уҡыған”, – тип яҙып, М.З. Рәмиевты ихтирамлы, алдан күрә белеүсе, иғтибарлы, ярҙамсыл һәм абруйға лайыҡ кеше булараҡ һүрәтләй.
Ошо осрашыуҙан һуң күп йылдар үтә...
Ә. Вәлиди күп ерҙәрҙә йөрөп төрки ғилем эстәй һәм ғилми китаптар яҙа, уны төрки халыҡтар араһында ғына түгел, ә бик күп урыҫ зыялылары араһындағы ғалимдар ҙа ихтирам итә. Бигерәк тә төрки халыҡтар тарихына бәйле ғилми хеҙмәттәре менән төрөк ғалимдары ғына түгел, ә башҡа халыҡтар араһындағы тарихи хеҙмәттәре менән дан ҡаҙанған ғалимдар ҙа ҡыҙыҡһына башлай.
1917 йыл... Һуңынан «Бөйөк Октябрь инҡилабы» тип аталасаҡ халыҡ күтәрелеше хөкөм һөрә. Инҡилап алтын хужалары Рәмиевтар өсөн оло ҡара ҡайғыға әүерелә. Совет хөкүмәтенә лә, аҡтарға-ҡыҙылдарға һәм башҡа хакимлыҡ итергә те ләүселәргә лә алтын кәрәк. Кемдәргә биргәндәрен дә иҫәпләмәй улар, алтындарын таратып бөтөрәләр. Һуңынан: «Күрәһең, Аллаһы Тәғәлә шулай ҡуш ҡандыр», – тип әйтерҙәр улар.
1917 йыл аҙағында Ырымбур ҡалаһында Бөтә башҡорт ҡоролтайы уҙғарыла. Бында Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендә мөстәҡил Башҡорт Мөхтәриәте (Иреклелеге – И.Ғ.) иғлан ителә. Ҡоролтай ҡарары менән Мөхтәриәт биләмәләренә ингән ер өҫтө һәм ер аҫты байлыҡтары уның милке тип яҙыла. Рәмиевтарҙың алтын сығарыу шахталары һәм приискылары ошо тарихи башҡорт сиктәренә инә.
Бик күп йылдар элек 2-се Бөрйән улыҫы Муллаҡай ауылында Шәйех Ғабдулла бин Сәид әл-Болғари әл-Бөрйәни әл-Һаҡмари ишан Нурмөхәмәтов мөдир булған мәҙрәсәлә уҡыған ваҡытта, шағир-сәсәндәрҙең бәйгеләрен тыңларға яратҡан һәм шул ваҡытта шиғриәткә ғашиҡ булған һәм, һуңғараҡ Төркиәгә барып, 1880-1881 йылдарҙа Истамбулда иҫәп-хисап, иҡтисад фәнен һәм төрөк телен, әҙә биәтен, көнсығыш шағирҙарының дастандарын өйрәнеп ҡайтҡан Мө хәммәт за кир Рәмиев үҙенең шиғырҙары менән халыҡ ихтирамын яулай. Ул «Дәрдмәнд» (ғажиз, бисара, ҡайғылы – И.Ғ.) тахаллусында яҙа һәм шиғырҙарындаүҙенең тыуып үҫкән башҡорт ерҙәренең гүзәллегенә һоҡланып туя алмай, уны данлай, уның менән ғорурлана. Тәбиғәттең барса нескәлектәрен, ҡоштар һайрауын, сыл тырап аҡҡан шишмә тауыштарын, тауҙарҙың, туғайҙарҙың да матурлығын көй-моңға һалырлыҡ итеп еткерә ул халыҡҡа.
Бында “Хәтирәләр”ҙә зикер ителгән шәхестәр араһында булған сәйәси низағты ла яҙып үтергә булдым.
...Инҡилап осоронда була был бәхәс.
«Башҡорт» исемле гәзит сығара башланыҡ. Уның тәүге һанындағы имзаһыҙ мәҡәләне мин яҙҙым. Был мәҡәләлә башҡорттарҙың Төркөстан менән Волга араһында күпер ролен уйнаясағы хаҡында әйттем, Башҡортостандың мөхтәриәткә ирешеүе был маҡсатҡа ҡаршы сыҡҡан ҡазандарҙың да, аҙаҡҡы сиктә, Рәсәйҙең көнсығышында ҡупҡан бөйөк азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылыуына сәбәп буласаҡ, тип яҙҙым.
