"Әминбәк" - Әкиәт - Халыҡ ижады

"ӘМИНБӘК" - Халыҡ ижады


Борон-борон заманда бер ауылда бер бабай менән әбей йәшәгән, ти. Уларҙың Әминбәк исемле бер улдары булған. Ата-әсәһе Әминбәкте бай һатыусы итергә теләгән.

Бер көндө атаһы Әминбәкте янына саҡырып алған да:


— Улым, һин инде ир етеп киләһең, ә ҡулыңда бер һөнәрең юҡ. Һөнәрһеҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош ул. Бына һиңә йөҙ һум аҡса, шуны ал да, ҡалаға барып, һатыусы булырға өйрәнеп ҡайт, — тигән.

Әминбәк тоҡсайын арҡаһына аҫҡан да, йөҙ һум аҡсаһын алып, юлға сығып киткән. Бер көн барған, ике көн барған Әминбәк. Шунан ул бер ҡалаға барып еткән. Фатир алып ҡунған да, таң менән ҡапҡа алдына сығып ултырһа, урамда бер кеше:

— Кем дә кем һөнәр өйрәнергә теләй, шул кеше фәлән ерҙәге фәлән йортҡа барһын! — тип ҡысҡырып, хәбәр һалып йөрөй икән.

Әминбәк күп уйлап тормаған, тотҡан да шул йортҡа киткән. Барып тәҙрәһенән ҡараһа, өй эсендә, йөрәкте өҙҙөрөп, скрипка уйнайҙар икән. Скрипкалары шундай матур, күҙҙең яуын алып тора, ти; үҙенең бер ҡылы алтын, бер ҡылы көмөш икән, ти. Әминбәк өйҙөң эсенә инә. Скрипка һөнәренә өйрәтеүсе уға:

— Йөҙ һум түләйһең дә бер йыл өйрәнәһең, — тигән. Әминбәк йөҙ һумын биргән дә скрипка уйнарға өйрәнә башлаған.

Бер йыл тулғанда, ул шат кешенең шатлығын арттырырлыҡ, ҡайғылының ҡайғыһын таратырлыҡ, ауырыуҙы түшәгенән ҡалҡытырлыҡ итеп, скрипка уйнарға өйрәнгән. Шуға ул бик шатланып, ата-әсәһе янына ҡайтырға ашыҡҡан. Ҡайтҡас, атаһы:

— Йә, улым, ниндәй һөнәр өйрәнеп ҡайттың? — тип һораған.

— Мин скрипка уйнарға өйрәндем. Шат кешене тағы ла нығыраҡ шатландырам, ҡайғылының ҡайғыһын таратам, ауырыуҙы түшәктән торғоҙам! — тигән Әминбәк.

“Скрипка уйнау ҙа булғанмы һөнәр!” — тип ата менән әсә бик ҡайғырышҡандар. Шунан, күрше-күлән белеп ҡалмаҫ борон, Әминбәккә тағы ла йөҙ һум аҡса биргәндәр ҙә, ысын һөнәргә өйрән тип, икенсе ҡалаға ебәргәндәр.

Был ҡалала ла Әминбәк үҙе ҡунған бер йорттоң ҡапҡа төбөнә таң менән сығып ултырһа, урам буйлап бер кеше ҡысҡырып килә икән:

— Кем дә кем һөнәр өйрәнергә теләй, шул кеше фәлән ерҙәге фәлән йортҡа барһын! — тип хәбәр һалып йөрөй икән теге кеше.

Әминбәк күп уйлап тормаған, тотҡан да шул йортҡа киткән. Барып тәҙрәһенән ҡараһа, өй эсендә яҙырға өйрәнәләр икән. Һәр кем алдына матур өҫтәл ҡуйылған, өҫтәл өҫтөндә көмөш ҡара һауыты, ҡауырһын ҡәләм икән. Әминбәк өйгә ингәс, яҙыу-һыҙыуға өйрәтеүсе кеше уға:

— Йөҙ һум түләйһең дә бер йыл өйрәнәһең, — тигән.

Әминбәк йөҙ һумын сығарып биргән дә яҙыу яҙырға өйрәнә башлаған.

