"Дуҫ булайыҡ" - Повесть - Зәйнәб Биишева

"ДУҪ БУЛАЙЫҠ" - Зәйнәб Биишева


1. АУЫЛДА ТӘҮГЕ КИС
Мәктәптә уҡыуҙар бөткәс тә, атаһы Юлдашты ауылға, өләсәләренә, алып килде. Үҙ ғүмерендә тәү башлап килде ул бында. Элек Юлдаш йәйҙе гел пионер лагерҙарында үткәрә торғайны. Быйыл, ниңәлер, ул үҙе лә ауылға барырға теләне. Өләсәһе лә, кил дә кил, тип саҡырҙы. Етмәһә, атаһы менән әсәһе лә быны хуп күрҙеләр. Шулай итеп, улар бер көндө атаһы менән икәүләп өләсәләренә килделәр ҙә төштөләр. Өләсәһе лә, Кинйәбай ағаһы ла, Гөлйөҙөм еңгәһе лә уларҙы сикһеҙ ҡыуанып ҡаршы алды.

Кинйәбай ағаһы шул көндө үк бер өлкән һарыҡты тотоп һуйҙы. Өләсәһе менән Гөлйөҙөм еңгәһе өлтөрәп йөрөп ит бешерергә тотондо. Улар ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы боронғоса, иң ҡәҙерле аш - һалма бешереп, туған-ырыу, күрше тирә-яҡты саҡырып һыйларға булдылар. Бына кис етте. Берәм-берәм ҡунаҡтар килә башланы. Иң элек бәләкәй генә буйлы әбейе менән күрше Ибраһим бабай килеп етте. Ул ап-аҡ һаҡаллы, ҡыҙыл йөҙлө, һикһән йәштәрҙә булыуына ҡарамаҫтан, уйнап торған күкһел күҙле, ҡаҡса ғына бер ҡарт ине. Төймә урынына иңербау ғына ҡуйылған оҙон, киң аҡ күлдәк тә уның тотош аҡ төҫөнә килешеп тора һымаҡ. Уларҙан һуң оҙаҡ та тормай, ҡатынын эйәртеп, Хәсән бабай ҙа килде. Ул алтмыш йәштәрҙә булһа ла, ҡап-ҡара сәсле, ҡара мыйыҡлы, баһадир кәүҙәле ине. Бер аҙ ғына торғас, төҫө, кәүҙәһе менән бөтөнләй тип әйтерлек Юлдаштың атаһына оҡшаған, ләкин ҙур түңәрәк ҡара күҙҙәре артыҡ уйсан, моңһоу Сәлмән ағай яңғыҙ үҙе генә килде. Уға илле йәштәрҙән ары биреп булмаһа ла, тулҡынланып торған ҡалын ҡара сәстәре араһында, көмөш юлаҡтар булып, аҡ сәстәр ята ине. Иң һуңғы ҡунаҡ булып Зөләйхә әбейҙең ошо һуғышта һәләк булған улынан ҡалған ейәне - колхоздың шоферы Хәмит ағай килеп инде. Ул да, Хәсән бабай шикелле, баһадир кәүҙәле, ҡыҫылыбыраҡ торған бәләкәс үткер ҡара күҙле, көмөрө ҙур танаулы, ҡуңыр йөҙлө йәш егет ине. Уның бәләкәс кәүҙәле, ҡыҙҙар кеүек көләкәс холоҡло кәләше, ҡымыҙсылыҡ фермаһында эшләүсе Фатима еңгә килеү менән, өйҙә ултырмай, Зөләйхә әбейҙәргә аш әҙерләшергә тип, аласыҡҡа сығып китте, ә Юлдаш, бер ҡайҙа ла сыҡмай, өйҙә атаһы янында ғына ултырҙы. Уға был эре-эре кәүҙәле, көр тауышлы, көләс йөҙлө туғандар ҙа, улар килеп тулғас, бөтөнләй бәләкәсәйеп ҡалған өй ҙә ҡыҙыҡ тойола ине, ә ҡунаҡтар был тығыҙлыҡты аҙ ғына ла тоймайҙар, үҙҙәренең күптән күрмәгән туғандары килеп сығыуға ҡыуанып, гөр килеп һөйләшәләр, көлөшәләр, мәрәкәләшәләр ине.
Бына оҙаҡламай аш та өлгөрҙө. Ибраһим бабай менән Хәсән бабай әбейҙәре менән иң түргә мендәр өҫтөнә менеп ултырҙы. Юлдаштың атаһы, Хәмит, Кинйәбай ағайҙар ситтәнерәк урынлашты. Шунан һуң Хәмит ағайҙың Юлдаш ҙурлыҡ бер ҡустыһы, ҡомғанға йылы һыу һалып, бик Һәйбәт итеп ағартылған еҙ тасҡа ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙырып сыҡты. Бөгөн ҡәҙерле ҡунаҡ килеү хөрмәтенә ашау тәртибен дә ҡыҙыҡ өсөн боронғоса һаҡларға тырыштылар. Ҡул йыуҙырып бөткәндән һуң, ҡыҙыл кизеләр менән матурлап, етен ебенән һуғылған ҙур яңы ашъяулыҡ уртаға йәйелде. Һәр кем алдына ағас ҡалаҡтар ҡуйылды. Был - ашты әҙерләүҙә элекке тәртип һаҡланһа ла, хәҙер бер кемдең дә табаҡтан ҡул менән ашамаясағының билдәһе ине. Бынан һуң Зөләйхә әбей табынға бер табаҡ һалма килтереп ултыртты. Кинйәбай ағайҙың алдына шундай уҡ ҙур ағас табаҡ менән тотош бер һарыҡ итен килтереп ҡуйҙылар. Быны күреп, Юлдаш саҡ ҡына ҡысҡырып көлөп ебәрмәне, сөнки уның итте бер юлы былай күп бешергәнде күргәне юҡ ине. Ул атаһының да, быны күреп, йылмая биреп ултырыуын күрҙе, ләкин атаһы өндәшмәгәс, үҙе лә көлмәне, тимәк, ҡунаҡта улай һөйләнеп, көлөп ултырыу ярамай икән. Юлдаш ҡаранған, уйланған арала, Зөләйхә әбей, Гөлйөҙөм, Фатима еңгәләр ҙә, Хәмит ағайҙың теге ҡустыһы ла инеп табынға ултырҙы. Шунан Кинйәбай ағай, кеҫәһенән үткер бәке сығарып, усына янып алды ла, баяғы тауҙай ҡалҡып ятҡан итте турап, табаҡтағы һалма өҫтөнә һала башланы.
