Һеҙҙең Сталин

Ҡайһы бер йәш башҡорт зыялылыры һуңғы ваҡытта, тарих дәрестәрен онотоп, Сталинды һәм сталинизмды маҡтарға тотондолар. Бер-береһе артынан Интернет сайтарында төрлө мәҡәләләр яҙа. Сталиндың тыуған көнөнә арнап, уның ҡанлы енәйәттәрен аҡлап, халҡыбыҙҙы аптыратып яталар. Шуларҙың уйҙырмаларына яуап биреп,  "Йәшлек" гәзитенең биттәрендә былтырғы мәҡәләне күсереп, уларға уҡыттырғым килә...

 

Һеҙҙең Сталин

Илдар ТУЙМАҠАЕВ

Өфө ҡалаһы

 

Сталинды үтә ныҡ ҙурлау китте, быларға ышанырғамы, юҡмы – һәр кешенең үҙенән тора. Ә бына ябай күҙгә күренгән нәмәләрҙән уның ниндәй кеше икәнен төҫмөрләп була. Мәҫәлән, уның портреттарын тотоп эргәһенән үтеүҙе рөхсәт итеүенән үҙ-үҙен ысынлап бөйөк даһи иҫәпләгәне күренә, медицинала был психик ауырыу – паранойя тип атала. Йәки үҙе тере ваҡытта исемен йөрөткән Сталинград ҡалаһы ул әҙәмдең аҡыл яғы сәләмәт түгел икәнен һөйләй түгелме? 1927 йылда Иосиф консультация өсөн мейе буйынса донъяла иң алдынғы һаналған академик Бехтеревҡа мөрәжәғәт иткән. Академик уға «паранойя» диагнозы ҡуйғандан һуң, икенсе көнөндә үк үҙен ағыулап үлтергәндәр. 
1932 – 1933 йылдарҙа Украинала һәм Волга буйында биш млн кеше аслыҡтан үлде, ә шул уҡ саҡта сит илгә күпләп иген һатылды – былар тураһында юлбашсы белмәгән, тип һөйләйҙәр ҙә ул. Әлләсе, телефон, радио, телеграф, почта, тимер юлы, доносчиктар ул ваҡытта яҡшы эшләгән.
Белеүебеҙсә, Сталин бәләкәй генә буйлы була, үҙенең ҡиәфәтенән бик оялғаны күренә. Сөнки Бөтә Политбюро бәләкәй буйлыларҙан йыйылған. Тимәк, Иосиф Виссарионович үҙенән оҙонораҡ буйлыларҙы һәм, ғөмүмән, үҙенән нимә менәндер өҫтөнөрәк булған кешеләрҙе күрә алмаған. Шулай булғас, үҙ ҡулы менән кешеләрҙе атырға ҡул ҡуйыуы тураһында һөйләүҙәре дөрөҫ. Һәҙиә Дәүләтшинаның аяныслы яҙмышы хәтеребеҙҙә.
Үткән быуаттың 70-се йылдарында илебеҙҙә сталинизмдың йоғонтоһо яҡшы һиҙелә ине әле. «Социалистик Урал» тигән ҙур күргәҙмәлә рәссам Әхмәт Лотфуллиндың эштәрен күреп һоҡланғайныҡ, икенсе көндө тағы барһаҡ, бер нисә эше урынында юҡ. Баҡтиһәң, обкомдан функционерҙар килеп, авторҙың тетмәһен теткән: ҡара күҙлек кейгән әбей портретын күргәс, рәссамға, һин ни эшләп беҙҙең илгә ҡара күҙлек аша ҡарайһың, тип бәйләнеп, уны күргәҙмәнән алдыртҡандар. Икенсе портреттағы ҡаҡса ғына ҡыҙ портретын, ни өсөн ул ябыҡ, әллә беҙҙең илдә ашарға аҙыҡ юҡ, тип әйтергә теләйһеңме, тип алдырғандар. Институтта бер рәссам уҡыта ине, үтә коммунист булып ҡыланды, органдар менән бәйләнеше булып, Әхмәт Лотфуллинды эҙәрлекләүҙә әүҙем ҡатнашыусы шымсы ине. Ошо әҙәмгә еп иләүселәргә бағышланған эскизымды күрһәткәйнем: «һин нимә бында спекулянттарҙы төшөрәһең? Сталевар һыу эскән дә, ауыҙын еңе менән һөртөп тора – бына шундай картина эшлә,»– тигәс, институтты ташланым.
