"Өс Таған" - Повесть - Мостай Кәрим

"ӨС ТАҒАН" - Мостай Кәрим

Бөркөтлө

Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡыйындыр, әлбиттә. Ә бит Бөркөтлөнө күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: Бөркөтлө.
Шулай ҙа кешеләрҙе аңламаҫһың. Бөркөтлөләр үҙ ихтыярҙары менән ҡайҙағылыр алыҫ ҡалаларға, күҙ күрмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ илдәргә барып йөрөп ҡайталар. Күргәндәрен мәрәкә итеп һөйләйҙәр. (Мин һуғышты әйтмәйем. Унда берәү ҙә мәрәкә күрәйем тип бармаған.)

 

Йорттан сыға алмағандары лимон-әфлисундар үҫкән йыраҡ ерҙәр, шаулы диңгеҙҙәр, ҡыш булмай торған илдәр, төн булмай торған яҡтар тураһында хыялланалар. "Их, шуларҙы барып күрһәң ине!" - тиҙәр. Ә бына: "Их Бөркөтлөнө күрһәң ине!" - тип уфтанған кешене, ниңәлер, осратырға тура килмәне. Кешеләрҙең шундай ҡыҙыҡһынмаусан булыуына аптырарһың. Ҡыҙғаныс, әлбиттә.

Бөркөтлөлә, әйткәнемсә, донъя күргән кешеләр байтаҡ. Күрмәгәндәре лә сей наҙан түгел. Аҡты ҡаранан айыралар. Ана һарыҡ көтөүсеһе Шәрифулланы ғына тыңлап ҡарағыҙ. Алтмышҡа етеп, ситкә аяҡ атлағаны юҡ, ә үҙе ер шарын биш бармағы кеүек белә. "Ҡыҙыл буяуҙы Ҡыҙыл диңгеҙ һыуынан, ҡара буяуҙы Ҡара диңгеҙ һыуынан, аҡ буяуҙы Аҡ диңгеҙ һыуынан яһайҙар, йәнә һары диңгеҙ, Йәшел диңгеҙ, Зәңгәр диңгеҙ бар... - ти ул. - Йылы яҡта шундай тигеҙ далалар бар, ҡояш сыҡҡанда йомортҡа тәгәрәтеп ебәрһәң, ҡояш батҡансы туҡтамай барасаҡ", - ти.
Ә Бөркөтлө ҡарағас, ҡайын, ҡарағай урмандары менән ҡапланған тауҙар араһында - Урал итәгендә ултыра. Уның ике яғында ике ҙур күл. Береһен - Ҡалҡанкүл, икенсеһен Ҡылыскүл тип атап йөрөтәләр. Ҡалҡаны алыҫыраҡ, Ҡылысы ауыл эргәһендә генә. Тау битләүендә үлән йәшәреүгә Ҡалҡандың һыуы йылынып та өлгөрә, ә Ҡылыстың һыуы йәй уртаһында ла, боҙ кеүек, һалҡын була, инһәң, тәнде ҡурып ала.
Донъяла бер нәмә лә үҙ-үҙенән генә яралмай. Әлеге күлдәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһында ошондай әңгәмә йөрөй. Имеш, борон-борон заманда, Уралды илбаҫарҙарҙан һаҡлағанда, бәһлеүәнгә уҡ тейгән. Ул гөрһөлдәп ергә ауған. Уң ҡулындағы ҡылысы бер яҡҡа, һул ҡулындағы ҡалҡаны икенсе яҡҡа барып төшкән. Ҡалҡан төшкән ерҙә йылы күл, ҡылыс төшкән ерҙә һалҡын күл ҡалҡҡан. "Ни өсөн шулай ике төрлө һыу сыҡҡан?" - тип һораһағыҙ, баяғы Шәрифулла былай тип яуап бирер: "Сөнки ҡылыс йән ҡыя торған яман ҡорал, ә ҡалҡан йән һаҡлай торған яҡшы нәмә",- тиер.
Бөркөтлөнөң күрке күлдәр генә түгел. Уның тирәһендә кемуҙарҙан ярышып күккә үрләгән тауҙар, тау араларындағы йәшел үҙәндәр, ҡаяларҙан урғылып сыҡҡан шишмәләр, таштан-ташҡа һикереп уйнаған ҡыр кәзәләре, яҙғы шарлауыҡтарҙан көҙгө ҡырауҙарға тиклем тынмай һайраған ҡоштар йәм өҫтөнә йәм өҫтәй. Яҙғы күкрәүҙәр ваҡытында бында тауҙар гөрләп тора. Әйтерһең, улар үҙҙәре күкте күкрәтәләр. Урмандарҙа беләк йыуанлығы көпшәләр үҫә, аҡландарҙа турғай башы ҙурлығы еләктәр бешә. Кеше аяғы баҫмаған түбәләрҙә бөркөттәр бала сығара. Улар йыш ҡына саңҡ-саңҡ итеп ауыл өҫтөнән осоп үтәләр. Ана шул бөркөттәр инде бынан бик күп йылдар әүәл ауылға исем биргәндәр: Бөркөтлө.

Күкрәктауҙағы әңгәмә

Ҡылыскүл эргәһендәге бейек түбәне Күкрәктау тип йөрөтәләр. Уның төньяҡ битләүен ҡуйы ҡарағай урманы ҡаплаған, ә көньяҡ битләүе тап-таҡыр сиҙәмлек. Бер ҡараһаң, ул яртылаш сәсе алынған малай башына оҡшап ҡуя. Был яҡта ул шулай: ағастар тауҙарҙың төньяҡ итәктәренә һыйынып үҫәләр. Әйтерһең, улар тауҙарҙы һалҡын елдәрҙән ышыҡлар өсөн шулай итәләр.
Күкрәктау башына менеп ҡараһаң, күк сите әллә ҡайҙа алыҫҡа күсеп китә. Түбәндә Яйыҡ буйына ултырған Тирмә ауылының йорттары умарталыҡтағы умарталар саҡлы ғына күренә. Ә Урал итәгендә көтөүселәр яҡҡан усаҡтың төтөнө Шәрифулла төрөпкәһенән сыҡҡан төтөн хәтле генә. Тик әллә ҡайҙа ятҡан Кирәмәт кенә аяҙ көндәрҙә ҡараған һайын яҡынайған һымаҡ күренә. Тулҡын-тулҡын булып күгәреп ятҡан бүтән түбәләр араһында уның ғына башы ҡояшта ялтырап ағарып тора, йәйге селләгә тиклем унда ҡар ята.
Кирәмәт башына менеү тураһында күп малайҙар хыяллана. Ләкин унда менеү өсөн ҡара урмандар, текә ҡаялар, тәрән соҡорҙар аша уралып-уралып киткән тар, хәтәр һуҡмаҡ менән бер көн, бер төн барырға кәрәк. Ирмен тигән кеше Кирәмәткә менмәй ҡалмаҫ, әлбиттә.
Ә хәҙергә Күкрәктауҙың көньяҡ битләүендә Шәрифулланың һарыҡтары керт-керт үлән ашап йөрөй. Тау башында эреле-ваҡлы биш кеше ултыра. Һары мыйыҡлы, ас яңаҡлы Шәрифулла ағай үҙе инде. Ә ҡалған дүртеһе тураһында һеҙҙең хатта ишеткәнегеҙ ҙә юҡтыр. Ғәжәп тә түгел. Уларҙың әлегә һис ни менән дан ҡаҙанғандары юҡ шул. Өсөһө кисә генә төрлө-төрлө билдәләр менән бишенсе класты тамамлап сыҡты. Тәртип яғы ла ал да гөл генә булманы. Шулай ҙа ҡойроҡ-фәлән эйәрмәне.
Ыҫмала төҫлө ҡара ҡуйы сәсле, ҡылыс танаулы, сандыр малай Ғабдулла исемле. Уның сәсенә ҡулыңды тейҙерһәң, бармаҡтарың сатнап йәбешер һымаҡ. Йәмшек танаулы, табаҡ битле йыуаны - Вәзир, һыуыҡта ла, эҫелә лә уның ике бит алмаһы гел ҡыҙарып янып тора. Вәзирҙең күҙҙәрен сылт-сылт йома торған ғәҙәте бар. Бер саҡ яңы килгән уҡытыусы апай, үсекләшә тип уйлап, ошо ҡылығы өсөн уны кластан да ҡыуып сығарҙы. Үҙе шундай булһа ла рогатканан һәләк мәргән ата ул. Өсөнсөһө - Бөркөтлөлә берҙән-бер ерән сәсле, һипкелле малай Айҙар. Уның "Ҡыр кәзәһе" тигән ҡушаматы ла бар. Шәп йүгергән өсөн шулай тип йөрөтәләр. Дүртенсеһе саҡ ҡына ситтәрәк ултыра. Уның әле етеһе лә тулмаған. Сысҡан ҡойроғо кеүек кенә толомона матур ҡыҙыл таҫма ҡушып үргән. Исеме лә матур уның - Гөлнур. Тик алғы тештәре генә юҡ. Теш булмағас, ауыҙында һис кенә лә һүҙ тормай.
Шәрифулла ағай бик серле тауыш менән нимә тураһындалыр әңгәмә һөйләй. Ҡалған дүртеһе тын да алмай тыңлап ултыра. Байыр яҡҡа тәгәрәгән ҡояштың һарғылт нурҙары Шәрифулланың ыҫланған мыйыҡ остарына төшөп йымылдайҙар. Йымылдайҙар ҙа уның аҫҡы ирененә һикереп төшәләр. Шуға күрә уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙе ниндәйҙер бер яңы серҙе аса һымаҡ.
Нимә һөйләй икән ул? Әйҙәгеҙ, ҡолаҡ һалып ҡарайыҡ.
- ...Кирәмәт башына менеү - бөркөт осор бейеклеккә күтәрелеү тигән һүҙ ул. Төндәрен уның өҫтөндә, - ти Шәрифулла, - усаҡ тирәһендә әйләнгән күбәләктәр төҫлө, йондоҙҙар һикерешеп уйнай. Улар түбән үк төшәләр - үрел дә тот үҙҙәрен! Ҡайһы бер үтә шуҡтары, яңылыш ