Башҡорт йыйындары

Илгенәмде әйтәйем… 

Ғәйрәте ташҡан дошмандан
Барыһы ла көслө ине
Төлкө кәпәс, еҙ үксә
Егеттәрем ҡайҙа һеҙ?

Ырыуымдың ҡор башы –
Аҡһаҡалдар ҡайҙа һеҙ?
Батырҙарҙың әсәһе –
Ил инәһе ҡайҙа һеҙ?

Эһей…
Илемдә бөгөн яуҙа юҡ,
Арыҫландай егеттәр
Хәмер эсеп ҡырыла.
Оҙон сәсле ҡыҙҙарым
Салбар кейеп, сәс киҫеп
Малай булып ҡылана.
 

Ил генәмде әйтәйем,
Ер генәмдән ҡот китте.
Һауала осор ҡош бөттө,
Эшһеҙ тормаҫ халҡыма
Эшләр өсөн эше юҡ,
Ҡашығында ашы юҡ.
Үҙ ҡанынан баш тартты
Балаһында эше юҡ.

Эһей…
Ырыу башҡа, ҡор башҡа
Кем һуң беҙгә юл башлар?
Ил генәмде яҡлайыҡ,
Тел генәмде һаҡлайыҡ,
Күҙегеҙҙе асығыҙ,
Ғәмһеҙ йоҡлап ятмайыҡ!

(“Салауат йыйыны - 2004” сәсәндәр бәйгеһе лауреаты Вәсилә Садыкова, Әбйәлил районы)

Был ҡобайырҙың көйө бик боронғо, әммә йөкмәткеһе яғынан актуаль. Һүҙем әлеге заманға бошоноп, илебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыусы, ябай халыҡтың йәшәйешен, һулышын белеп тороусо сәсәндәр (сәйәсмән сәсәндәр ) һәм иле өсөн янып-көйгән кешеләр тураһында.

Данлы башҡорт улы - милли ҡаһарманыбыҙ Салауат Юлай улы бына шундайҙарҙан булған...
Халыҡ бына ошондай батырҙарын үҙ ваҡытында танып, ҡәҙерен белергә тейеш, яҡларға һәм һаҡларға тейеш.

Барыһы хаҡында уйлап, аҡһаҡалдар менән кәңәшләшеп “Салауат йыйыны”н уйлап сығарғанда, Салауат кеүек батыр рухлы, сәсән телле, иле, теле, халҡы өсөн янып торған йәштәрҙе үҫтереү маҡсаты менән йыйындың төп бәйгеләре “Салауат йыйыны батыры”, “Сая ҡыҙҙар”, сәсәндәр ярыштарын һәм тарихи-этнографик театрлаштырылған тамашаны билдәләнек.

Әммә һуңғы йылдарҙа Йыйынды уйын формаһында ғына күреүселәр ишәйә төштө. Башҡа мероприятиялар-һабантуй менән бутайҙар. Күптәре уның йылда үткәрелеүенә (бигерәк тә башҡа милләттәр үҙҙәренә имеш иғтибар юҡ тип ғауға ҡуптарыусылар) лә “борсола”.

Уйлап ҡарағыҙ әле, һәр халыҡтың да батыры юҡ бит ул. Башҡорт халҡы- ул батыр рухлы, азатлыҡ-ирек һөйөүсән. Шуның өсөн дә ул үҙҙәренең батырҙарының, эпостарының(“Урал батыр”ҙы ғына алайыҡ!) күплеге менән башҡа халыҡтан ҡырҡа айырыла һәм үҙенең донъяла боронғо халыҡ икәнлеген шуның менән дә иҫбатлай. Ниндәй халыҡтың шәжәрәһе бар? Бына был да беҙҙең ошо ерҙәрҙә борондан йәшәүебеҙ хаҡында…

Йыйын юҡҡа ғына Салауат исемен йөрөтмәй.

Әйҙәгеҙ бер-аҙ күҙ һалығыҙ ниндәй башҡорт йыйындары булған. Был хаҡта күренекле ғалим, академик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты , аҡһаҡалыбыҙ Салауат рухлы Әхмәт ағай Сөләймәновтың ғилми күҙәтеүен уҡып сығайыҡ.