- Йә, рәхим итегеҙ, ҡунаҡтар, етешегеҙ әле, - тине Зөләйхә әбей. Үҙе ҡалаҡ тултырып ит менән һалма алды ла һоғоноп уҡ ебәрҙе. Башҡалар ҙа ҡалаҡтарына тотондо. Юлдаш башта Кинйәбай ағайҙың нисек ит турағанын, нисек тәмле-майлы ғына урындарын үҙе лә ҡабып-ҡабып ебәргәнен ҡыҙыҡһынып ҡарап ултырҙы. Үҙемә айырым тәрилкәгә һалып бирерҙәрме икән, тип көттө, ләкин өләсәһе уны башына ла килтермәне.
- Йә, улым, ниңә тик кенә ултыраһың, аша,- тип ҡыҫтаны ла ҡыҫтаны. Етмәһә, иттең еҫе лә бигерәк тәмле булып танауҙы ҡытыҡлай. Аптырағас, Юлдаш та башҡалар кеүек дөйөм табаҡтан ашарға тотоноп китте, һөҙлөктә генә бешкән йоҡа һалма ла, һимеҙ һарыҡ ите лә ғәжәп тәмле ине. Ул үҙе алып ашау өҫтөнә Кинйәбай ағаһы һоғондорған иң тәмле, иң майлы киҫәктәрҙе лә бер ҙә кире ҡаҡмай ашап ҡына ултырҙы. Башҡалар ҙа ашыҡмай, һоғаланмай, яйлап, тәмләп кенә, һөйләшә-һөйләшә ашанылар ҙа ашанылар. Ашай торғас, ашъяулыҡта һөйәк-һаяҡтар ғына тороп ҡалды. Юлдаш, быны күреп, үҙенең дә, башҡаларҙың да шул тиклем күп ит ашай алыуҙарына аптыраны. Ит менән һалма ашағандан һуң, өләсәһе менән Гөлйөҙөм еңгә йүгереп йөрөп ҡунаҡтарға туҫтаҡ менән һурпа ташыны. Иҙелгән әсе ҡорот менән ҡатыштырып, ҡара борос һалып ебәргән был һимеҙ ит һурпаһы Юлдашҡа тағы ла тәмлерәк тойолдо. Өйҙә ул бер ҡасан да бындай һурпа эскәне юҡ ине әле.
Аштан һуң ҡунаҡтарҙың ҡулдарын тағы эҫе һыу менән йыуҙырҙылар. Унан баллап-майлап бик оҙаҡ итеп сәй эстеләр. Юлдаш ҡына сәй эсә алманы. Ул ит, һалма, һурпа ашап сиктән тыш ныҡ туйғайны. Хәҙер ул күҙҙе ҡыҙҙырып ятҡан бауырһаҡтарҙың бер генә бөртөгөн дә алып ҡаба алмай ине. Шулай ҙа Юлдаш, табындан тороп, тышҡа сығып китмәне. Ҡарттарҙың май, бал ҡабып, бәләкәс-бәләкәс кенә йотоп, яйлап ҡына сәй әсеүҙәрен ҡарап, бигерәк тә уларҙың һүҙҙәрен тыңлап тик ултырҙы. Ә ҡарттарҙың һүҙҙәре береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ ине. Башта улар ҡаланан килгән ауылдаштарына үҙҙәренең бөгөнгө эштәре, уңыштары, ҡайһы бер етешһеҙлектәре тураһында һөйләнеләр. Был һүҙҙәрҙән Юлдаш һикһән йәшлек Ибраһим бабайҙың бик шәп умартасы булыуын, ул эшләгән осорҙа колхоздың умартаһы бер баштан йөҙ башҡа хәтле үҫеүен, Хәсән бабайҙың егерме биш йыл буйы алмаштырғыһыҙ конюх булып эшләүен, Сәлмән бабайҙы "колхоздың Мичурины" тип йөрөтөүҙәрен, уның тырышлығы арҡаһында колхоздың утыҙ гектар баҡсаһында ғына түгел, бәлки һәр бер колхозсының баҡсаһында ла ғүмерҙә үҫтерелмәгән алма, сейә, ҡарағаттар емеш биреп ултырыуын белде. Уның күңелендә был ябай, тырыш, намыҫлы хеҙмәт кешеләренә ҡарата хөрмәт артҡандан-арта барҙы, һүҙҙәр үткәндәргә, ҡарттарҙың йәш, көслө, дәртле саҡтарына күсеп киткәс, Юлдаш тағы ла ҡыҙыҡһыныбыраҡ тыңлай башланы, ә ҡарттар был турала ашыҡмай, кәрәкле һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырмай, тәмләп, йомшаҡ, уйсан ғына йылмая биреп, баҫалҡы тауыш менән генә һөйләйҙәр. Әйтерһең дә, һөйләгән һәр бер нәмәне, ваҡытты, шундағы бөтә кешеләрҙе, күренеште күҙ алдына килтереп баҫтыралар ҙа, "ҡайһы урынын һайлап алып һөйләргә" тигән шикелле, әҙ генә икеләнеп, туҡталып