"Эйәрләнгән ат"

1790 ЙЫЛДЫҢ 6 МАРТЫ ХАҠЫНДА ТАРИХИ ФАРАЗ
Инеш
Таң тыуыр алдынан, төндө тулғаҡ тотҡан мәлдә, офоҡ артынан ялбыр яллы ат сабып килеп сыға ла көмөш батмусҡа баҡыр борсаҡ һипкән кеүек кешнәүе менән донъяны сәләмләй. Күп кенә кеше күреп ҡала уны, күрмәүсе-ишетмәүселәр ҙә байтаҡ. Беҙҙең ҡәләмдәштәр араһында ла етерлек ундайҙар, бына улар әлеге ат тураһында яҙғанды уҡыр ҙа минән: "Ҡайһы архивтан таптың был документты?" - тип һорар. Роман йә повесты ни менәндер бутаусы бәндәләргә ваҡыт әрәм итмәҫ өсөн дә инде ошо яҙмаларҙың жанрын "тарихи фараз" тип билдәләүем.
Ярай, быныһын асыҡланыҡ, хәҙер иғтибарҙы йәнә офоҡтағы атҡа йүнәлтәйек. Күрәһегеҙме? Ишетәһегеҙме? Хужаһын эҙләп саба булыр был "документһыҙ" ат, тәүәккәлдәрҙе батырлыҡҡа саҡырып кешнәй ул, баҙнатһыҙҙарҙы ҡыйыулыҡҡа өндәй. Бәғзеләргә уның кешнәүе аҡса сыңлауы булып ишетелә, икенселәре өсөн бығау сыңы менән бергә ҡушыла... Ә бына Петербурҙа Ҡышҡы һарайҙа шул кешнәүҙе, ғәҙәттә, императрица уянып ҡулына аласаҡ көмөш ҡыңғырау тауышы менән бутайҙар.
Башҡорттар әбей батша тип атаған Екатерина II ғалиә йәнәптәре түшәктән тормаған әле. Күҙҙәре асыҡ, әммә донъя дилбегәһен ҡулда ныҡ тоторға көн-төн тырышыу, татлы мөхәббәт ғазаптары ҡартайтҡан тән йылы йомшаҡ мендәрҙәрҙән айырылырға һис теләмәй. Зыян юҡ, уның шулай бер аҙ наҙланып ятыуынан империя емерелмәҫ. Ул-был була ҡалһа ла, күрше бүлмәләрҙә ана күпме тоғро хеҙмәтселәре бар - һорашырҙар, асыҡларҙар, яҙып ҡуйырҙар, сара күрерҙәр.
Секретарь үҙ урынында инде, ҡаурый ҡәләмдәре осланған, аҡ ҡағыҙ битенә тәүге һүҙҙәр төшөп ятҡан: 1790 йылдың 6 марты, һәр көндө шулай теркәп бара ул, Ҡышҡы һарайҙың йылъяҙмасыһы.
Бөгөн офоҡта күренеп ҡалған аттың Балтик диңгеҙе яғына сабып китеүенә ҡарағанда, әбей батшаның иғтибарына лайыҡлы ваҡиға шунда буласаҡ. Бер нисә яҡташыбыҙҙың Рогервикка ғүмерлек каторгаға ебәрелеүен иҫкә төшөрһәк: "Иҫәндәрме икән?" - тигән һорау беҙҙе лә шунда ашыҡтырасаҡ. Ә кәрәкле урынды һаҡсыларҙың бер-береһенә "Слушай!" тип ҡысҡырыуы буйынса еңел эҙләп табырбыҙ. Уларға иғтибар итеп тормай, анау тәпәш таш баструкҡа туп-тура барып инәйек әле.
Хәйер, үткәрмәҫтәр. Тревога иғлан ителер, ата башларҙар. Тимер менән ҡоршаулы анау ауыр ишекте лә ҡарауыл башлығынан башҡа аса алмабыҙ - асҡыстар уның ҡулында. Былай ҙа күренеп тора: яҡташтар иҫән, юҡһа ошо тирәне шул тиклем ныҡ һаҡларҙар инеме ни?