БАШҠОРТ ЙЫЙЫНДАРЫ

Борон-борондан башҡорттарҙың милли гимны иҫәпләнгән мәшһүр «Урал» йырын йырсылар, йыраусылар

«Арал диңгеҙенән Алтайғаса
Йәйрәп ята башҡорттоң далаһы.
Йырҙарың күп һинең моңдарың күп,
Әйҙә, йырла башҡорттоң балаһы»

тигән һүҙҙәрҙән башлар булғандар. Ысынлап та башҡорттоң йырҙары күп, биләгән биләмәһе тап шулай киң булған. Ғәрәп хәлифәте илсеһе Әхмәт ибн-Фаҙландың башҡорттарҙы 922 йылда башлап Арал диңгеҙе буйында осратыуы ла, Алтай – Иртыш яҡтарында Башҡорт йылғаһы, Башҡорт далаһы тигән топонимик атамалар һаҡланып ҡалыуы ла - шуға дәлил.

Яҙын — яҙлауға, йәйен — йәйләүгә, көҙөн — көҙләүгә, унан кире күсә-күсә, даими ҡышлар урынға, ыҙмаға, ҡайтып, малды ҡураға индереп, тибенләрлеген тибендә тотоп, һунар итеп йәшәгән бабаларыбыҙға:

“Хаҡ тәғәләнең ҡөҙрәте шундайҙыр:
Бер алты айҙы ҡыш иткән,
Бер алты айҙы йәй иткән”, —

тип, йылды ике миҙгелгә бүлеү ифрат та ҡулайлы булған. Улар өсөн алты айлыҡ йәй миҙгеле, асылда, яңы йылдан — Науруздан башланған.

Алтышар айлыҡ ике миҙгелдән торған йыл тәүлегенә һәм халыҡтың кәсебенә ярашлы йола байрамдары хасил булған. Улар шулай сиратлашҡан: яңы йыл тыуыуын көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә (22-23 мартта) Науруз байрамы менән билдәләгәндән һуң, яҙ килеүгә — Ҡарға бутҡаһы, Иртә яҙ (уны ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ һәм бәғзе башҡорттар Ҡымыҙ морондоҡ тип атар булған) , кәкүк килеүгә –Кәкүк сәйе, Ҡуҙғалаҡ байрамы; яҙғы эштәр тамамланыуға — Май сәйе, Уйын тауына сығыу (Хозурға сығыу, Сәхрәгә сығыу, Теләк салыу) йола байрамдары атҡарылған. Шунан Ат аяғы ҡыҙҙырыу көнө, Һабантуй, Йыйын; көн оҙайыуҙан туҡтағас — Йәйге Нардуған йәки Ҡояш байрамы (25 июнь – 5 июль); көҙөн — Сөмбәлә, Әбейҙәр сыуағы; ҡыш үҙ көсөнә ингәс — Ҡаҙ өмәһе, Һуғым байрамы (Ит тәме әйтеү); көн ҡыҫҡарыуҙан туҡтағас — Ҡышҡы Нардуған (25 декабрҙән 5 февралгәсә), артабан февраль ахыры — март баштарында — Сөрән (Һөрән), Кесе йыл, Оло йыл, Баш итенә саҡырышыу (Һуғым башын ашау) байрамдары үткәрелә. Уларҙың күпселеге милли ерлектә тыуһа, ҡайһы берәүҙәре йә төрки ҡәрҙәштәребеҙ, йә фин-уғыр һәм фарсы телле ҡәүемдәр менән уртаҡ.

Миҙгел байрамдарынан тыш, башҡорттарҙың ижтимағи тормошонда борон-борондан йыйындар мөһим роль уйнаған. Ауыл (ара, кесе ырыу, аймаҡ) кимәлендә генә үткәреләме, ырыу, ҡәбилә, дөйөм халыҡ вәкилдәре кимәлендә ойоштороламы, улар башҡорт йәмғиәтендә һәр мөһим эште, килеп тыуған мәсьәләне (яу сабыу, яу ҡайтарыу, ханға, батшаға, башҡа хакимдарға вәкил, ғарызнамә һ.б. ебәреүҙе) хәл иткәндә, уртаҡ фекер, ҡараш, ҡарарға, артабан бер төптән ҡуҙғалып, килешеп эшләү өсөн, йыйын йыйыр булғандар.