торалар. Унан, һүҙҙең йәбен табып алғанға ҡыуанып, күңелләнеп дауам итәләр ине. Башта Ибраһим бабай һөйләне. Ул үҙенең йәш сағын, япон, герман һуғыштарында батыр һалдат булыуын хәтерләп, әкрен генә һөйләне. Ул һәр бер һүҙенең башында йә аҙағында һы-һы-һы... Һы-ы-ы тип туҡтап, һуҙып ҡына һөйләй ине. Башҡалар уның һүҙен бүлдермәй, иғтибар менән тыңлап ултыра. Тик ул герман һуғышы ваҡытында, походта саҡта, тауҙа үҫеп ултырған ҡурайҙы ҡырҡып алып, уйнап ебәреп, бер рус офицерын аптыратыуын, бынан һуң шул офицер осраған һайын:
- Ибрайка, давай, шул үләнде һыҙғырт әле, - тип йөрөүен һөйләгәндә генә:
- Үләнде тип әйтә, тиген, ә?..
- Һыҙғырт, ти икән, бахыр, - тип һөйләшеп, шаулашып алдылар.
- Һы-ы-ы... шулай тимәй ни, ул бит ҡурайҙы шуғаса бер ҙә күрмәгән, - тип Ибрай бабай ҙа кеткелдәп көлөп ҡуйҙы. - Офицер тигәс тә, барыбер һәйбәт кеше ине ул. Һалдаттарҙы бер ҙә обижать итмәй торғайны. Ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәй, атака ваҡыттарында үҙе иң алдан ташлана ине. "Беҙ үҙебеҙҙең дан өсөн түгел, Рәсәй әсәбеҙҙе йәшәтеү өсөн һуғышабыҙ", - тип һөйләргә ярата торғайны. Үҙен бөтә һалдаттар ҙа яҡын күрә ине. Тик, бахыр, һуғыштың аҙағына тиклем йәшәй алманы. Аустрия ерендә ятып ҡалды ул, һы-ы-ы... - тип бөтөрҙө ул һүҙен. Унан һуң Хәсән бабай үҙенең шул герман һуғышында күрһәткән батырлыҡтары, Георгий тәреһе менән ике тапҡыр бүләкләнеүе, унан һуң уларҙың полкына бер большевик килеп сығыуы, шунан үҙҙәренең баш күтәреүе, халыҡ власы яғына сығыуҙары, Петроградты обороналауҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләне.
- Бигерәк тә атака ваҡытында яман уҫал һуғыша инем мин. Әйләнә-тирәмә килгән дошманды йыға һуғып тик тора торғайным, - тип һөйләне ул. Бынан һуң һүҙ йәшлек, батырлыҡ, ярыш темаларына күсеп китте. Быныһы инде Юлдашҡа айырыуса оҡшаны. Ул, атаһының тубығына ята биреп, тын да алмай тыңлап ултырҙы.
- Бер ваҡыт, - тип башлап китте Хәсән бабай был туралағы һүҙен, - утыҙ дүртенсе йылдар ине шикелле, бөтә ерҙә һабантуй үткәреү бик ныҡ ғәҙәткә инеп китте. Шунан мине, ҡарт көрәшсене, тегендә лә, бында ла тартҡылай башланылар. "Әйҙә, Хәсән ағай, йәш саҡтағы һөнәреңде тағы бер күрһәтеп ал әле", - тиҙәр. Ә ул саҡта миңә ҡырҡ йәштәр самаһы бар ине инде. Шулай ҙа мин йәш саҡтағы дан менән көрәшкә керешеп киттем. Бара торғас, яҡын-тирәләге бөтә көрәшселәрҙе йығып бөттөм. Күрше райондарҙа ла миңә ҡаршы сығыр көрәшсе ҡалманы. Бер ваҡыт мине: "Хәсән ағай, бар, Өфөгә барып, үҙебеҙҙең колхозды данлап ҡайт", - тип ҡыҫтай башламаһындармы! Ни эшләйһең, киттем. Барып төшәм, һәйбәт итеп ҡаршы алалар, - ти ул, күңелле йылмайып, - самай главный урамдағы крәҫтиән йортона урынлаштыралар. Ап-аҡ кленкор йәйгән көмөш карауаттарға һалып ҡуялар. Ята ла баһа ирең баяр кеүек-, мамыҡ мендәргә сумып... Яман ҡәҙерләйҙәр бит, малай, ә үҙемдең эс көтөрләй, һай, мин әйтәм, килеүен, Әптелхәсән, килдең дә, махы биреп ҡуймаһаң ярар ине, тим.
Ул үҙен шулай "Әптелхәсән" тип тулы исеме менән атап һөйләргә ярата, тик үҙенән башҡа бер кем дә уны улай атамай ине.