...Мөхәррирҙәрҙең береһе был гәзиттә (23 майҙа) “башҡорт” тигән һүҙҙән баш тартып, башҡорттарға ла татар исемен мәжбүри рәүештә тағырға кәрәк, мәғәнәһендә мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. Был иһә беҙҙең юлыбыҙға урыҫтар ғына түгел, үҙ арабыҙҙан да ҡаршы сығыусылар буласағын, улар менән көрәштә күп ҡеүәт һәм ваҡыт сарыф итергә мәжбүр буласағыбыҙҙы күрһәткән йән әсеүле хәлдәрҙең береһе ине», – тип яҙа Ә. Вәлиди Туған.
Ун ике йыл үткәс, Закир Рәмиев менән күҙмә-күҙ осрашып һөйләшеүҙәре хаҡында иҫләп, Зәки Вәлиди бына нимәләр яҙа: “Был килгәнемдә көнсығыш төрөктәрҙең мәшһүр ғалимы Ризаитдин Фәхретдин һәм уларҙың бөйөк шағиры Закир Рәмиев менән ике тапҡыр күрештем. Ризаитдин (Риза) ҡазый, беҙҙең эшебеҙгә уңыш теләп, һәр саҡ доға ҡылып тороуын, улдарының беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүенә ҡәнәғәт булыуын һөйләне...
...Шулай уҡ яңғыҙ, үҙе бер өйҙә йәшәгән элекке миллионер шағир Закир Рәмиевты ла Ырымбурға ошо килгәндәме, әллә йәйен икенсе тапҡыр килгәнендәме барып күрҙем. Был зат сығатай шағиры Алишер Навоиға ғашиҡ ине. Ун ике йыл элек Навоиҙың мин уға яттан һөйләп биргән шиғырҙарына оҡшатып шиғыр яҙыуын һөйләне. Ауырыу хәлдә диванда ятҡанда баш аҫтына һалған мендәре лә яҡшынан түгел ине. Байлығын юғалтыуға ҡайғырмауын, әммә милләтенең яҙмышы хаҡында борсолоуын әйтте. Орск ҡалаһында йәшәне. Хушлашып сығыр алдынан Алишер Навоиҙың бер шиғырын хәтерләнем, тигәс, Ә. Вәлиди шиғырҙы сығатай телендә килтерә, (быныһын яҙып тормайым – И.Ғ.) һәм, мәғәнәһе: «Үлемдән дә ауыр тормошомдо алаһыңмы? Ҡайғымдан һәм ауыр кисерештәрем арҡаһында аҡҡан күҙ йәштәремде алаһыңмы? Юҡһа, таш өҫтөнә һалған хәсрәтле башымды алаһыңмы?» Ысынлап та, шағирҙың баш аҫ тындағы мендәре таш кеүек ине. Риза ҡазыйға бер миҡдар ҡағыҙ һәм алтын аҡса биреүемде, әгәр рөхсәт итһә, уға ла ярҙам итергә теләүемде әйттем», – тип та мамлай һүҙен ғалим. Был осрашыу уларҙың һуңғы мәртәбә күрешеүҙәре була.
Ике шәхес... Икеһенең дә ике төрлө яҙмыш. Ләкин уларҙың икеһенең дә яҙмышы башҡорт халҡы менән тығыҙ бәйле.
«Хәтирәләр»енең тәүге биттәрендә: “Уралда һәм Урта Азияла ошо (XX –И.Ғ.) быуат башында булған бөйөк сәйәси хәрәкәттәрҙә ҡатнашасағым, төрөк мил лә тенең киң ҡатламдарының азатлыҡ өсөн көрәше менән етәкселек итәсәгем (был ки тапта һүҙ шул саҡта барасаҡ), шәреҡте өйрәнеү фәне буйынса халыҡ-ара ки мәл дә һүҙ әйтәсәк шәхес буласағым тормошомдоң башланған осоронда бер нисек тә алдан күреп белерлек хәл түгел ине”– тип яҙа Ә. Вәлиди Туған үҙе тураһында.