Тағы бер иҫкә төшөрәйек: 1790 йылдың 6 марты.

1

Баструкта оҙаҡ ятҡан башҡа тотҡондар кеүек үк, Юлай ҡарт та күптән инде көн иҫәбен дә, йыл иҫәбен дә юғалтҡан. Уны хәҙер миҙгелдәр алмашыныуы ғына ҡыҙыҡһындыра: ҡыш еттеме, яралары һыҙлауына, "ҡуян тубығы" ҡатырған быуындары ауыртыуына сыҙай алмай тиҙерәк йәй килеүен теләй башлай, көҙ яҡынлаштымы, Аллаһы тәғәләнән һалҡын томандарҙы, епшек ҡар бурандарын оҙағыраҡ ебәрмәй тороуын ялбара. Һай, үҙебеҙҙең ҡышҡа етәме ни, илдә минең был сырхауҙар ҡул менән һыпырып ташлағандай булыр ине лә бит, тип тә әйткәне бар, аптырағас. Йүрүҙән буйының йондоҙҙарҙы шаҡырайтырлыҡ аяҙ һыуыҡтары, сәнскеле ҡоро ҡар менән ҡойондороусы бурандары үҙҙәре үк шифа һымаҡ тойола башлай уға.
Атаһын Салауат үҙенсә аңлай. Янғантауға үҙеңде күтәреп кенә апарыр инем, эйәргә лә, арбаға ла ултыртмай, тип хыялға бирелә лә китә. Ярай, быныһы йәшлегенә баралыр, ә Ҡәнзәфәр аҡһаҡал ҡорона ингән башы менән унан да уҙҙырып ебәрмәксе. Иншалла, тыуған тупраҡҡа ҡайтып аяҡ баҫырға күп ҡалмағандыр, ана шун да Янғантауығыҙға өсәүләп юлланырбыҙ, унда минең дә бер туйғансы йылынғым килә, тип элеп алырға ғына тора. Салауат тың күңеле киң: Иванды ла саҡырырбыҙ, Янғантау йылыһы уға ла етер. Ҡәнзәфәр, мәрәкәләп, ҡуй, ул кафыр бит, тип ҡаршы төшә. Ишетеп ҡалһа, Иваны ла ҡушылып китә: нимә һеҙ унда, басурмандар, кафыр ҙа кафыр? Ул өсәүҙең күңелле әрепләшеүен тыңлағанда, Юлайҙың һыҙланыуҙары бер аҙ баҫылып торғандай.
Йылы көҫәүҙән шулар барыһы ла. Йәшерәктәргә нисектер, әммә Юлай ҡартҡа усаҡ йылыһы ғына аҙ хәҙер. Дөрөҫ, үҙеңә кәрәк саҡта ут яғып, уның эргәһендә иркенләп ултырырға ла тура килмәне Балтик буйында үткән оҙон ғүмерҙә, ләкин ҡарауылсылар янындамы, аш бешкән ерҙәме ҡулдарыңды ҡөҙрәтле ялҡын телдәренә тейҙерә-тейҙерә бер аҙға сүгәләп китергә мөмкин әле. Бешерә, ләкин йылытмай. Күңел нығыраҡ өшөгәнлектән килә инде быныһы, өмөт уты һүрелә барғанлыҡтан. Уларҙың хәлендә кеше булып ҡала алыу үҙе бер мөғжизәлер әле. Донъя сите бит, ажғырып ҡайнап ятыусы диңгеҙ ошонан башлана. Унан күрмәксе, бында барыһы ла ажғыра, хатта әле генә тыуған көн дә баструкҡа "Тороғоҙ, сусҡалар!" тип аҡырып килеп керә. Ә төн, унан да уҙҙырырға теләгәндәй, ишек күгәндәрен асыулы шығырлата, ат башындай йоҙаҡтарҙы шатыр-шотор элеп ҡуя. Бына шуларҙы тыңлай-тыңлай, өшөп ҡалтыранғанда тирә-яҡтағы таш-ҡаялар, ҡом тауҙары артынан, һөрәнләп, уҡ ямғыры яуҙырып меңәрләгән һыбайлы ҡалҡып сығырын күҙ алдына килтереп ҡара инде! Ә Ҡәнзәфәр көтә. Салауат унан да нығыраҡ көтә, тик ул да хәҙер: "Ҡайҙа йөрөй был Кинйә абыз?" - ти башланы. Бер-береһен баҫтырып һуғышыусы айғырҙарҙы хәтерләткән тулҡындарға яр башынан ҡарап йырлап тороуҙары йышайҙы. Хәйер, элегерәк уның ишене рөхсәт тә итмәй торғайнылар шул, әммә бығаулы килеш ҡасып китеү мөмкин түгеллеген, тотҡондарҙың ҡасырға ынтылып та тормағанын бындағы аждаһалар ҙа аңланы хәҙер.