Һәр доктрина – фашизм, большевизм, христиандарҙың, ниндәйҙер ғәрәптәрҙең идеологиялары – кешене тар ғына кәртәгә индерергә тырыша, ә унда һыймағандар дошманға әүерелә, уларҙы үлтереү демагогик һүҙҙәр менән аҡлана. Иосиф халыҡтың мең йыл буйы хыялланып килгән һәм, ниһайәт, тормошҡа ашҡан аллаһы, идолы, большевизмдың иң сағыу ағзаһы булғанлыҡтан, бүтән ҡарашлы кешеләрҙе ҡырыуҙы үҙенең төп бурысы итеп һанаған, тиһәң, хата булмаҫ.
Хәҙерге көндә лә шул әҙәмдең көслө йоғонтоһо аҫтында йәшәйбеҙ: большевизм дәүеренән үк показухаға, ике йөҙлөлөккә, алдашыуға, припискаларға, ялағайлыҡҡа өйрәнгән элекке комсомол, партия ағзалары баҙар иҡтисадын ҡот осҡос нәмәгә әйләндерҙе. Һәр бер Рәсәй кешеһендә бәләкәй генә сталин ултыра: бөгөн иртәнсәк урамдан китеп барғанда бер мужиктың бәйһеҙ эте көтмәгәндә миңә өрә башланы. «Тешләмәҫкә һүҙ бирҙеме?» – тигән ғәҙел һорауға хужаһы ҡолаҡҡа ятмаған һүҙҙәр ишеттерҙе. Ғәйепһеҙ кешеләрҙе ғәйепле итеү – хәҙерге көнгә тиклем йәшәп килгән сталинизм ҡалдығы. Урамдарҙы, юлдарҙы тултырған машиналарҙың руле артында ултырған сталинистар юл хәрәкәтен тамуҡҡа әйләндермәнеме? Америка Президенты менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп була, ә беҙҙең бәләкәй генә бөрсә-начальник ябай кешеләрҙе һанға һуҡмай маташа.
Немец фашистарын Сталин еңде, тип иҫәпләргә күндергәйнеләр. Юлбашсы, асыҡ итеп әйтмәһә лә, һуғышты бик теләне – еңгәндән һуң генералиссимус исемен алып, үҙен тағы ла бейегерәк күтәргеһе килде. Ә СССР-ҙың еңәсәген ул алдан күрҙе: миллионлаған кешене ҡорбан итергә әҙер ине. Үҙе генә данлыҡлы булыр өсөн алдан уҡ талантлы офицерҙарҙы үлтертте. Фашистар баш күтәрә башлағас та уларҙы юҡ итеп булыр ине, ә ул, киреһенсә, килешеү төҙөнө. Германия менән фашистик Италия уртаһында ятҡан Швейцария һуғышта ҡатнашмаҫ өсөн ниндәйҙер юлдарын тапты һәм халҡын, иҡтисадын һаҡлап ҡалды – еңеү бына шулай булырға тейеш ул. Гитлер ҡулы аҫтында 7 млн немец үлде, ә Иосиф етәкселегендә – 27 млн совет кешеһе – кем фашисыраҡ?