1915 йылда “Вестник Оренбургского учебного округа” тигән баҫмала Б.Зорин тигән берәү “Башҡорт байрамы йыйын” тигән мәҡәлә баҫтыра. Ул шулай башланып китә: “Йыйын, башҡорттарҙың йәйге байрамы, ғәҙәттә, ураҡҡа төшөрҙән алда үткәрелә һәм бындай байрамдар “15 майҙан 10-15-се июлгәсә һуҙыла”.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”енән иһә шул мәғлүм:”Апрелдең беренсе яртыһында—татар ауылдарында сиратлап... һабан туйы..., май аҙаҡтарында башҡорт ауылдарына йыйын байрамдары...” уҙғарылыр булған. Йәш сағында ул үҙе шул ике байрамда ла ҡатнашып йөрөгән .
Зорин билдәләүенсә, йыйын – башҡорттарҙың иң яратҡан байрамы. Ул хатта йот йылы ла үткәрелә...Бер аҙнанан йыйын тигәндә, ҡыҙ-ҡырҡын, бисә-сәсә, әбей-һәбей – бөтәһе лә тырышып-тырышып, булған ғына йорт йыһазын, кейем-һалымын, ҡашыҡ-аяғын таҙарта: йыуырлығын йыуа, йышырлығын йыша, мөрйәләрен ағарта.

Силәбе, Ҡурған тарафтарында тамыр йәйгән башҡорттар йыйынды “майҙан”, көньяҡтағылар “бәйге” тип йөрөткән. Ҡайһы берҙә бындай атамалар урынына ҡайҙа барыуҙы аңлатҡан исемдәр генә ҡулланылған (Көнгәккә сығыу, Мәсемгә сығыу, Аҡбейеккә барыу).
Ырыу-ара йыйындар ҡайҙа үткәрелһә, шул урындың исеме менән аталған. Зәйнулла йыйыны, Аҡтүбә йыйыны, Ишембай йыйыны, Һәүнәк йыйыны, Бәйембәт йыйыны, Сарышйыйын, Барҙайыйын кеүектәре ана шундайҙар рәтенә инә. Һәүнәк йыйыны, мәҫәлән, Көньяҡ Уралдағы күркәм Һәүнәк ташында үткәрелер булған. Уны, нигеҙҙә, шул тирәлә йәшәгән Тамьян, Түңгәүер, Бөрйән, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуҙары бергәләп, Барҙайыйынды хәҙерге Пермь крайының Барҙа ауылында Ғәйнә ырыуы башҡорттары йыйыр булған.

Киреһенсә лә булғылаған: йыйындарҙың даны урын исеменә лә күскеләгән. Дыуан, Һарт, Тырнаҡлы, Мырҙалар тигән ырыуҙар һәм уларҙың күрше-күләне йыйын үткәрә торған тау аҙаҡ Хөкөм тауы тип йөрөтөлә башлаған. Бөрйәндә Аҫҡар-Исламбай яғындағы бер тауҙың — Әңгәмә тауы, Ҡотан ауылына яҡын бер түбәнең Туйбағы тип аталышы ла йыйынға бәйле. Был турала ошо атамалар менән бәйле топонимик риүәйәттәр бәйән итә. Башҡорт фольклорының башҡа жанрҙарыда ла, атап әйткәндә, “Сыңғыҙнәма”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Бабсаҡ менән Күсәк”, “Ҡараһаҡал”, “Юлай менән Салауат”, “Байыҡ Айҙар сәсән” ише эпик ҡомартҡыларыбыҙҙа, “Икенсе әрме” тигән йыр-риүәйәттә һәм ырыу шәжәрәләрендә лә йыйындар сағылыш тапҡан.

Йыйындарҙың ырыу, дөйөм халыҡ исеменән үткәрелгәндәре йыш ҡына ырыу-ара, хатта халыҡ-ара йыйын төҫөн алыр булған. Атайсал, Айҙаболан йыйынына, мәҫәлән, Ете ырыу береге (Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Түңгәүер, Юрматы, Тамьян, Ҡатай, Үҫәргән тигән ырыуҙар) йыйын йыйған. Зәйнулла йыйыны ла шундай типтағы байрам булған. Аҡтүбә байрамында ҡаҙаҡтар ҙа ҡатнашҡан.

“Йыйын” һүҙе урынына борон монгол теленән төркигә күскән “ҡоролтай” һүҙен дә ҡулланғандар. Халыҡ яҙмышы өсөн үтә мөһим хәл килеп тыуһа, мәленә ҡарап тормай, һундар заманынан уҡ төркиҙәр, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, уларҙан тыш хазарҙар, бәшнәк-печенег, уғыҙҙар ҙа мотлаҡ рәүештә ҡоролтай йыйыр булған.