Кинйәнең ныҡ ҡартайғанлығын, бәлки, яҡты донъянан да китеү ихтималын иҫтә тота Салауат. Уның исемен телгә алыуында: "Минең улдарым үҫеп етте бит инде, беҙҙең турала уйламайҙармы икән ни?" - тигән һорауҙы ишетергә, диңгеҙгә ҡарап тороуында ярҙамды ҡайһы яҡтан самалауын күрергә кәрәк. Эйе, эйе, егет ҡоронда инде Юлайҙың ейәндәре!.. Илдә ҡалған үҙ балаларының иҫәнлегенә ышанмай: биләмәләрҙе бирмәҫкә була тартышһалар, имен ҡалдырмаҫтар. Дошмандар күп. Ә ейәндәрҙең эше башҡа. Шулай кеүек. Ошо турала уйлаһа, ҡарт тамам бутала. Беренсенән, ул уғландарҙың бер янарал менән бер палкауникка ҡоллоҡҡа бирелеүе, ҡыҙҙарының шулай уҡ таратып алыныуы Өфө бастругында ятҡанда уҡ мәғлүм булды. Сабыйҙарҙы суҡындырып, кафыр исемдәре биреп, үҙ телдәрен оноттороп, урыҫ итеп үҫтергәндәрҙер. Тамырын юғалтҡан, атай-олатайҙың кемлеген, ҡайҙалығын белмәгән, ят дин тотҡан кешеләргә өмөтләнеү - аҡылһыҙлыҡ. Салауаттың Ҡаратауҙа һунарсы ҡартҡа тоттороп киткән улы ла бар барлығын. Теге кеше исемен һорағас, Етембай булһын, тип әйттем, ти үҙе. Аллаһы тәғәләнең шәфҡәте тейеп, ул да үҫкәндер, тик кемлеген әйтеүсе булғанмы уға, башҡорттоң азатлыҡ һәм яугирлек рухын күңеленә һеңдереүсе? Ана шул, шул! Икенсенән, ярай, Етембай ҙа, Иван йә Мишка тигәнгә "әү" тиеүсе егеттәр ҙә кемлектәрен нисектер белеп ҡалып, беләктәре һәм теләктәре яусыллыҡтан ташып та тора, ти. Хатта атай-олатайының ҡайҙа интегеүен дә ишеткән, тип фараз ҡылайыҡ. Әлеге лә баяғы: бында килергә теләрҙәрме? Улан атайҙы ҡотҡарырға таяҡ тотоп та айыуға ташлана, әммә бында бер шарт зарур - атайҙан һөйөлөп, уның ҡуйын йылыһын, аҡылын, оҫталығын һеңдереп үҫеү. Салауатҡа, һирәк булһа ла, Юлай яуҙан йә бүтән йөрөмдәрҙән ҡайтҡан араларҙа атай ҡуйыны, атай һабаҡтары эләкте әле. Ә уның үҙ улдарына тамсыһы ла тәтемәне шуларҙың. Азатлыҡ һәм яу ораны бик иртә саҡырҙы шул аталарын, әйләнеп ҡайтмаҫлыҡ юлға саҡырҙы, һай, шуларҙы уйламау мөмкинме. Юлай шикелле, ғүмер юлын йомғаҡлап, әхирәткә әҙерләнеүсе кешегә!