Бер йыл тулғанда, ул шундай оҫта яҙыу яҙыусы булып киткән, кем булып яҙырға теләһә, шул булып яҙа белә икән. Шуға ул, бик шатланып, тиҙерәк ата-әсәһе янына ҡайтырға ашыҡҡан. Ҡайтҡас, атаһы:

— Йә, улым, ниндәй һөнәр өйрәнеп ҡайттың? — тип һораған.

— Мин яҙыу яҙырға өйрәндем. Шундай оҫта яҙам, кем булып яҙырға теләһәм, шул булып яҙа алам,—тигән Әминбәк.

“Яҙыу яҙыу ниңә кәрәк ул?” — тип ата менән әсә бик ҡайғырышҡандар. Шунан Әминбәктең атаһы былай тигән:

— Бөлгән баш бөлгән инде, бына һиңә, улым, аҙаҡҡы йөҙ һум. Инде лә йүнле һөнәр өйрәнеп ҡайтмаһаң, күҙемә күренәһе булма! Кеше-фәлән күргеләгәнсе, китеп ҡал,— тигән ул.

Әминбәк өсөнсө ҡалаға киткән. Бында ла ул таң менән ҡапҡа төбөнә сығып ултырһа, урам буйлап бер кеше һөрән һалып килә икән:

— Кем дә кем һөнәр өйрәнергә теләй, шул кеше фәлән ерҙәге фәлән йортҡа барһын! — ти икән.

Әминбәк күп уйлап тормаған, тотҡан да шул йортҡа киткән. Барып тәҙрәһенән ҡараһа, өй эсендә сатраш уйнарға өйрәнәләр икән. Семәрле өҫтәлдәр өҫтөндәге сатраш таҡталарының яртыһы алтындан, яртыһы көмөштән икән. Йөрөтә торған һындарҙың да ун алтыһы алтындан, ун алтыһы көмөштән икән. Әминбәк, ата-әсәһенән ҡурҡһа ла, сыҙар тәҡәте ҡалмағас, өйгә ингән. Сатраш өйрәтеүсе кеше уға:

— Йөҙ һум түләйһең дә бер йыл өйрәнәһең, — тигән. Әминбәк йөҙ һумын сығарып биргән дә сатраш уйыны өйрәнә башлаған.

Бер йыл тигәндә ул сатрашты шундай оҫта итеп уйнарға өйрәнгән, хатта өйрәтеүсенең үҙен дә ота ла ҡуя икән...

Был юлы инде ата-әсәһе янына көпә-көндөҙ ҡайтып инергә баҙнат итмәгән. Ҡараңғы төшкәнсе, ауыл эргәһендәге ҡыуаҡлыҡ араһында ятҡан. Кис булғас ҡына өйгә ҡайтып ингән.

Сәй эсеп ултырған атаһы:

— Йә, улым, һөнәрҙең аҫылына өйрәнгәнһеңдер инде, һөйлә! — тигән.

— Мин, атай, был юлы сатраш уйнарға өйрәндем, хатта өйрәтеүсенең үҙен дә еңәм, — тигән Әминбәк.

— Теткәнһең икән, улым! Сатраш та булдымы һөнәр! Шайтан уйыны бит ул! Бөлдөрҙөң, харап иттең бит беҙҙе! Хәҙер инде бөтөнләй хәйерсе булып ҡалдыҡ. Кеше күҙенә күренеп йәшәр хәл ҡалманы, — тигән атаһы, ҡайғырып. Шунан ул уйлап торған, торған да: — Бөгөн төндә үк бынан күсеп китәбеҙ, — тигән.

Әминбәктең атаһы ҡалған-боҫҡан мал-тыуарын, йорт-ерен һатҡан да, ваҡ-төйәк заттарын арбаға тейәп, бисәһе менән Әминбәкте алып, ауылдан сығып та киткән.

Төш етер алдынан улар бер ҡалаға яҡынлашҡандар. Ошо ерҙә атты туғарып, Әминбәктең атаһы ҡалаға барып, аҙыҡ-түлек һатып алып килергә булған. Шунан ул арбалағы ваҡ-төйәк заттар араһына ҡыҫтырылған аҡсаһын алайым тиһә, аҡса табылмаған, ул юлда төшөп ҡалған булған. Ни эшләргә? Тегеләй йүгергәндәр, былай йүгергәндәр, ә аҡсаның еҫе-еле лә юҡ. Былар бөтөнләй ас ҡалғандар. Әминбәктең әсәһе сеңләп илай башлаған. Ә атаһы менән Әминбәк ҡайғыға төшкәндәр.

