Башҡорт рун яҙмалары (ташҡа яҙылған тарих)

Советтар Союзында йәиһә хәҙерге Рәсәйҙә баҫылып сыҡҡан ҡайһы ғына энциклопедияны алма (былар иҫәбенә «Башҡортостан энциклопедияһы» ла инә), башҡорт теле рәсми рәүештә «йәш яҙмалы» тел, тип атап үтелә. Иң аяныслыһы, Пермь, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Удмуртстанда, Мари Элдә, Татарстанда ХIХ-- XX быуаттарҙа боронғо төрки рун яҙмалары табылғанын белә тороп, ғалимдарыбыҙҙың «Ә ни эшләп Башҡортостанда рун яҙмалары юҡ икән?» тип баш ватыуылыр.

Зәки Вәлидиҙең «Башҡорттоң һәр ауылында тарихи документтарыбыҙ тулып ята», тип әйтеүе һис тә арттырыу түгел. Ысыны шулай, ә бөйөк остазыбыҙҙың белгәне һәм яҙғаны беҙгә тулыһынса һаман килеп етмәгән әле. Үҙем ун бер йыл буйы ауылдан-ауылға йөрөп, таш яҙмаларыбыҙҙы йыя торғас уның һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә инандым генә инандым.

Иң боронғо башҡорт яҙма теле беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыл элек үк билдәле булып, башҡорттар үҙ тарихында ҡулланған яҙма төрҙәре ун һигеҙҙән ашып китә. Тапҡан һәр бер яҙманы тикшереп, мәғәнәһен асыҡлап, халыҡҡа еткерергә тырышһам да, ғалимдарыбыҙ уларҙы фарази юрауға ғына һанап, иғтибарға алғаны юҡ әле.

Бына улар, боронғо башҡорт рун яҙмалары өлгөләре:

1. Саҡмағош районында табылған «Ҡалмаш плитәһе» (1-се һүрәт). Ҡомартҡы 1950 йылда тыуған яҡты өйрәнеүсе Г. Воробьев тарафынан табылған, һүрәтен Э. Ишберҙин эшләгән. Яҙманың транслитерацияһы (рун яҙмаһы хәрефтәренең кириллица аша бирелеше):

«Мркд зһр сз. А са мазйд. Мыҡтдс смдс мөкдм сддк дм дғ дс. Рдә сйшт двгй рз зрит. Зкт закр шрдә мәғҡһл. Мхлн нгазә тччм бкә. Әл ачд һм әл лтбр Рмл Рйп әп. Кмрһ скс лкрз апдс. Һсап аср. Дмә бәсп, әз зрд дткәп әл Бләрә псһ кәгән. Тршн рс крдн Сакд хдд».
Яҙманың мәғәнәһе: «Мәркәд заһирҙыр (нурлылыр). Бер утыҙ йыл мөҙҙәте. Мөхәддәс тоҡомдар мөхәддәм һүҙҙәрҙе минең менән бергә даими уҡыр. Ризалыҡ сәйәсәте булғанда балаларың да риза булыр. Ошо аҡыл таҙа нурҙыр. Бар ҡалдырылған саң ғына ул баҡыйлыҡ алдында. Каған (шад) һәм Рим илтабарҙары тоҡомонан Рәжәп опа. Ғүмере киҫелде, иптәше ғариз итеүенсә: хисабы тәүге ғасыр. Күҙ йәшен баҫып, зыяраттан дөрөҫлөктө иҫләп, Биләрҙәге хаған баҫҡағы. Хәреф соҡолошон раҫлыҡ ҡылды Сәғит хаттад.»


2. Баймах районы Этҡол ауылы зыяратының ҡәберташ яҙмалары (2-7-се һүрәттәр). 2-се һүрәттәге яҙыу, транслитерацияға ярашлы «АПР» хәрефтәренән тороп, Хәбир тигән кеше исемен аңлата; 3-сө һүрәттә - «Азәт» исеме, 4-се һүрәттә - «Чна», йәғни Чаный, 5-сеһендә - «Әкәс әймт», йәғни «Үкәстең үле кәүҙәһе», 6-сыһында - «БКН 746 СНӘ», йәғни «Баҡый булды. 746 сәнә», 7-се һүрәттә - «Әдә», йәки «Кисеү (үткел)» мәғәнәһендәге һүҙҙәр яҙылған.



3. Ейәнсура районының Үрген ауылы ҡорбанташы яҙмаһын (8-се һүрәт) «Дбк һғтәм» рәүешендә   транслитерациялап, «Яҙма һуҡтым», тип уҡырға кәрәк.



4. Ейәнсура районының Үрген ауылында табылған ҡабырсаҡ аҡсалағы яҙыу (9-сы һүрәт). Транслитерацияһы: «Нг һәл. Баш әдсск». Мәғәнәһе: «Аждаһа йыл. Биш бәләкәй асс».



5.    Күгәрсен    районының Санъяп ауылындағы таш рун яҙмаһы (10-сы һүрәт). Транслитерацияһы: «Кәзнәб Амадч әмнчб Дкмәдәш Уччнчыҡдма. Тслм. Абданч». Мәғәнәһе: «Һаҡланыусы урын. Әмәдәш -әмнәсәб. Тоҡомдаш. Ашин са-ғы. Эт йылы. Бүләк иттем торор ерен».



6. Санъяп ауылындағы икен-се таш яҙма (11-се һүрәт). Транслитерацияһы: «Дбғ ччдм. Батдм». Мәғәнәһе: «Яҙма сәстем. Ки-тап иттем». Тарихи Архайым халасығында табылған  көршәктәге яҙыу (12-се һүрәт). Транслитерацияһы: «Днһр нкә әдә нмс».Мәғәнәһе: «Тәңрегә үтеү - намыҫ»



Йылайыр районының Юлдыбай ауылындағы ҡурған ташындағы яҙма (13-сө һүрәт) скиф-һун дәүләтендәге аҡса берәмеге, «опа» - манихей диндарҙары титулы, «шад - скиф-һун хакимдары титулы. «илтабар» - мөлкәтһеҙ башха сығарылған хаким улы, «хат-тад» - ҡаған йәки хакимдың яҙыу эштәрен алып барыусыһы, «сәнә» - йыл, «әмәдәш -ил менән бергәләп хакимлых итеүсе, «әмнәсәб» - әсәләре яғынан бер туғандар, «каид» - мотлаҡ үтәлергә тейешле яҙма ҡарар. Яҙма ҡомартхылар телендә «Доңри ми һасул ля-син» тип ухылған хатып халған һүҙ теҙмәһе лә осрай, был хәҙерге вахытта нота атамалары рәүешендә ҡулланылышта булған «До-ре-ми-фа-соль-ля-си» һүҙ теҙмәһенә тиң. Ошо теҙмәнең тәү мәғәнәһен «Тәң-ре хасил иткән ошо тел», тип аңлатып була.

Һүҙемде йомғаҡлап, ватандаштарыма үҙемдең бер үтенесемде еткергем килә Әгәр ҡайҙалыр билдәһеҙ яҙмалар бар икәнен белһәгеҙ, фотоға төшөрөп, миңә ебәрһәгеҙ ине (фотоғыҙ асыҡ сыҡмаһа, ҡулдан төшөрөлгән һүрәтен ҡушып һалығыҙ). Яңы ҡомартҡылар табылһа, хатлашырбыҙ, фекер алышырбыҙ.


Минең адресым:
453380
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы
Больничный урамы, 6.
Иршат ЙӘНБИРҘИН

(Киске Өфө, №21 2008)