Өсөнсөһө - иң хәтәрелер. Юлай ҡай саҡ караттар ҡулына эләкмәгән Кинйәнең илгә йәшерен генә ҡайтҡанын күҙ алдына килтерә. Ниңә, ана Ҡараһаҡал ҡайтҡан бит, хатта Ур тамағына Урус кенәздең башҡорттарҙы язалағанын ҡарарға барып, яуҙаштарын ныҡлыҡҡа өндәп йөрөгән, тиҙәр. Кинйә лә ҡайтҡандыр, батырҙар йыйырға ниәтләнгәндер, ә ил туҙҙырылған, ауылдар урынында көл бурандары уйнай, халыҡ аҫылып-киҫелеп, ҡоллоҡҡа һатылып йә ҡурҡышынан ҡасып бөткән. Башҡорт биләмәләренә ылау-ылау күскенселәр ағыла - урыҫы ла, татары ла, сыуашы ла... Шулай булһа, ике-өс бөртөк тотҡондо эҙләү ҡайғыһымы ни иҫән ҡалғандарҙа? Салауат менән икеһен ауыл һайын сыбыртҡылап йөрөткәндә, күрҙеләр бит инде караттарҙың утты ла, арҡанды ла, ҡурғашты ла йәлләмәгәнен. Ҡәнзәфәргә улай туҡмалып, халыҡтың ҡыйралышын күреүҙән һыҙланып йөрөү эләкмәгән, шуға ла ул, ил һынлы ил ҡапыл ғына юҡҡа сыҡмаҫ, тип үҙенекен ҡайыра. Салауаттың ҡаштары йыйырыла, йоҙроҡтары төйнәлә, өндәшмәй, шулай ҙа Ҡәнзәфәр яғын тотоуы күренеп тора.
И-и, Раббым, уларҙы хаҡлы ит! Улар түгел, мин яңылышайым... Шуны шыбырлай Юлай ҡарттың ирендәре, битен бер ҡулы менән генә һыпыра, икенсе ҡулы таш стенаға ҡуша бығаулы. Һәр яңы көн уҫал ҡарауыл башлығы ҡиәфәтендә "Тороғоҙ, сусҡалар!" тип ажғырып килеп инер алдынан була был, ғәҙәттә. Шунан ҡул бушатылып, аяҡтар бығаулана - ҡул арбаһына ҡуша. Марш, марш карьерға - таш ватырға! Ҡайҙандыр аҙашып шат лыҡ килеп сыҡҡан һүрәттә лә ҡурҡып кире ҡасыр.
1790 йылдың 6 марты тип теркәлгән көндә Юлай ҡарт айырыуса иртә уянды. Дөрөҫөрәге, кемдер күкрәгенә ҡағылғандай һәм бышылдап ҡына: "Тор әле, тор!" - тип өндәшкәндәй булды. Ҡарт ашығып күҙҙәрен асты: бөтәһе лә ғыр-ғыр йоҡлай. Һөргөн ашы һәм таш менән айҡашыу йонсоуҙың сигенә еткергән өлкән йәштәге кешеләр бүтәнсә нисек йоҡлаһын инде! Баструк тәҙрәһеҙ, әммә таң яҡтыһы һарҡып инергә барыбер ектәр таба - түшәмдән дә, ишек башынан да, тағы әллә ҡайҙарҙан. Яҡтылыҡҡа юлды ел күрһәтеп бирәлер, ул инде бында ысын хужа һымаҡ ҡылана. Айырыуса ҡояш сығышынан иҫкәндә. Әле лә ҡартты ул уятҡан булыр. Ҡараңғылыҡ имшей генә башлаған әле. Һалҡынайтҡан. Юлай тубыҡтарын түш тәңгәленә тиерлек еткереп йомарланды ла ябынған арестант көпөһөн башына уҡ бөркәнде. Тыны менән йылынып серемгә талдым ғына тигәндә, ҡапыл торҙо ла ултырҙы.