Ошо ваҡытта быларҙан алыҫ түгел ерҙән бер ҙур каруан үтеп бара икән. Әминбәк шул каруанға ҡарап торған да:

— Атай, әсәй, һеҙҙең ошо көнгә ҡалыуығыҙға мин ғәйепле. Һеҙ мине анау үтеп барған каруан башлығына һатығыҙ ҙа шул аҡса менән көн күрегеҙ. Яҙған булһа, күрешербеҙ әле, — тигән.

Улар, каруан башлығы менән һөйләшеп, Әминбәкте һатып ебәргәндәр. Үҙҙәре илай-илай улдарынан айырылып тороп ҡалғандар.

Был каруан бик алыҫтан килгән каруан икән. Бер нисә көн үткәс, каруандың юлға алған һыуы бөткән. Кешеләр генә түгел, хатта дөйәләр ҙә һыуһыҙлыҡтан интегә башлағандар. Өтөп алып барған ҡояшта бөтөнләй хәлдән тайған кешеләр алыҫта бер ҡара нөктә күргәндәр. Бөтә көстәрен һалып, улар шул нөктәгә табан киткәндәр. Барһалар — ҡоҙоҡ икән. Бауға бәйләп, тиҙ генә силәк төшөргәндәр. Тартһалар, ҡоро силәк килеп сыҡҡан. Ни эшләргә? Шунан каруан башлығы былай тигән:

— Кем дә кем ошо ҡоҙоҡҡа төшөп, һыу табып сығара, шул кешегә ошо каруан байлығының яртыһын бирәм, — тигән.

— Мин төшәм, — тигән Әминбәк.

Уны силәк тағылған бауға бәйләгәндәр ҙә ҡоҙоҡҡа төшөрөп ебәргәндәр.

Ҡоҙоҡ ғәләмәт тәрән булған. Бына Әминбәк ҡоҙоҡ төбөнә төшөп еткән. Ҡоҙоҡ төбө ҡоп-ҡоро, үҙе дөм ҡараңғы икән. Күҙе күнеккәс ни күрә: бер ҙур бүлмәлә тора имеш. Шунда ул бүлмәнең бер мөйөшөндә йымылдап ятҡан хазина күргән. Абайлабыраҡ ҡараһа — алтын икән. Ул алтынды силәккә тултырған да: “Тартығыҙ!” — тип ҡысҡырған. Өҫтәгеләр һыу көтөп торғанда алтын күргәс, һуштарынан яҙа яҙғандар. Улар силәкте ҡоҙоҡҡа тағы төшөргәндәр. Әминбәк уға тағы ла алтын тултырған да баяғыса: “Тартығыҙ!” — тип ҡысҡырған. Силәкте өҫкә тартып алғандар. Шулай итеп, Әминбәк өҫкә ҡырҡ силәк алтын сығарған. Шунан ул:

— Алтын бөттө, мине сығарығыҙ!—тип ҡысҡырған. Әминбәкте бау менән күтәрә башлағандар. Шул ваҡыт каруансыларҙың береһе каруан башлығына:

— Ниңә уны сығараһығыҙ? Алтындың яртыһын үҙенә һорар бит, — тигән.

Каруан башлығы уйлап-уйлап торған да Әминбәкте өҫкә сығармаҫҡа булған, бауҙы ҡырҡып ебәргән. Әминбәк дөбөр-шатыр ҡоҙоҡ төбөнә төшөп киткән.