Башҡорт йөмһүриәтен төҙөгән беренсе юлбашсы, халҡының һәм төрки халыҡ тарҙың даһи шәхесе, даны бөтә донъяға таралған шәрҡиәт ғалимы, Европа һәм Азияның байтаҡ университеттарының ихтирамлы докторы, Истамбул, Бонн, Геттинген университеттары профессоры булараҡ беләбеҙ бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди Туғанды.
Заманында совет шымсыларына уны – “халыҡ дошманы”н күргән ерҙә үк хөкөмһөҙ, тәфтишһеҙ атып үлтереү йөкмәтелә. Вафатынан һуң бик күп йылдар үт кәс тә уның өҫтөнән сүп өйөүсе көнсөл, әшәке дошмандар етерлек. Хәҙер инде, имеш, ул “Германия шымсыһы” булған икән дә баһа, тип күрһәтергә, халыҡҡа ет керергә тырышалар, Аллаһ һаҡлаһын.
Ғайса ғәләйһиссәләм донъяға килмәҫ элек, боронғо ғалимдар башҡорт халҡы тураһында бик күп мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған. Бына ошо халыҡтың ябай ғына урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуып, башҡорттоң милләт булараҡ һа ман да юҡҡа сыҡмағанлығын күрһәтеүсе, донъя кимәленә лә күтәреүсе ға лим, хал ҡының тоғро улы ул Зәки Вәлиди. Әлхәмдулилләһ, был кеше милләтен дә, илен дә, телен дә, хатта динен дә һатманы, халҡының даһи улы булараҡ, донъя кимәленә күтәрелде һәм халҡын да таныттырҙы, күтәрҙе. Ғүмеренең һуңғы сәғәттәрендә лә тыуған ауылын, Урал тауҙарын, ҡурай моңдарын һағыныуын балаларына һөйләй торған булған.
Тормош юлдашы Нәзмиә ханым Әхмәтзәкигә: “Хәҙер ауылыңа ҡайтһаң, ни эшләр инең?” – тигәс, ул оҙаҡ уйламай ғына: “Балалар уҡытыр инем”, – тип яуап биргән һәм ошо һүҙҙәре менән, оло йәштәге ғалим булыуына ҡарамаҫтан, һаман да үҙенең туған башҡорт халҡына хеҙмәт итергә әҙер булыуын белдергән.
1970 йыдың 26 июлендә, үҙе нигеҙ һалған Башҡортостан йөмһүриәтенә ҡайта алмай, сит кеше булһа ла, үҙ итеп ҡабул иткән мәмләкәттә вафат булып ҡала данлыҡлы юлбашсыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Ике көн үткәс, уның ру хына бағышлап Баязит Жәми мәсетендә йыназа намаҙы уҡыла. Күп йылдар үҙе эшләгән университеттағы матәмдән һуң, уны Стамбулдың Карача Әхмәд зыяратында ерләйҙәр.
Ниһайәт, XX быуат аҙағында ғына, вафатынан 30 йыл үткәс кенә, ҡайта ул үҙенең тыуып үҫеп, дан ҡаҙанған иленә, Әлхәмдүлилләһ.
Рәмиевтарға нәҫел исемен биргән Рәмиҙең тамырҙары тарихи башҡорт ерҙәре биләмәһенә ҡараған Миңзәлә өйәҙендәге байлар ырыуы башҡорто Биксура хан нигеҙ һалған Тайһуйған ауылынан таралған. Татарҙармы улар, башҡортлоғон онотҡан башҡорттармы – уныһы Аллаһ Тәғәләгә мәғлүм. Ошо рисаләнең мөәллифенә архивтарҙа ултырып Закир Рәмиевтың “татармын” тигән шиғырын уҡырға насип булманы. Күреүебеҙсә, был – бармаҡ менән һауа тишеп яҙған Салауат батырҙы ла, инҡилапҡаса ғилми хеҙмәттәре, әҫәрҙәре ме нән дан ҡаҙанған мәшһүр башҡорттарҙы ла татар тип әйтергә тырышҡан милләтселәр уйҙырмаһы.