- Өфө һынлы ергә барғас, шулай уйланмаған ҡайҙа инде ул, - тиештеләр ҡарттар, ә Юлдаш, атаһының ҡолағына әкрен генә шыбырлап:
- Көмөш карауат буламы ни, атай?-тип һораны. Атаһы ла,

 

башҡалар ишетмәҫлек кенә итеп, уның ҡолағына:
- Никелле карауат. Тик кенә тыңлап ултыр, - тине.
- Иртәгеһенә беҙҙе автомашинаға ултыртып, Дим тигән бик матур бер йылға буйына алып киттеләр. Унда көрәшергә, ярышырға килгән кеше бер мин генә түгел бит инде. Бөтә Башҡортостандан йыйылған, - тип дауам итте Хәсән бабай. - Барһаҡ, әй-й-й... кешенең күплеге!.. Мәхшәрме ни?! Дим яры буйы әллә ҡайҙан-ҡайҙа халыҡ менән тулған. Ундағы шикелле шәп һабантуйҙы минең өндә түгел, төштә лә күргәнем юҡ ине. Харап, ғәләмәт шәп булды ул. Ниндәй генә ярыштар булманы унда. Һөйләп тә бөткөһөҙ инде, ә минең уны ҡарау ҡайғыһы юҡ. "Был тиклем мәхшәр халыҡ алдында ҡайһылай итеп көрәшмәк кәрәк", - тип уйлап, эс көтөрләп тик тора. "Булмаҫ, мин әйтәм, юҡҡа ғына, Әптелхәсән, бында килдең, ҡартайып барған сағында, хур булып ҡайтырһың инде", - тим.
- Башҡортса көрәшеү башлана!. - тип хәбәр иттеләр. Көрәшселәр йүгерешеп майҙанға сыҡты. Минең йөрәк жыу итеп ҡалды. Мин, ошо әзмәүерҙәй кәүҙәм менән бер бәләкәс кенә ҡарттың артына боҫоп, майҙанға сыҡмай тороп ҡалдым. Башта ҡарап ҡарайыҡ әле. Ату ҡабаланып хур булып ҡуйыуың бар, тим. Элек, мин йәш саҡта, яңғыҙаҡ саҡта, бер ҙә улай ҡурҡмай торғайным. Ни булһа булыр, әйҙә, ти ҙә ҡуя инем. Хәҙер колхоз даны өсөн көрәшкәс, улай дыуамалланып булмай бит. Уйлабыраҡ эш итергә тура килә.
Хәсән бабай һүҙенең ошо урынына еткәс, мыйығын бора биреп, тыңлаусыларға берәм-берәм ҡарап алды ла:
- Көрәшә башланылар,- тип артабан һөйләп китте.- Бына урта буйлы, ҡып-ҡыҙыл йөҙлө, ерән мыйыҡлы, минең шикелле урта йәштәрҙәге бер егет бөтәһен осора һуғып тик тора башланы бит. Ҡарайым, бына бер саҡ уға ҡаршы сығырҙай батыр күренмәй башланы. Туҡта, мин әйтәм, Әптелхәсән, һине колхоз ошо тиклем ергә йомран һымаҡ боҫоп торор өсөн ебәрҙеме ни? Килгәнһең икән, көсөңдө һына, ҡурҡма, тим...
Ул, һүҙен ошо урында туҡтатып, сынаяғындағы сәйҙе һемереп алды.
- Дөрөҫ уйлағанһың, дөрөҫ. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тигән боронғолар, - тип уның һүҙен ҡеүәтләнеләр. Юлдаш атаһы шикелле күҙен генә көлдөрөп, өндәшмәй тыңлап тик ултырҙы, ә Кинйәбай ағаһы түҙмәй:
- Шунан, Хәсән ағай? - тип һорап ҡуйҙы, ә Хәсән бабай шунда уҡ Зөләйхә әбей тағы яһап биргән эҫе сәйҙе сынаяҡ аҫтына ҡойоп, бер-ике генә йотоп ултыртты ла артабан һөйләп китте:
- Шунан ни, давай үҙем көрәшеп алайым әле, - тип, ең һыҙғанып, майҙанға йүгереп сыҡтым... Башта мине сразы теге батыр менән көрәштермәнеләр әле, уға хәтле миңә күп кенә көрәшселәр менән алышырға тура килде. Ул ерән батырҙы иң аҙаҡтан ғына күтәреп һуғып ҡуйҙым мин. Кәүҙәгә ҙур ҙа түгел, ә көслө ине, шайтан, ергә йәбешеп үҫкәнме ни. Күтәреп алып булмай. Көскә йыҡтым үҙен...
- Үәт, молодец, исмаһам...
- Егет данын һатмағанһың, - тип уны төрлөсә хупланылар, ә Хәсән бабай был һүҙҙәрҙе баҫалҡы ғына йылмайып тыңланы ла:
- Унан һуң бер ыңғайҙан Свердлау ҡалаһына ла ебәрҙеләр үҙемде,- тип артабан дауам итте. - Унда ла һабантуй була, барып көрәшеп ҡайт, тинеләр. Киттем. Бында инде "Ҡыҙыл йондоҙ" колхозы исеменән генә түгел, бөтә Башҡортостан исеменән барам бит. Хәҙер инде сер бирергә бөтөнләй ҙә ярамай.
- Шунан, бирмәнеңме һуң? - тип ҡыҙыҡһынды Юлдаштың атаһы.
- Бирмәнем. Беренсе урынды алдым, - тине Хәсән бабай, дәртләнеп. - Шунан мине Мәскәүҙә буласаҡ ярышҡа ла ебәрмәксе булғайнылар ҙа, мин: "Юҡ, бара алмайым, бесән өҫтө етә, эш күп", - тип ҡайтып киттем.