Бер талай иҫенән яҙып ятҡандан һуң, Әминбәк тороп ултырған. “Бау өҙөлөп китте, ахыры”, — тип уйлаған ул һәм тағы бау төшөрөрҙәр әле тип көткән. Иллә-мәгәр бау төшмәгән. Шунан уның башына ҡылт итеп бер уй килгән: “Былар минең бауҙы ҡырҡып ҡына шылманымы икән!” Бауҙың осон табып, ҡараһа, ысын: ҡырҡып киткәндәр. Шунан Әминбәк иларға тотонған. Илаған, илаған да: “Юҡ, былай илап файҙа сыҡмаҫ. Берәй әмәлен күрергә кәрәк”, — тип, ҡараңғыла стеналарҙы һәрмәп йөрөй башлаған. Шулай һәрмәнеп йөрөй торғас, ҡулы бер ишек тотҡаһы кеүек нәмәгә тейгән. Ҡапыл тартып асып ебәреүгә, Әминбәктең ҡото оса яҙған: өй эсендә бер ҡарт дейеү аңҡы-тиңке килеп, бер уң яҡҡа, бер һул яҡҡа сайҡалып ултыра икән. Әминбәк ни эшләһен, ҡасыр урын юҡ, ана шул өй кеүек ергә ингән дә ҡарт дейеүгә оҙаҡ ҡына ҡарап ултырған. Дейеү уға бер һүҙ ҙә өндәшмәгән. Шул ваҡыт Әминбәк стенала элеүле торған бер скрипканы күреп ҡалған. Уның уйнағыһы килеп киткән. Шунан ул, бар ҡыйыулығын йыйып, ымлап, скрипка уйнарға дейеүҙән рөхсәт һораған. Дейеү ым менән рөхсәт биргән. Әминбәк скрипканы алған да, өҫтөнә ҡунған саңды кәзәкей сабыуы менән һөртөп, бушап бөткән ҡылдарын тартҡылай башлаған. Шунан, скрипканы бына тигән иттереп көйләп алғас, ул яңғыратып уйнап ебәргән. Шулай итеп, ул уйнаған да уйнаған, уйнаған да уйнаған. Ә ҡарт дейеү, был уйнаған һайын йәнләнә бара икән. Тора-бара ул сайҡалыуҙан туҡтаған, аҙаҡ бөтөнләй йүнгә ингән. Шунан ул егеттең кем булыуын, ни эшләп бында төшөүен һорашҡан. Егет бер нәмәһен дә йәшермәй һөйләп биргән, ҡырҡ силәк алтын сығарыуын да әйткән. Дейеү уға бик ҡайғырған.

— Ул алтын минеке ине, егет. Һин мине бөлдөргәнһең, — тигән дейеү. — Шулай ҙа мин һине ғәфү итәм, һин мине үлемдән ҡотҡарҙың, — тигән. — Мин һәләк булған улымдың ҡайғыһынан үҙем үлеп бара инем, һин, скрипка уйнап, миңә йән индерҙең. Йә, ни теләгең бар, шуны үтәйем, — тигән.

— Мине өҫкә сығар ҙа каруан артынан еткер, — тигән Әминбәк.

Шунда уҡ дейеү Әминбәкте ҡоҙоҡтан осортоп алып сыҡҡан да каруанға еткереп ҡуйған.

Каруан кешеләре Әминбәкте күреп таң ҡалғандар, был ҡалай сыҡты икән, тип аптырағандар.

Шунан каруан башлығы тағы бер хәйлә ҡорған. Ҡалала торған ҡатынына хат яҙған да, алдан барып һөйөнсө алырға, тип, атҡа мендереп, Әминбәкте ебәргән. Әминбәк атын саптырып барған-барған да: “Туҡта әле, был нимә яҙҙы икән?” — тип, атын туҡтатып, хатты асып ҡараған. Ҡараһа: “Мин ҡайтҡансы, ошо малайҙы үлтертеп, кәүҙәһен кеше тапмаҫ ергә йәшереп ҡуй”, — тип яҙылған, ти.

Әминбәк был хатты йыртып ташлаған да, нәҡ каруан хужаһы яҙған кеүек итеп: “Мин ҡайтыуға, ошо егеткә ҡыҙыбыҙҙы биреп, кейәү итеп ҡуй”, — тип яңы хат яҙған. Бер-ике көндән ул хужа ҡалаһына барып еткән, хатты хужа ҡатынға тапшырған. Хужа ҡатын, тиҙ генә таныш- белештәрен саҡырып, һимеҙ ҡуй һуйып, ҡунаҡ һыйлап, егетте кейәү итеп ҡуйған.

Төндә ҡаланың бөтә йорттарында ла ут һүнгән булған, тик бер генә йортта ут балҡып янып торған. Әминбәк шул утты күргән дә кәләшенән:

— Анау ниткән йорт ул, ниңә унда һаман ут яна?— тип һораған. Кәләше уға:

— Ул батша йорто. Батша сатраш уйнай, кем дә кем уны бер рәттән өс тапҡыр ота, шул кешегә үҙенең батшалығын бирә, инде үҙе өс тапҡыр отһа, отолғандың башын ҡырҡа, — тигән.