Башҡорт ауылы Тайһуйғандан бөгөнгө Башҡортостан йөмһүриәтенә ҡараған Стәрлетамаҡ өйәҙе Ағиҙел йылғаһы туғайында ултырған Ергән ауылына күсеп киләләр М. Рәмиевтың ата-бабалары. Ошо ерлектә тыуған Мөхәммәтзакирға өс йәш була. 1862 йылда ғаиләләре менән Үрге Яйыҡ өйә ҙен дәге Юлыҡ ауылына күсеп килгәндәр. Бында ла уларҙың ғаиләһе башҡорттар араһында йәшәй, улар менән эшләй. Башҡорт ерҙәрендә сығарған алтын уларҙы Рәсәйҙең иң бай миллионерҙары рәтенә күтәрә. Шул уҡ ваҡытта улар алтын сығарған утар һәм ауылдарҙа мәсет, мәҙрәсәләр төҙөткәндәр. Мәҙрәсәлә дәрес биргән мөҙәрис-хәлфәләргә эш хаҡы түләп торғандар. Бында күпселектә башҡорт балалары ғилем алып, һуңынан имам, мөҙәрис, мәзин булып кит кән дәр, ахун, шәйех дәрәжәһенә еткәндәр ҙә бар, шағир-сәсәндәр ҙә булғылаған. Янғындан һуң, 1911 йылда ҡайтанан Рәмиевтар тарафынан тө ҙөл гән, ҡасандыр үҙҙәре уҡып ғилем эстәгән Муллаҡай ауылы (хәҙерге Бай маҡ мөҙафәтендәге) мөдире Шәйех Ғабдулла бин Сәйед ишан булған мәҙрәсәлә йыл һайын уҡып сыҡҡан шәкерттәрҙең һаны 400-гә еткән. Үҙҙәре үҫкән Үрге Яйыҡ өйәҙе Юлыҡ ауылы мәҙрәсәһендә йыл һайын 60-ҡа яҡын шәкерт ғилем алып сыҡҡан. Былар – иң-иңдәре, ә күпме бәләкәй мәҙрәсәләрҙә һәм мәсет-мәҙрәсәләрҙә Рә миевтар иғәнәһенә уҡып сыҡҡан шәкерттәр... Теүәл генә әйтеүе еңел түгел.
Ғөмүмән, Урал аръяғында башҡорт зыялыларының үҫеп сығыуында аталы-уллы Рәмиевтарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Башҡорт, татар яҙыусыларының шиғырҙарын, әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыу мәсьәләһе күтәрелә килә. Ләкин батша хөкүмәте быға ҡәтғи ҡаршылыҡ күрһәтә. Ырымбурҙа матбаға булдырыу өсөн Закир Рәмиев ун йылға яҡын ғүмерен ви ләйәт һәм хөкүмәт тупһаһын тапап уҙғара. Моратына ирешә: уның тырышлығы менән төрки халыҡтар араһында уртаҡ тел булған сығатай телендә әүәл “Ваҡыт” гәзите, һуңынан “Шура” журналы нәшер ителә башлай. Бында, башлыса, баш ҡорт ерҙәрендә тыуып, ата-әсәләре тамырында башҡорт ҡаны аҡҡан ҡатнаш ҡанлы татарҙар, үҙҙәренең башҡортлоғон йәшермәгән Риза ҡазый Фәхретдин, Мәжит Ғафури, Һаҡмари, Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Шәйехзада Бабич һәм баш ҡаларҙың әҫәрҙәре нәшер ителә. Мөхәммәтзакир Рәмиев – Дәрдмәнд тә үҙенең шиғырҙарын баҫтыра торған була. Әлбиттә, уның шиғырҙарының йәмғеһе мең юл дан артыҡ түгел, ҡайҙа ул иллегә яҡын шахта һәм приискыларҙа алтын сығарыуҙы ойошторған шәхескә шиғыр яҙырлыҡ ваҡыт? Мөхәммәтзакир ғү меренең күп өлөшө, бигерәк тә ағаһы Мөхәммәтшакир 1912 йылда поезда китеп барғанда, Мәскәүгә етмәҫ элек, фажиғәле рәүештә вафат булғас, Ырымбур, Орск ҡалалары һәм Үрге Яйыҡ өйәҙҙәрендә урынлашҡан прииск эштәрен яйға һа лыу ниәте менән юлда уҙа. Ниндәй генә яҡшы ат булһа ла, юл йөрөүҙәр аҙна-айҙарға һуҙыла торған булған. Был саҡта ҡайҙа ул шиғыр яҙыу ҡайғыһы?