Бала саҡта, 50-се йылдарҙа, ауыл халҡы үтә ярлы йәшәне: һалам менән ҡапланған мунса ҙурлыҡ ҡына йорттар, медпункт, телефон юҡ, бәләкәй генә магазиндың кәштәләре ярым буш, уныһында ла таш кеүек ҡатҡан, кәрәсин, кер һабыны еҫе аңҡып торған перәник, бер-береһенә йәбешеп-уҡмашып бөткән карамель йә сей ҡара икмәк. Көнкүреш тауарҙарынан – кәрәсин, кер һабыны, резина калуш, берәй арзан туҡыма. Радиорепродуктор йә май шәм килһә, талашып алып бөтәләр ине, һирәк-һаяҡ уйынсыҡтар ҙа булғыланы. Ашау яғы шул икмәк тә ҡайһы ваҡыт картуф, ҡыҫҡаһы, үтә маҡтаныусан илдең сверхдержава түгел икәнен елкәм менән тойҙом. Шул йылдарҙа әсәйемдең, радионан ағылған маҡтансыҡ: «Яҡшы тормош киләсәк, һәр кеше бәхетле буласаҡ», – тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, «-асаҡ, -әсәк», тип йыш ҡына күңелһеҙ үсекләп мығырлағаны иҫтә ҡалған.
Сталин иҡтисадты күтәрҙе, тип маҡтайбыҙ – ниндәй ысул менән эшләнгәнен беләбеҙ инде – кешеләрҙе ғаиләһенән айырып, мылтыҡ көбәге аҫтында ас, яланғас, бер ниндәй эш хаҡыһыҙ, хоҡуҡһыҙ, медицина ярҙамыһыҙ. Ундай ысул менән күтәрелгән иҡтисадтың оҙаҡ йәшәй алмаҫын белгеһе килмәне. 90-сы йылдарҙа Иосиф етәкселегендә аяҡҡа баҫтырылған совет иҡтисады селпәрәмә килде, ул ваҡыттағы дефициттарҙы, оҙон-оҙон сираттарҙы иҫкә төшөрәйек.
Бушлай медицина, белем биреү тураһында хыялланабыҙ, тик ундай хәлдәр ярлы илдә генә була. Бай илдәрҙең үҙҙәренең граждандарына яҡшы белем алыуға һәм дауаланыуға аҡсалата ярҙам биреү мөмкинлеге бар. Ә беҙ берәй табипҡа инер өсөн ауылдан район үҙәгенә килеп, унда кешеләрҙең талашҡанын күҙәтеп, сәғәттәр буйы сиратта тора инек, оноттоғоҙ ҙамы? Хәҙер ҙә шул большевизм системаһынан ҡалған мәктәп һәм медицина. Уҡыу йорттары түләүле булып китте, кешеләр хәләл көсө менән тапҡан, ауыҙынан тартып алған һуңғы аҡсаһын кеҫәһенән алып бирә, ә хөкүмәттән бының өсөн льготаһыҙ аҡса алып булмай, алһаң да, проценты үтә күп. Беҙҙең илдә белем биреү иң юғары кимәлдә, тип һаман да маҡтанабыҙ, ә үҙебеҙ автомобилдән алып һеперткегә тиклем сит илдән һатып алабыҙ. Большевизм идеологияһынан һаман да сыға алмаған сәнғәт кешеләре кино төшөрә белмәй. Театрҙы, эстраданы, беҙҙең интеллект кимәле бик түбән икәнен белмәһендәр, тиһәк, бүтән илдәргә күрһәтмәҫкә ине.
Иосифҡа, ярлы ғаиләлә тыуғанлыҡтан, йәштән үк ҡара эшкә егелергә тура килгән, тиҙәр. Тик фәҡирлек, ҡара эш кешене мотлаҡ яҡшы булырға өйрәтмәй бит әле, ә ҡайһы берәүҙәрҙе уғрылыҡҡа этәрә. «Таҙа эш» башҡарған интеллигенттарҙы юҡ иткәндән һуң ниндәй йәмғиәттә йәшәүебеҙҙе көн һайын тиерлек татыйбыҙ: транспортта ҡатын-ҡыҙҙар баҫып тора, иҫерек, маңҡаһына ҡатҡан, төкөрөнөп-һүгенешеп ултырған ир йораттары, Шариковтар нәҫеле, урын бирергә башына ла килмәй, намыҫың ҡуҙғалып береһен ултыртһаң, аптырашып, оҙаҡ итеп һиңә текләп баралар. Сталин, Брежнев вариҫтары, илебеҙ китеп бара шулай.

 

"Йәшлек" гәзите