Ел тынғыһыҙлай уны. Таныш ел. Уралдан уҡ осоп килгәндер. Ниҙер әйтергә теләй, күрәһең, шуға ла йоҡламаҫҡа ҡуша. Бына һин әле! Ел телен аңлау өсөн тышта иркендә һөйләшергә кәрәк тә бит, таш стеналар ҡыҫыуында түгел. Тик сығырға ваҡыт етмәгән. Эсең шартлар хәлгә еткәндә лә, үҙҙәре килеп "Тороғоҙ, сусҡалар"ҙы ҡысҡырғансы бөршәйеп ята бир. Ишекте барып дөбөрләтер инең - сылбыр ебәрмәй.
Юлай бер ятты, бер тороп ултырҙы. Уның тынғыһыҙланыуы һикенең икенсе ҡатында ятыусы Салауатты уятты, һәм ул аҫҡа эйелеп бышылдап:
- Атай, ни булды? Ауырыйһыңмы әллә? - тип белеште.
- Ана ел!.. - Ҡарт шуны ғына әйтә алды, ғөмүмән, ул бышылдауҙы яратмай.
- Ел тиһенме?.. Өшөнөңмө ни?
- Беҙҙең яҡ еле. Ҡымыҙ тәмәйтә.
- Һағыныуың еткән. Шул ғына...
Атай менән ул тымып ҡалды. Көтмәгәндә ҡаршы яҡ һикенән Ҡәнзәфәр тауыш бирҙе:
- Ҡымыҙҙың тәмен онотманыңмы ни әле? Дә-ә, берәр туҫтаҡ һемергәндә! Сырхауҙар ҙа, анау тачкалар ҙа... Һыу урынына эсеп йөрөгәндә генә белмәгәнбеҙ уның ҡөҙрәтен.
Ҡәнзәфәр тартынып-нитеп тормай, юрый ҡысҡырып һөйләй. Казактарға үс итеп, уларҙан ҡурҡмағанлығын белдереп. Казактар элекке түгел түгеллеген - ҡартайҙылар, бик аҙ ҡалдылар, шулай ҙа әтәсләнергә генә торалар. Үҙҙәрен һаман өҫтөн ҡуйырға маташа элекке яуҙаштар һәм бөгөнгө ултырҙаштар! Башҡорт улар барҙа өнөн-тынын ҡыҫып ҡына, уларҙың йомошон үтәһен, ғөмүмән, "гололобый" икәнлеген онотмаһын. Юлай менән Салауатты килтергәнсе, Ҡәнзәфәрҙе тамам бөтөрә яҙғайнылар бит. Былар өсәүләшкәс, шыма төшөргә тейеш кеүек инеләр, ә улар киреһенсә, оторо уҫаллашып киттеләр. Йәш инеләр, күмәк инеләр, еңелеү өсөн, Петр батшаға эйәреп яңылышҡандары өсөн кемгәлер асыуҙарын сығарырға кәрәк ине уларға. Бүреләр хәле бөткән хайуанға ташлана, әҙәм аҡтыҡтары ғәрип-ғөрәбәне, етемдәрҙе зар илата. Юлайҙың да, Салауаттың да сыбыртҡылауҙан сей иткә әйләнгән арҡаларының ҡутырлап-ҡанһырап торған мәле, яу яралары ла асылған, бығауҙа атлауҙан шешенгән аяҡтары кәүҙәне тотмай... Саҡ килеп йығылған, юл ғазаптарынан ҡотолдоҡ, тип һөйөнгән шул икәүҙе нисек ҡаршы алдылар! "Ә-ә, гаспадин бригадир! Палкауник атаһын да эйәртеп, үҙе килгән!" "Рәхим ит, гаспадин бригадир, беҙҙең ҡыуышҡа! Амператорыбыҙҙан сәләм әпкилергә онотманыңмы, ҡаҙалып киткерҙән?!.." Уныһын түрәләр, һаҡсы алдында ҡыланыуҙары тип аңларға мөмкин ине әле. Әммә Ҡәнзәфәр, форсат табып, тегеләрҙең хәҙер кемгә әүерелеүҙәрен төшөндөрҙө. Мыҫҡыллау, ашыңа төкөрөү, намаҙ уҡығанда теге ереңә бармаҡ менән төртөү, иҙәнгә ярау итеп, шуны таҙартырға ҡушып туҡмау... Мосолмандар өсәү булғас та, шуны эшләп маташтылар, йәмһеҙерәк нәмәләр уйлап таптылар. Ҡартайған улар хәҙер, тәүге мәлдәгеләй күп тә түгелдәр. Иманһыҙҙарҙы Хоҙай яҡты донъяла оҙаҡ тота буламы? Әммә иҫәндәре һаман да, онотолоп шикелле, үҙҙәренсә шаулашып алғылай. Бына әлдә лә...