Бармаҡ менән һауа тишеп, Дәрдмәндтең шиғырҙары бихисап булған, тигән ке шегә, ялғансы тип әйтһәм, яңылышмам. Милләт рухын күтәрәйем әле, бул маһа ла яҙайым, ышанһындар, тип яҙғандар юҡ түгел, бар. Ундайҙарҙан Алла һаҡ лаһын. Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡайыҡ!
Дәрдмәндтең үҙенең туған башҡорт тәбиғәтенә хас шиғырын бөгөнгө телгә ауҙарып, уҡыусыларға тәҡдим итәм:
Һеңеп ергә, менеп елгә, булып быу,
Ағып кисмәктәлер гөрләп ағын һыу.
Ағас, таштар тынып, тауҙар ҙа тыңлар,
Менеп таштан, осоп ташҡа, төшөп һыу.
Аға гөрләп, аға зарлап ағын һыу,
Китә йомғаҡланып-йомғаҡланып был.
Ҡасан, балҡып, йыһанға тулды яҡты,
Килеп, нур ағылған тауҙарҙы баҡты, –
Аяныс, нур күҙ йәшен гәлсәргә оҡшатты,
Кереп буяуға, ал ҡанға буянды.
Ишет төндәрҙә былбыл һайрауын,
Уның да ҡарасы залим яҡты йәнен.
Осоп, сүлдәр кисеп, тауҙар ашып,
Килеп төшкән микән, башҡай аҙашып?
Ят илдең ят итеп яҡты ҡояшын,
Ҡамышлы һыуҙарын, ҡырсынлы ташын.
Тауыштар сыңрауын ул саф һауала,
Һағыштар яңғыратып иркен далала,
Алыҫ диңгеҙҙә ул ҡыштар кисергән,
Сит илдәрҙән ят-сит моңдар килтергән.

Илдә граждандар һуғышы бара, төрлө ауырыуҙар көсәйә... 1921 йылдың 9 октябрендә Мөхәммәтзакир Мөхәммәтсадиҡ улы Рәмиев – Дәрдмәнд Орск ҡалаһында ҡара һарҡау йоғоп, ошо ауырыуҙан һауыға алмайынса донъя ҡуя. Уны Ильяс ауылы ҡәберлегендә дәфен ҡылалар. Бында ла уға һәм уның эргәһендә ятҡан мәрхүмдәргә тынғы бирмәйҙәр. Күп йылдар үткәс, Ырымбур өлкәһе Ильяс ауылы ҡәберлеге өҫтөнә хәрби завод төҙөп ултыртып ҡуялар.
Башҡорт халҡына хеҙмәт иткән, иғәнәсе булараҡ дан ҡаҙанған, мәҙәниәт, зыялылыҡты үҫтергән, шиғырҙарында үҙенең тыуып үҫкән башҡорт ерҙәренең матурлығын данлап яҙған заттарҙы беҙҙең, башҡорттарҙың, оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Үҙ дәүерҙәрендәге башҡорт халҡының тормошон, йәшәйешен әҫәрҙәрендә дөрөҫ һәм хаҡ тасуирлап яҙған граф Лев Толстой менән Александр Пушкин һымаҡтар беҙҙеке булған шикелле, Мөхәммәтзакир Рәмиев – Дәрдмәнд кеүектәр ҙә үҙебеҙҙеке. Баш ҡор тостандағы улар йәшәгән, улар эшләгән, улар төҙөткән биналарҙы йүнәтеп, тәртипкә кил тереп, хөрмәт таҡтаташтары ҡуяйыҡ. Урамдарыбыҙға уларҙың исемен бирәйек. Улар быға лайыҡ, тип тамамлайым рисаләмде, амин.

Ғариф хәҙрәт ҒАБДРАХМАНОВ.
Сибай ҡалаһы.