"Айбикә" - Повесть - Һәҙиә Дәүләтшина

"АЙБИКӘ" - Һәҙиә Дәүләтшина

I.

"Тор, тор инде, Айбикә килен, тор. Был ни бөтмәҫ йоҡо. Йылдай төндә лә йоҡо туймаҫ икән. Ҡыҙыл эңерҙән ятып йоҡлайһың, ҡояш ауалағансы йоҡо туймаҫ булырмы. Ана һыйырҙарың ызылдашып торалар, һауа һалып ал!" - тигән тауышҡа Айбикә, күҙен асып, һикереп торҙо. Уның янында, ҡулына ҡомған тотоп, Ғәйшә тора ине. Ул, Айбикә тороп аяғына итеген кейгәнсе, туҡтамай әрләне лә, тышҡа сығып китеп, тағы үҙенең түшәгенә инеп ятып, тәмле йоҡоға китте.


Айбикә әле генә, үҙенең алама аласаһы өҫтөнә һалған тышһыҙ ҡара кәпрәнле мендәренә башын ҡуйып, алама көпөһөн өҫтөнә ябынып йоҡларға ятҡайны. Аҙ ғына серем итергә лә өлгөрмәне, көн дә иртәнсәк ишетә торған әр, мыжыу, тиргәү уның ҡолаҡ төбөндә яңғырай башланы.
Ул аҫтындағы аласаһын мендәре өҫтөнә ҡайырып ҡапланы ла, бит-ҡулын йыуып, башындағы яулығын йүнәтеп бәйләп, һыйыр һауырға сығып китте.
Таңдың әрә-һәрәһе, йүнләп аяҡ юлы ла күренмәй. Йоҡо туймаған, күҙҙең ҡабаҡтары ауыртып, үҙенән-үҙе кире йомолалар. Тәндә ауырлыҡ, әйтерһең, берәү иҫәңгерәтә туҡмап ташлаған да, шунан яңы ҡалҡып торғанһың. Кисә лә, унан элекке көндәрҙә лә шул уҡ таң, шул уҡ тәндең ауыртып талыуы, шул уҡ Ғәйшәнең мыжыуы, шулай уҡ һыйырҙар, быҙауҙар, бейәләр, осо-ҡырыйы юҡ ваҡ йорт эше.
Айбикә сығып биш һыйырҙы быҙауҙары менән эйҙереп һауып алды ла, ике силәк һөттө ишек алдындағы өлкән аҡ келәт эсенә, сипарат янына ултыртып, һыйырҙарын көтөүгә ҡыуырға китте. Унан ҡайтып быҙауҙарын, егерме-утыҙ башлап һарыҡты ҡыуҙы, унан ҡайтыуына сипараттан һөт үткәрҙе, самауыр ҡуйҙы, йылҡы көтөүе төшөү менән, бейәләрҙең ҡолондарын айырҙы, дүрт-биш көйәнтә һыуға барҙы, икмәк баҫты, иҙәндәрен һеперҙе, һөтөн бешереп ойотто, һауыт-һабаларын йыуып, тағы ҡаҙанға эркет ҡайнатырға һалды, ул арала бейәләрҙең һауыны етеп, дүрт бейәне һауып алды.
Шунан һуң ғына Ғәйшә, йылы түшәгенән тороп сығып:
- Ҡана, килен, сәйеңде өлгөрт. Анауҙы уятмай ғына эсеп алайыҡ, уға яңынан самауыр ҡуйырһың. Көнһылыу менән Ишбулдыны уят, - тине.
Айбикә Көнһылыу менән Ишбулды йоҡлаған бүлмәгә инә. Көнһылыуҙың арҡаһынан тапап:
- Көнһылыу, Көнһылыу! Тор, сәй ултырттым, - ти.
Көнһылыу иренеп кенә күҙен асты ла, әйләнеп ятып, тағы ла йоҡлап китте. Айбикә, әле Көнһылыуҙы, әле Ишбулдыны уятып, торғоҙа алмағас, Ғәйшә янына сығып:
- Еңгә, Көнһылыуҙарҙың торғолары килмәй. Уяттым-уяттым, тағы йоҡлай ҙа китәләр, - тине.
Ғәйшә, ҡыҙыл сыбар тышлы ҙур мендәрҙең өҫтөнә аяҡтарын бөкләп ултырып, сәй яһай башлағайны.
- Йә, ярар, йоҡолары туймаһа, ятһындар, ни уларҙы ҡайта-ҡайта маҙаһыҙлайһың, аталары менән бергә эсерҙәр,- тине. Уға яңғыҙ сәй эсеү күңелһеҙерәк булды, ахры, ул Айбикәгә:
- Килен, барсәле, Көмөш еңгәйҙе сәйгә алып кер, - тине.
Айбикә, Көмөш әбейҙе тиҙ генә үҙе менән бергә алып килеп, боролоп аш өйөнә сығайым тигәйне, Ғәйшә тағы ла:
- Самауырың һыуынып китте, ҡана, тиҙ генә шаулатып алып кил, - тине.
Айбикә шунан һуң ғына тағы үҙ эшенә тотоноп китте.
Аш өйөндә Ҡотлояр ҡарттың тороуына икенсе самауырҙы ҡуйҙы, икмәк һалды, эркет ҡутарып, уны тоҡҡа ҡойоп һарҡытырға ҡуйҙы. Сәйҙәрен йыйып алып, уның арты икенсе самауырҙы ултыртыуға, бейәләрҙең икенсе һауыны етте, уларҙы һауыуға, көтөүҙән һыйырҙар безәкәйләп ҡайта башланы. Уларҙы, быҙауҙарына ҡушылмаһын өсөн, ҡураға бикләне, уларҙы ғына урынлаштырып әйләнгәнсе булмай, бесәнселәрҙең береһе килеп етте. Уларға аҙыҡ әҙерләп бирергә кәрәк. Хатта аҙ ғына ултырып хәл алырға ла әмәл юҡ. Төшкө сәйҙән ҡалған самауырҙағы йылы һыуға икмәк ҡушып, тамаҡ ялғарға ғына ултырғайны, тағы Ғәйшә тауышы:
- Килен, бында ҡомғаныңда һыу бөткән, шуны ла ҡарап ҡуйырға ярамайһың. Ҡуйсы, ҡуйсы, һиңә әйтһәң дә бер, әйтмәһәң дә бер. Был тиклем әрпеш булырһың икән. Тастарың әҙәм күҙенә күрһәтерлек түгел, шуларҙы таҙартып ҡуйһаң ни була. Иртәрәк йоҡонан торһаң, барын да эшләп өлгөрөр инең. Уятҡанды көтөп йоҡлайһың да ятаһың бит, бер әйтәгүр. Кискә ҡунаҡтар саҡырып алырға кәрәк, өйөңдө арыу итеп йыйыштырып ал! Ҡаҙан бушанымы? Ике ҡаҙанға ла тултырып аш һалырға кәрәк. Ҡайнағаң торғас, Асатайға әйтеп килерһең: көтөүенә барып, берәр туҡлы тотоп ҡайтһын, һуйып алырбыҙ...
Айбикә самауыр төбөнән һикереп тора. Ҡомғанға һыу һала, усаҡтағы тиҙәк ҡуҙын аҡтарып, ҡаҙанға таҙа һыу ҡоя, тастарын таҙартырға тотона. Ауыҙына ҡапҡан икмәген эш араһында сәйнәп йота, ә уның яртыһы эселмәй ҡалған шәшкеһе самауыр төбөндә һыуынып көтә.