Һүҙенең ошо урынына еткәс, Хәсән бабай, тыңлаусыларҙың уның был эшенә нисек ҡарауҙарын белергә теләгән һымаҡ, яҡ-яҡҡа ҡаранып, ҡалын ҡара мыйығын борғолап, тын ғына ултырҙы ла:
- Әле уйлайым, бына нисек иҫәр булынған,- тип ҡуйҙы.
- Ниңә иҫәр була, ти, бик шәп, бына тигән егет булынған, тиген,- тип ҡуйҙы Ибраһим бабай. - Йөҙ ҡыҙарып иҫкә алыр эшең юҡ.
- Юҡ, - тине Хәсән бабай, ҡырт киҫеп, - тик теге Мәскәүгә бармай ҡайтып китеүемде генә әйтәм...
- Уныһы дөрөҫ, иҫәрлек булған. Ниңә шунда бер һылтауҙан Мәскәүҙе күреп ҡайтмаҫҡа?! - тиештеләр башҡалар.
- Үҙем дә бына шуны әйтәм шул, - тине Хәсән бабай үкенесле тауыш менән, - эш бер ҡасан да ҡасмаҫ ине, ә бына көрәшсе саҡ ҡасты... Уны хәҙер, ер тырнап илаһаң да, ҡайтара алмайһың... Ҡартайылды хәҙер... Әле бына, уҙған йыл, Сәлмәндәр барған саҡта, мине лә яҡшы конюх булғаның өсөн Мәскәүгә ауыл хужалығы күргәҙмәһенә ебәрәбеҙ, тип әйтеп ҡаранылар ҙа бит, барманым. Ҡартайылған. Йәш саҡта, көрәшсе саҡта бармағас, хәҙер ни инде... конюх булып барыуҙың ни ҡыҙығы бар? Нимәгә ул... Һай, ғүмер, бөтәһе лә бер ваҡыт ҡына була икән ул...
Бынан һуң ул башын эйеп уйланып тынып ҡалды. Ошо ваҡыт уның ауыр уйҙарын таратырҙай егеттәрсә көр, шат тауыш менән Сәлмән ағай:
- Эй, ҡуй әле, Хәсән ағай, ҡайҙа әле һиңә ҡартайырға?! Әле сәсеңә сал да инмәгән, - тип ҡуйҙы. Уның тауышынан бөтә тирә-яҡ йәнләнеп, күңелләнеп киткән һымаҡ булды. Ә үҙенең ғәжәп аҡыллы, ҙур түңәрәк күҙҙәре тауышына һис тә хас түгел рәүештә моңһоу, ҡайғылы ине. Быны күреп, Юлдаш иртәнсәк, үҙҙәре килеп төшкәс тә, сәй эсеп ултырған ваҡытта өләсәһенең һөйләгән һүҙҙәрен хәтерләне.
"Уҙған йыл килен үлеп киткәне бирле, Сәлмән бер ҙә мандый алмай әле. Гел моңая ла йөрөй. Яңынан кәләш ал тиһәк тә, тыңламай. Миңә Көнбикәмдән башҡа бер кем дә кәрәкмәй, ти. Үлгән кешене кире ҡайтарып буламы ни, алйот, тип ҡарайбыҙ ҙа ни, булмай. Балалары ла үҫеп бөткән дә бит инде. Бына үҙенә ҡыйын шул... Бигерәк яратҡан икән шул киленде... Пар күгәрсен кеүек татыу йәшәгәйнеләр шул..." - тип һөйләгәйне уның өләсәһе. Хәсән менән Сәлмән Юлдаштың ҡартатаһы менән бер туған бабайҙары ине.
Юлдаш ошо хаҡта уйлаған арала, бабалары ҡартлыҡ менән йәшлек тураһында бер аҙ бәхәсләшеп алды. Хәсән бабай "ҡартайҙым" тип, Сәлмән ағай, "һиңә ҡартайырға иртә әле", тип раҫларға тырышты. Ә Ибраһим бабай, күкһел күҙен мөлдөрәтеп, ап-аҡ мыйығы аҫтынан хәйләкәр генә йылмайып тик ултырҙы. Уның был ҡарашы һис шикһеҙ: "Әй, һеҙ әле икегеҙ ҙә ҡартлыҡтың ни икәнен белмәйһегеҙ... Белгәс, улай бик "ҡартмын" тип әйткегеҙ килмәҫ..." тигәнде аңлата ине. Юлдаш ҡарашын Ибраһим бабайҙан тағы Сәлмән ағайға күсерҙе, сөнки был ваҡытта Сәлмән бабаһы көлә-көлә ниҙер һөйләй башлағайны инде.
- Ҡартайҙым, тигән булаһың. Иҫеңдәме, беҙ бит әле ошо һуғыш алдынан ғына йәшлекте, егетлекте тағы бер күрһәткәйнек, ә? - ти ул, аҡыллы күҙҙәрен Хәсән бабайға төбәп.
- Нисек булды һуң ул? - тип ҡыҙыҡһынды Юлдаштың атаһы.