Әминбәк батша янына барған. Батша уға:

— Эй, егет! Ошо көнгә тиклем мине сатрашта отҡан кеше булманы. Башың һау саҡта, ҡайтып кит! — тигән.

— Юҡ, уйнайым! — тигән Әминбәк.

Улар сатраш уйнай башлағандар. Бер-ике рәт йөрөп тә өлгөрмәгәндәр, батша Әминбәкте бикләгән. Шунан батша тағы ла:

— Егет, башыңды әрәм итмә, һау сағыңда ҡайтып ҡал, — тигән.

Әминбәк риза булмаған. Улар тағы уйнай башлағандар. Был юлы Әминбәк бик тырышып уйнаһа ла, батша уны тағы ла бикләгән. Ул тағы ла:

— Егет, бер генә уйын ҡалды, шунан башыңды киҫәм, һау саҡта өйөңә ҡайтып кит, — тигән.

Әминбәк тағы ла риза булмаған. Батша алмас ҡылысын ҡынынан сығарып әҙерләп ҡуйған. Улар тағы уйнай башлағандар. Был юлы бер-ике рәт йөрөп тә өлгөрмәгәндәр, Әминбәк батшаны бикләгән. Уйын тағы башланған. Әминбәк батшаны тағы бикләгән. Шунан ул:

— Батша, ҡылысыңды ҡыныңа тыҡ, — тигән. Батша ҡылысын ҡынына тығып ҡуйған.

Былар тағы уйнай башлағандар. Әминбәк батшаны тағы бикләгән.

Ошо ерҙә батша бөтә вәзирҙәрен саҡырып алған, бөтә ҡала халҡын йоҡонан уятҡан, барабан ҡаҡтырып, музыка уйнатып, байрам яһаған да Әминбәкте тәхеткә мендереп ултыртҡан, ти. Әминбәк батша булып алған.

Таң атыуға, Әминбәк вәзирҙәрен саҡырып алған да:

— Фәлән ерҙә фәләнсә каруан килә. Шул каруанды юлда туҡтатып, фәлән байлығын һанап, зәҡәт алып ҡайтығыҙ, — тигән.

Батша кешеләре, каруанға ҡаршы сығып, уны юлда туҡтатҡандар. Каруан башлығы уларҙан:

— Һеҙ кем булаһығыҙ мине туҡтатырға? — тип һораған.

Былар:

— Беҙ батша кешеләре, батша әмере менән һинән зәҡат алабыҙ, — тигәндәр.

Ошонда каруандың мал-мөлкәтен һанап, бик күбеһен зәҡәткә алып киткәндәр.

Каруан ҡалаға килеп ингән. Каруан башлығы өйөнә ҡайтҡан да ҡатынынан:

— Йә, ҡатын, теге мин ебәргән малайҙы ни эшләттең? — тип һораған.

— Ни эшләтәйем, — тигән ҡатыны, — үҙең ҡушҡанса эшләнем. Ҡуй һуйып, ҡыҙҙы биреп, кейәү итеп ҡуйҙым.

— Алйот бисә, мин һиңә, уны үлтертеп, кеше тапмаҫ ергә йәшертеп ҡуй, тип яҙҙым бит!

Ҡатыны аптырауҙа ҡалған да ире яҙған хатты алып биргән. Ире хатты алып ҡараһа, ни күҙе менән күрһен, ул үҙ ҡулы менән: “Мин ҡайтыуға, ошо егеткә ҡыҙыбыҙҙы биреп, кейәү итеп ҡуй”, — тип яҙған. Шунан ул:

— Һуң ул ҡәһәр һуҡҡан кейәүең ҡайҙа? — тип ҡысҡырған.

Ҡатыны ҡото осоп:

— Һин ауыҙыңды ипләберәк ас, хәҙер ул батшабыҙ бит! — тип аңлатҡан.

Каруан башлығы иҫенән яҙа яҙған. Шунан ул, батша алдына барып, тубыҡланып ғәфү үтенгән. Әминбәк уны ғәфү иткән.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, Әминбәк, үҙенең ата-әсәһен таптырып, үҙ янына күсереп алған. Улар ғүмерҙәре бөткәнгә тиклем рәхәт көн күргәндәр.