XVI быуат уртаһында рус батшаһы Иван IV-нең саҡырыуы буйынса, Мәскәү дәүләте менән Тарихи Башҡортостандың берләшеүе хаҡында ҡарар ҡабул иткәндә лә, башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын, динен, йолаларын таныуы хаҡында Аҡ бей батшаның “жалованная грамота”һын алып ҡайтыу уңайы менән дә ҡоролтайҙар үткәрелгән. Рәсәй менән Тарихи Башҡортостандың шул документтар ярҙамында нығытылған договорлы мөнәсәбәте батша властары тарафынан бер яҡлы боҙола башлағас, шул мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеүҙе талап итеп, ихтилалдарға күтәрелер булғанда ла, 1917 йылда Февраль, Октябрь революцияларынан һуң, Рәсәй составында Башҡортостан тигән беренсе автономияны иғлан итеү өсөн дә башҡорттар ҡоролтай үткәргән.

СССР тигән Оло Ватаныбыҙҙа ХХ быуаттың һуңғы осоронда “перестройка” тигән яман аты сыҡҡан яңы түңкәрелеш дәүерендә ил-көн, милләт яҙмышын, артабан китер юлды тикшереү маҡсатында, башҡорттарҙың “Урал” милли-ижтимағи үҙәге (етәкселәре Рәшит Шәкүров, Марат Ҡолшәрипов) ҡоролтайҙар традицияһын яңынан тергеҙҙе. 1995 һәм 2002 йылдрҙа рәсми рәүештә I, II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелде.

Бағышлау йыйындары

Элек-электән халыҡ календарында сағылмаған, тимәк, боронғо аң менән бәйләнмәгән, берәмек йыйындар ҙа үткәрелер булған. Уларҙың берәүҙәре күренекле ваҡиғаларға, икенселәре мәшһүр шәхестәрҙең тыуған көнөнә, юбилейына бағышлана. “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосында әйтелеүенсә, илгә яфа һалған януарҙың башына еткән Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы батыры Бабсаҡ бей хөрмәтенә Мәсем хан йыйын үткәрә.

Аҡ бей батшаға Ете (дүрт) ырыу береге исеменән сәйәхәт ҡылып, “жалованная грамота” алып ҡайтҡан Бикбау кенәз (Үҫәргәндән), Ҡара Ҡужаҡ кенәз (Ҡыпсаҡтан), Иҫке бей (Бөрйәндән) инеүселәр Атайсалда, Юрматы ырыуы бейе Тәтегәс үҙ биләмәһендә ана шундай йыйын ҡорған. Халыҡ телендә “Губернатор йыйыны” тип нарыҡланған 1912 йылғы оло йыйын Беренсе Ватан һуғышының 100 йыллығы уңайы менән үткәрелә.

XX быуат ахырында XXI быуат башында ла бағышлау йыйындары үткәреү традицияһы ла яңынан тергеҙелде. Йомабай йыйыны, Ишмулла йыйыны ана шундайҙарҙан ине. Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор белгесе Гөлгөнә Баймурзинаның әүҙемлеге менән, атап әйткәндә милли батырыбыҙ, сәсән һәм полководец Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға, иш янына ҡуш булып, Республикабыҙҙа тағы бер йыйын донъяға килде. Ул ошо бөйөк шәхесебеҙҙең исемен йөрөтә. 2004 йылдың 20 июлендә Республикабыҙ Президенты М. Ғ. Рәхимов ҡул ҡуйған Указға (№ УП – 399) ярашлы “Салауат йыйыны” тип аталған был фольклор байрамы Башҡортостанда йылда ла үткәрелә башланы.

Тәүге ике йыйын батыр сәрдар-сәсәндең тыуған ерендә, уның исемен йөрөткән Салауат районында, 2006, 2007, йылдағылары ул яу менән үткән төбәктәрҙә, Балтас һәм Саҡмағош райондары ерендә, уҙғарылды. Уларҙа Респубикабыҙ етәкселәре әүҙем ҡатнашты. Йыйын ҡунаҡтары (ә улар Республикабыҙҙан ғына түгел, күрше өлкә һәм республикаларҙан, Мәскәүҙән, хатта сит илдән дә килә) байрамды бай йөкмәткеле һәм күркәм итеп үткәргәндәре өсөн, уларға һәм урындағы етәкселәргә, байрамды ойоштороусыларға, изге теләкле алғыштар әйтә-әйтә, оло рәхмәттәрен белдерҙеләр. Ысынлап та, бындай алғыш һәм рәхмәт һүҙҙәренә сәбәптәр етерлек булды.
Ҡәҙимге “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә (ара, аймаҡ) байрамдары”нда һәм миҙгел байрамдарында тупланған тәжрибәнән тыш, “Салауат йыйыны” өр яңы саралар, традицион, әммә хаҡһыҙ рәүештә онотолғандарын тергеҙеү иҫәбенә формаһы йәһәтенән дә, йөкмәткеһе яғынан да ҡабатланмаҫ байрамға әүрелде.