- Әлеге-баяғы шул һабантуйҙа булды был да, - тип һөйләп китте Сәлмән ағай. - Бер йылды, яҙғы сәсеү бөткәс: "Район үҙәгендә һабантуй була", - тип белдерҙеләр. Шунан бөтә колхоздар ҙа бик тырышып әҙерләнә башланылар. Билдәле, һәр ҡайһыһы ни менән булһа ла ҡатнашырға, алдынғылыҡ өсөн көрәшергә теләй. Ҡайһылары юртаҡ атта, ҡайһылары мотоциклда, ҡайһылары велосипед ярышында йәки йыр, бейеү, көрәштә, ырғыу, һикереү, йүгереүҙә уҙырға әҙерләнә. Беҙҙә ул саҡта колхоз председателе булып Ҡотипов тигән бер ғәмһеҙ кеше эшләй ине. Әйтеп ҡарайбыҙ, ә ул бер ни менән дә ҡатнашырға теләмәй. "Беҙҙән башҡа ла ярышыусылар күп булырҙар әле", - ти ҙә ҡуя. Шул һәлкәүлеге менән беҙҙә бөтә эште лә артҡа ҡалдырып, колхозды ҡарыуһыҙландырып китте ул, бахыр...
- Ни өсөн бахыр? Эште артта ҡалдырған кешене йәлләргә яраймы ни?- тине Юлдаштың атаһы.
- Бахыр, тим шул. Ватан һуғышында Сталинград янында мин уны үҙ ҡулым менән ерләп киттем. Былай һәлкәү генә булһа ла, һуғышта бына тигән батыр булып сыҡты ул. Ҡурҡыуҙы белмәй һуғышты... Ысын батыр үлеме менән шәһит булды, бахыр...
Юлдаштың атаһы, һүҙҙең былай боролоп китеүе табынға күңелһеҙлек килтереүенән, хәҙер уның әсәһе лә, башҡалар ҙа һуғышта үлгән улдарын, яҡындарын иҫкә алып ҡайғырыша башлауҙарынан ҡурҡып:
- Шунан, Сәлмән ағай, һабантуйға барҙығыҙмы һуң?-тип һүҙҙе тиҙ генә төп темаға ҡайтарырға ашыҡты. Сәлмән ағай уйсан ғына көлә биреп дауам итте:
- Шулай беҙ теге мәрхүм председателгә әйтеп ҡарайбыҙ, ыжламай бит егетең. Иҫе лә китмәй. Уны ҡуҙғатыр өсөн күҫәк кәрәк. Ә председателгә күҫәк күтәреп булмай бит. Ни эшләргә?.. Шунан беҙ Хәсән ағай менән шулай һөйләштек: "Давай, үҙебеҙ, өс Әлимов, барып, колхозыбыҙға дан яулап алып ҡайтайыҡ!.." - тибеҙ. Хәсән ағай көрәштә, мин йырҙа йәки ҡурайҙа ярышырға уйлайбыҙ. Өсөнсөгә бына ошо егетте, - ти Сәлмән ағай, Хәмит ағайға күрһәтеп, - алып бармаҡсы булабыҙ. Ул саҡта уға ун алты ғына йәш ине шикелле? Шулай бит, Хәмит?
- Эйе, ун алты ине, - ти Хәмит ағай, ни өсөндөр ҡыҙарынып. Шундай ҙур кәүҙәле, мыҡты кешегә балаларса ҡыҙарыныу һис тә оҡшамаған кеүек тойола Юлдашҡа, Ә Сәлмән ағай ашыҡмай ғына артабан һөйләп китә:
- Кешенән ишетеп, Хәмиттең шәп йырлауын беләбеҙ. Ләкин әле үҙебеҙ уны тыңлап ҡарағаныбыҙ юҡ. Шулай ҙа алып барырға булдыҡ. Юлда йырлатып, һынап ҡарарбыҙ ҙа, ысынлап шулай шәп йырлаһа, ярышта ҡатнаштырырбыҙ, тибеҙ. Сөнки был ваҡытта мин үҙемдең йырсылыҡ көсөмә ул тиклем ышанмай башлағайным инде...
Бына шулай итеп, һабантуй була торған көндө беҙ өсәүләп, таң ҡараңғыһынан тороп, йәйәүләп китеп барҙыҡ. Теге ҡарышмал председатель, мәрхүм, тәки ат бирмәне бит. "Юҡ артынан йөрөмәгеҙ", - тине. Беҙ ҙә үҙ һүҙле. Киттек. Юл буйы Хәмитте йырлатып барҙыҡ. Егетең башта бер аҙ тартыныңҡырап барһа ла, аҙаҡ, бөтә яланды яңғыратып, "Урал" көйөнә һалдырып ебәрмәһенме! Беҙ аптырап та ҡалдыҡ. Үҙебеҙҙең тоҡомдан бына тигән яңы бер йырсы етешкән дә баһа!.. Шулай итеп, ул, ауыҙҙы бер асып алғас, беҙгә "Зөлхизә"не лә, "Һандуғас"ты ла, тағы башҡа бик күп көйҙәрҙе лә йырлап ишеттерҙе. Тауышының көслөлөгөнә, моңлолоғона, күкрәгенең киңлегенә һоҡланып бөткөһөҙ ине уның... Шунда мин үҙемдең был ун алты йәшлек егеттән еңелгәнлегемде аңланым. Ул хәҙер минән бик күп көслө лә, матур ҙа йырлай ине. Шулай итеп, миңә был туйҙа ҡурай менән генә ҡатнашырға ҡалды. Йыр менән Хәмит ярышырға тейеш булды...
Сәлмән ағай һүҙенең ошо урынына еткәс, уйсан күҙҙәрен Хәмит ағайға текләп оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы ла:
- Иҫеңдәме, ҡустым, шул саҡ? - тип һорап ҡуйҙы. Уның һүҙен башын түбән эйеп, артыҡ маҡтауҙан уңайһыҙлана биреп тыңлап ултырған Хәмит ағай, әҙәпле

генә йылмайып:
- Мин уны ғүмерем буйына хәтерҙә тотасаҡмын,- тине.