- Гололобыйҙар унда тағы ниндәй баҙар ҡорған, йоҡо бүлдереп?
- Эй, өнөгөҙҙө тығығыҙ!
- Ҡуйығыҙ әле, братва, юҡҡа янъял ҡуптармағыҙ!
- Тик кенә ят, батша писары, юҡһа һинекен дә ҡырҡтыҡ ташланыҡ, тегеләрҙеке шикелле.
Яҡлашып һүҙ әйтеүсе - Иван Почиталин, Петр батшаның барса манифестарын яҙыусы. Урыҫтарға тәғәйенләнгәндәрен. Мосолмандарға өндәмәләрҙе Кинйә абыз яҙған. Салауатҡа ла шөғөлләнергә тура килде ундай эш менән. Иван унан аҙ ғына өлкән. Юлай уны ошонда беренсе тапҡыр күргәндә, малай ҡиәфәтен дә ташламағайны. Ул саҡта уҡ бәйелһеҙҙәрҙе тыйып маташты, шуға ла яратманылар үҙен. Ана бит әле лә Иванға ҡаршы әйләнде лә киттеләр. Ҡәнзәфәр, тегеләрҙе һөсләткәндәй, көлөп ебәрҙе. Шау-шыу көсәйеп китергә тейеш ине, әммә Салауат юл ҡуйманы.
- Ҡәнзәфәр ағай, туҡта әле! - тип торҙо ла төптәгеләргә өндәште. - Эй, ҡайһығыҙ унда тиреһенә һыймай? Уйылдан, һинме? Ҡара, был юлы йәлләп тормам!
Казак Ульянов христиан йәнен аямаусылар хаҡында нимәлер мығырҙаны ла шым булды. Салауат Горшков тигәненә мөрәжәғәт итте.
- Ә һинең, Горшок, башыңды һыйпап ҡарағаның юҡмы ни? Кем сәсһеҙ, йәғни гололобый - һинме, минме?
- Вот, нехристь, нимәгә бәйләнә!
- Бөттө, Салауат, бөттө!
Килгән мәлдә Юлай менән Салауат татыулыҡты нисек тә һаҡларға, казактарҙың мыҫҡыл-йәберенә иғтибар итмәҫкә, ҡапыл ғәййәрләнеп киткән Ҡәнзәфәрҙе тыйып тоторға ныҡ тырыштылар. Аңлау ҡыйын ине был хәлде: яңыраҡ ҡына иңгә-иңде терәп һуғышып йөрө лә каторгала бер-береңә ярҙамлашып йәшәү урынына ошолай йәмһеҙләш!.. Юҡ, шайтан оялап өлгөргәйне инде казактарҙың эсенә: һеҙ - христиан ҡанын эсеүселәр, Пугачты ла, беҙҙе лә һеҙ һаттығыҙ!.. Ә Петр батшаны һуңғы көнгә тиклем Кинйә егеттәре һаҡлап йөрөгәнен, абызды алдап ҡына государҙы әбей батшаға тотоп биргәндәрен, шуны нәҡ казак атамандары эшләгәнен, айырыуса атаман Твороговтың тырышлыҡ күрһәткәнен Юлай менән Салауат ишетеп килгәйне бит инде.
Аңғартып бирергә тура килде, һай, оҡшатманылар! Тымып ҡалдылар. Шым ғына этләшә башланылар. Бының өсөн иң йәпле урын - карьерҙан портҡа тачкалар һалған тар һуҡмаҡ. Шунда үҙеңде төртөп йығып, алып барған ташыңды ярҙан түңкәреп китһәләр, кире боролмай сараң юҡ. Молға буш арба менән барып булмай, оҙаҡ йөрөгән өсөн дә - яза. Мылтыҡ төйҙәһе менән һыйлаһындармы, ас ҡалдырһындармы... Мосолмандарҙы яфалауҙан тегеләре лә, былары ла ләззәт таба.