Сәсән-сәрдар Салауат Юлаевтың легендар образын кәүҙәләндереүсе һәм байрамдың үҙген билдәләүсе асыҡ театралләштерелгән күренеш, “Тирмәләр конкурсы”, “Салауат йыйыны батыры”, “Сая ҡыҙҙар”. Йыйындың иң эре блоктарын хасил итеүсе был сараларҙың һәр береһе әллә нисәмә фольклор жанрын, этнографик күренештәрҙе берләштереп, үҙҙәре үк башҡа-башҡа үткәрелгән үҙаллы йыйын хасил иткәндәй булды. Аттарға атланып, уҡ һаҙаҡтар менән ҡоралланған азатлыҡ яугирҙарын эйәртеп, аҫтындағы арғымағын үрәпсетеп, тамашасылар алдындағы аҡланға килеп сыҡҡан Салауат бер үк ваҡытта яу башлығы сәрдәарҙы ла, яуға әйҙәүсе сәсәнде лә кәүҙәләндерҙе. Крәҫтиән батшаһы Бүгәсәү менән, ҡосаҡлашып, сәләмләшеүе һәм бер ҡатарҙан майҙан аша үтеүе башҡорт менән урыҫтың ирек яуында нығытылған дуҫлығын һынландырҙы. Һөйгәне менән Салауаттың осрашыуы сәрҙар-сәсәндең “Зөләйха, һин Ергә төшкән хур ҡыҙы” тигәнен хәтергә төшөрҙө. Ҡыҫҡаһы ижади төркөм тарафынан һәр өнөнә, ым-ишараһына тиклем уйланылған театралләшерелгән күренеш йылда ла тамашасыны берсә ҡыуандырҙы, берсә һайтты, берсә уйландырҙы, берсә һағыш утына һалды. Салауат төйәген алынған тупраҡ һуңғыһын көсәйтеүгә айырыуса көслө сәбәпсе булды. Күптәрҙең, күҙҙәренә йәш эркелеүе, ирекһеҙҙән, ҡулдарына ҡулъяулыҡ алыуы шул турала һөйләне лә инде. Тотош алғанда ошо күренештәр барыһы бергә Салауат Юлаевтың образын баҙыҡ итеп асыуға булышты.

“Сая ҡыҙҙар” блогы йырға ла, бейеүгә лә әүәҫ, кәрәк икән ҡурайҙы ла гөжләтер, уҡ-йәйә менән оҫта эш итеп, йылғыр аттарҙа йәнфарман елеүсе йәп-йәш ҡыҙҙар иһә, “Йәнтүрә хикәйәһе”ндә һүрәтләнгәненсә, ир-атты көнләштермәле батырлыҡтар күрһәткән, “Ирәмәле” йырында әйтелгәненсә:

Һауаларҙа осҡан ҡарлуғастың
Ҡанат осҡайҙары ҡара икән.
Илкәйенә дошман баҫҡан саҡта,
Кем генә һуң өйҙә ҡала икән? –

тип, ире менән ат ҡушарлап яуға киткән исеме мәғлүм булмаған, әммә илһөйәрлектәре менән дан ҡаҙанған ҡыйыу ике ҡатынишеләрҙе кәүҙәләндәергәндәй тойолдо.

“Салауат йыйыны батыры” титулы өсөн барған ярыш та ҡатнашыусыларҙан, “егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәлдең хаҡлы икәнен ғәмәлдә иҫбатлауҙы талап итә. Яңылыҡ булыуына ҡарамаҫтан был ярышта егеттәр әлегә һынатырға тырышманылар: берсә милли музыка ҡорамалдарында уйнап, берсә бил һынашып-көрәшеп, берсә, бейеп, берсә йырлап, берсә һөңгө һелтәп, үҙҙәрәренең потенциаль мөмкинлектәренә имтихан тотоп, шул мәҡәлдә әйтелгән талапҡа төкмә-төк тап килеүҙәрен раҫланылар.