- Шулай... Ундай бәхетле минуттар кеше ғүмерендә бик йыш булмай шул, ҡустым, шуға күрә улар онотолмайҙар ҙа, - тип артабан һөйләп китте Сәлмән ағай.- Бына шулай итеп беҙ ул көндө ҡояш сығыуға район үҙәгенә йыр менән барып индек, һабантуй бик шәп үтте. Һәр бер колхоз ни менән булһа ла ҡатнашты, ярышта алдынғылыҡ алды. Беҙ ҙә үҙ колхозыбыҙҙың йөҙөнә оят килтермәнек. Хәсән ағай, ғәҙәте буйынса, көрәштә бөтәһен йығып, еңелмәҫ батыр булып ҡалды. Бынауы хәтле дәү кәүҙәле, таш билле баһадирҙы кем күтәреп һуға алһын һуң?! Сәлмән ағайҙың был һүҙенән һуң бөтәһе лә Хәсән бабайға хөрмәт менән ҡарап, әҙәпле генә көлөшөп алды. Ә Юлдаш уның көйәнтә шикелле киң яурындарына, сүмес ҙурлыҡ йоҙроҡтарына ҡарап: "Их, уның кеүек баһадир булырға ине..." - тип уйланы.
- Бына, шулай итеп, көрәштә - Хәсән ағай, ҡурай уйнауҙа мин беренсе урынды алдым, - тип һөйләп китте Сәлмән ағай.- Инде йырҙа ғына Хамит, малай кеше, ҡаушап, махы биреп ҡуймаһа, беҙ уйлаған ниәтебеҙгә ирешәсәкбеҙ,- тибеҙ. Хәмит махы бирһә лә, сигенергә уй юҡ әле. Ул саҡта үҙем йырҙа ла ярышырға торам.
- Йырҙа ла беренселекте ала инең, - тип ҡуйҙы Хәсән бабай, дәртләнеп.- Ул саҡта был тирәлә һинән шәп йырсы юҡ ине бит әле.
- Бәлки, шулай ҙа булыр ине,- тип уйсан ғына дауам итте Сәлмән ағай, - бына шулай бер ваҡыт йыр ярышы башланып китте. Иң элек майҙанға Иштәү ҡарт сығып, үҙе сығарған ҡобайырҙарын йырланы. Бөгөнгөләй хәтеремдә, ул гел йәшлекте, мөхәббәтте данлап, хәҙерге яңы тормошто маҡтап йырланы... Ә үҙенә ул саҡта йөҙ ҙә ун биш йәш ине...
Юлдаш, ошо урында уның һүҙен бүлеп:
- О, йөҙ ун биш?! - тип ҡысҡырып ебәрҙе. - Хәҙер ул ҡарт бармы әле, олатай?
Буранбай ағай янында ултырған Зөләйхә әбей ейәненә:
- Бала кеше тыңлап ҡына тик ултыра, - тип иҫкәртеү яһамай булдыра алманы. Сөнки бында бала-сағаның ололар һүҙенә тығылыуы әҙәпһеҙлек һанала, ә тыңлап ултырырға рөхсәт ителә ине. Ололар һүҙгә нисек кенә мауыҡмаһындар, бер ҡасан да үҙ яндарында бала-саға, йәштәр барын онотмайҙар, һәр һүҙҙе улар ҡыҙыҡһынырлыҡ, өлгө алырлыҡ итеп һөйләргә тырышалар ине. Шуның өсөн Юлдашҡа хатта атаһы ла:
- Улым, бабайыңдар һөйләгәнен тыңлап ҡына ултыр,- тип ҡуйҙы. Ләкин Сәлмән бабаһы уға асыуланманы. Хатта һабантуй тураһындағы һүҙен туҡтатып тороп, Иштәү ҡарттың бынан һуң да бик оҙаҡ йәшәүен, ошо Ватан һуғышы йылдарында ғына үлеүен, үҙҙәренең колхозын, ундағы эшлекле, һәйбәт кешеләрҙе маҡтап бик күп ҡобайырҙар сығарып ҡалдырыуын һөйләп бирҙе. Шунан һуң ғына:
- Бына, шулай итеп, Иштәү ҡарттың йырын бик яраттылар,- тип баяғы һабантуй тураһындағы һүҙенә күсеп китте. - Уға ҡәҙерле бүләктәр бирҙеләр. Шунан бер ваҡыт: "Ҡыҙыл йондоҙ" колхозы ағзаһы, ун алты йәшлек егет Хәмит Әлимов "Әрме" көйөнә йырлай!" - тип белдерҙеләр. Ә мин шунан алыҫ түгел бер ерҙә, майҙан тышында, тыңлап торам. Үҙемдең йөрәк яҡшы ат кеүек тулай ҙа баһа. Әйтергә генә анһат, яңы, йәш йырсы тыуа бит... Миңә, ҡарт йырсыға, уға юл биреп, артҡа сигенергә ваҡыт еткән... Үҙеңдең еңелеүеңде тойоу уйын эшме ни ул?! Шуның өҫтәүенә, колхозға дан яулап ҡайтыу шатлығы ла күңелде ярһыта.
Ул һүҙенең ошо урынында тағы бер аҙ тынып, уйланып ултырҙы. Башҡалар:
- Шулай булмаған ҡайҙа ул!