Бер мәл Юлай менән Салауат тачкаларын этәреп килгән ерҙән алдан киткән Ҡәнзәфәрҙе күмәкләп туҡмағандарын күреп алдылар. Аяҡтарын арбаға ҡуша бығауланған килеш шулай йүгерергә ҡайҙан көс тапҡандарҙыр. Тегеләр ҙә күрҙеләр. Икеһе быларға ҡаршы боролоп баҫа һалды, әммә ярһыған Салауат өсөн был ғына ҡаршылыҡмы ни - икеһе ике яҡҡа йәлп итеп кенә ҡалды. Торорға иткәйнеләр - ҡалҡынған береһен Юлай типкеләп ятҡырҙы, ҡырҡ етеһе лә тулмаған сағы ине бит уның да. Салауат Ҡәнзәфәргә менеп атланған Уйылданды елкәһенән матҡып күтәрҙе, ҡайҙа ырғытырға белмәгәндәй һауала һелкетеп торҙо, көтмәгәндә арбаһына шапылдатып ултыртты ла яр аҫтына тәгәрләтте. Шунан теге икәүгә боролдо.
- Йә әле, төшөп алығыҙ иптәшегеҙҙе! Һаҡланып йөрөгөҙ бынан ары, юҡһа имгәнеп бөтөрһөгөҙ. Эштән шулай ҡасырға маташҡан өсөн баштан һыйпамайҙар.
- Үлтерәм мин уларҙы! - Аяғына баҫҡан Ҡәнзәфәр эйелеп таш алды.
- Ташла, Ҡәнзәфәр ағай, яуҙаштарың да инде, танымайһыңмы ни? Үпкәләтеп ҡуйырһың.
Ошонан һуң үҙ-ара ыҙғыш тамам баҫылмаһа ла - һирәгәйҙе. Салауаттың яңғыҙ сағын һағалап маташтылар, тик йығырһың уны былай ғына! Көс-ҡеүәте лә, һиҙгерлеге лә, зирәклеге лә әллә нисәүгә етерлек. Улына ҡарап туя алмай Юлай, ләкин имгәтелгән танауын, маңлайына көйҙөрөп баҫылған хурлыҡ хәрефтәрен күрә лә, илап ебәрмәҫ өсөн, яңғыратып тамаҡ ҡыра.
1790 йылдың 6 марты башлана ғына әле. Яңыраҡ булып алған әйтеш ул килтерәсәк ваҡиғаларҙың иң-иң вағылыр. Каторжандар үҙҙәре ул турала онотҡан да һымаҡ инде. Ана улар, көндәгесә, тамаҡ туйҙырып алған да эшкә йыйына. Ете генә бөртөк ҡалған бында улар, пугачевсылар. Ҡарар күҙгә етеһе лә бер туған шикелле: бәке, ҡайсы юҡлыҡтан бөтәһен дә берҙәй һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, сәстәре арҡаларына төшөп тора. Горшковтың башы ла ал яҡтан ғына ялтыр. Йәш айырмаһын да яҡындан диҡҡәт менән ҡарап йә кемдең нисек аяҡ ҡуҙғатыуынан ғына самаларға мөмкин. Команда тауыштары, ҡул арбаларын тәнгә тоташтырған тимер сыңлауы, күршелә диңгеҙҙең өҙлөкһөҙ ауыр һулауы - барыһы ла көндәгесә. Ә ел ысынлап ҡояш ҡалҡҡан яҡтан, ул шул тарафтан йыш иҫә, бер бөгөн түгел... Әммә уның Юлай ҡартты ошолай тынғыһыҙлағаны юҡ ине шикелле.
- Нимә, ағай, елдән һаман ҡымыҙ тәмәйтәме? - тип мәрәкәләне уны Ҡәнзәфәр, карьерға барышлай.
- Эйе. Бөгөн, Ҡәнзәфәр, ниҙер буласаҡ. Мин әйтте, тиерһең. Алдан барыусы Салауат быларға боролоп ҡараны ла, йылмайып, баш сайҡаны.