Һәр райондың тирмәһе бай йәйләүҙе хәтерләтте. Уларҙың эске һәм тышҡы биҙәлеше, кәсеп төрҙәренең күрһәтелеше лә, хужаларының, ҡапҡа тышына сығып, ҡунаҡ ҡаршылау рәүеше лә, кейемдәре, йыр-моңо уҡ, район исемдәре яҙылмаған сүрәттә лә, милли фольклор һәм этнография хаҡында әҙме-күпме хәбәрдар булыусығларға теге йә был тирмәнең ҡайһы төбәктән, ниндәй этник төркөм кешеләре тарафына әҙерләнгәнен танытыр булды.

“Салауат йыйны” тағы бер яңылыҡҡа сәбәпсе булды. Борон-борондан йыйындаҙа сәсән һүҙенә ныҡ иғтибар иткәндәр. Улар яңғыҙар ҙа сығыш яһағандар. Әйтешкә лә сыҡҡандар.Үҙ-ара ғына түгел, йыйынға ҡунаҡ итеп саҡырылған ҡаҙаҡ аҡындары менән дә әйтешкәндәр. “Салауат йыйыны” ошо традицияны яңынан тергеҙҙе. Тик был тәңгәлдә эшләйһе эштәр алда әле. Ни тимә, яңыны булдырыу менән онотолғанды яңыртыу еңелдән түгел. Әммә сәсәндәр бәйгеһе лә киләсәктә иғтибар үҙәгендә булыр тигән өмөт бар.

Әлеге көндә Республикабыҙ кимәлендә ойошторолған иң ҙур йыйын булараҡ “Салауат йыйыны” һәр кемгә һәр төрлө һөнәр буйынса көс һынашырға форсат бирә. Әләгәсә төрлө ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны дүрт меңләп булыуы ла, йыйынға илле меңләп кеше йыйылыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.

“Салауат йыйыны” – һис һүҙһеҙ ял һәм кәйеф күтәреү сараһы. Әммә уның тәрбиәүи, эстетик, танып белеү һәм сәйәси әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ. Ул хаҡыбыҙҙа ил берлеге, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо, ижадҡа ынтылыш тойғоһо тәрбиәләй. Тарихыбыҙ, этнографиябыҙ, тыуған еребеҙ хаҡындағы мәғлүмәтебеҙҙе тулылындырырға форсат бирә. Дуҫтарҙы яҡынайта, таныштарҙы дуҫлаштыра, яңы таныштар табырға булыша. Уллылар килен күҙләй. Йәштәр күҙ атыша, таныша, аҙаҡ килеп ҡауыша.

Тик әлеге йылдарҙы “Ғаилә йылы”, “Ғаиләне социаль яҡлау йылы”, “Әсәләр йылы” йә башҡаса атамайыҡмы, “демография! демография!” тип яр һалмайбыҙмы, стаистика мәсьәләнең был яғы менән ҡыҙыһынмай. Ә шула ҙа кәрәк ине...

“Салауат йыйыны – 2008” сәрдар-сәсән Салауат батырҙың исемен алған матур ҡалабыҙҙа ойошторолдо. Йылдың-йылы Республикабыҙҙың барлыҡ халҡы тарафынан көтөп алынған был байрам Салауат исеме менән бәйле яңы ерҙә өр яңыса балҡыр, тағы ла күркәмерәк һәм ылыҡтырғыс булыр тигән өмөт бар. Амин, шулай була күрһен!(Ә.С.)

Теманы дауам итеп, шуны әйтәһе килә 2009 йылдың 12-се июндә батырыбыҙ Салауат Юлай улы тыуыуына 255-йыл айҡанлы йыйынды Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә үткәреү тураһында Указ сыҡты…

Ҡала шарттарында йыйындың ҡото китә… Әммә беҙ күп милләтле ҡала халҡы өсөн батырыбыҙ рухына Башҡорт байрамы- “Салауат йыйынын” үткәрергә тейешбеҙ.

Байрамдар хаҡында шуны әйтергә була, бигерәк ишәйеп, бер-береһен ҡабатлағандары күп булып китте, мәғәнәһеҙҙәре лә етәрлек.

Әммә. Әхмәт ағай Сөләймәнов әйтмешләй: “Салауат йыйыны”ның- тәрбиәүи, эстетик, танып белеү һәм сәйәси әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул хаҡыбыҙҙа ил берлеге, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо, ижадҡа ынтылыш тойғоһо тәрбиәләй. Тарихыбыҙ, этнографиябыҙ, тыуған еребеҙ хаҡындағы мәғлүмәтебеҙҙе тулылындырырға форсат бирә. Дуҫтарҙы яҡынайта, таныштарҙы дуҫлаштыра, яңы таныштар табырға булыша….

Ихтирам менән Гөлгөнә Баймырҙина