- Шулай шул, - тип уның һүҙен төрлөсә ҡеүәтләнеләр.
- Бына шундай төрлө уйҙар менән ярһып, ни эшләргә белмәй тигән шикелле, майҙан тышында йөрөйөм, - тип йомшаҡ ҡына йылмайып дауам итә Сәлмән ағай, - бына бер саҡ бығаса бер ҡасан да ишетелмәгән шундай саф, йәш, көслө, беҙҙә һирәк була торған ҡалын тауыш яңғырап китә. "Бас" тип йөрөтәләр шикелле ул тауышты. "Ҡайҙан килгән был малайға бындай тауыш?.." - тип иҫем китеп тыңлап торам мин. Мин генәме һуң, бөтә майҙан тын ҡалып тыңлай. Шунан ул йырлап бөтөүгә, мин, үҙ-үҙемде белмәй:
- Һай-й-й!.. - тип һуҙып, тирә-яҡты яңғыратып көй күтәреп ебәрәм. Шунан бөтә майҙан шау килеп ҡул саба башлай... Шулай булды бит, Хәсән ағай?.. - Сәлмән ағай һораулы ҡарашын уға күсерә.
- Шулай, шулай... Тап шулай булды, - тип дөрөҫләй Хәсән бабай.
- Тап шулай булды, - тип, Хәсән бабайҙың һүҙен ҡабатлап, артабан һөйләп китә Сәлмән ағай. - Бынан һуң Хәмитте тағы-тағы йырлаттылар, һәр бер йырының аҙағында мин майҙан тышынан көй күтәреп, уға үҙемдең хуплауҙы белгертеп торҙом. Хәмит, ахыры шуға, күңеле күтәрелеп, тағы ла батырыраҡ йырланы. Уның һәр бер йыры көслө ҡул сабыу менән бөттө. Ә ул йырлап бөткәс, мин, ҡыуанысымдан сурлап аҡҡан йәшемде тыя алмай, битемде тупраҡҡа терәп, ергә яттым. Нисек иламайһың, еңеү ҙә, еңелеү ҙә бергә ине бит...
- Һы-һы-ы... Шулай... Һәйбәт... - тине Ибраһим бабай, йәнләнеп.
- Эйе, шулай булды... Һай, бар ине бит йәш саҡтар...- тип ҡуйҙы йәнә Хәсән бабай. Бынан уның көрәшсе, батыр, ҡыйыу сағын бик ныҡ һағынғанлығы күренеп тора ине.
- Бына, шулай итеп, беҙ, өс Әлимов, колхозыбыҙға дан яулап алып ҡайттыҡ ул саҡта, - тип ҡуйҙы Сәлмән ағай ысын ғорурлыҡ менән. Уның моңһоу күҙҙәре бәхетле балҡып, йәнләнеп киттеләр. - Ошонан һуң беҙҙе һабантуйҙағы бөтә халыҡ, ҡайҙа ғына барһаҡ та:
- "Ҡыҙыл йондоҙ"ҙоҡолар бына нисегерәк улар?! Улар борон-борондан шулай көрәшсе лә, йырсы ла, кәрәк икән, һуғышсы ла булдылар, - тип, һоҡланып, хөрмәт менән оҙаттылар. Ә һин, Хәсән ағай, ҡартайҙым, тигән булаһың... - тип бөтөрҙө ул һүҙен. Бынан һуң ул, Юлдаштың атаһының һәм башҡаларҙың үтенеүе буйынса, "Буранбай"ҙы, "Ҡаһым түрә"не, "Һандуғас"ты йырланы. Уның тауышы шундай моңло, яғымлы ине. Юлдаш унан күҙен дә алмай, тауышын да сығармай тыңланы. Ул быға тиклем башҡорт йырҙарының һәйбәтлеген һис тә аңламай ине әле. Бында әллә олатаһы алдан һәр йырҙың тарихын һөйләп, һүҙҙәрен ап-асыҡ әйтеп йырлағанғамы икән, был йырҙар уға беренсе тапҡыр шундай аңлайышлы, яҡын булып тойолдо. Ул хатта эстән генә ҡушылып йырлап та ултырҙы.
Сәлмән бабаһынан һуң Хәмит ағаһы йырланы. Уның тауышы айырата көслө, ысынлап та, бая Сәлмән бабаһы һөйләгәнсә, бөтә майҙанды күмеп китерлек ярһыу моң менән тулы ине. Ул ҡурайҙы ла бик шәп, бығаса Юлдаш бер ҡасан да ишетмәгәнсә итеп тарта ине.
Был кисте улар шулай һөйләшеп-йырлашып бик оҙаҡ ултырҙылар. Иртәгеһенә Юлдаштың атаһы ҡайтып та китте. Ләкин был кис мәңге онотолмаҫлыҡ булып Юлдаштың күңелендә ҡалды. Ул ошо кистә "һин уҡыйһыңмы, эшләйһеңме йәки йырлайһыңмы, көрәшәһеңме, ни генә эшләһәң дә, уны бына ошо Хәсән, Сәлмән бабайҙар, Хәмит ағайҙар шикелле бөтә йәнең-йөрәгең менән бирелеп башҡар. Шул саҡта ғына ул һинең үҙеңә лә, кешегә лә шатлыҡ килтерер. Күңел һалмай, яратмай, тырышмай, ярты-йорто башҡарылған эштән бер кемгә лә ҡыуаныс та, файҙа ла юҡ" тигән хәҡиҡәтте аңланы һәм быны һәр ваҡыт иҫтә тоторға үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе.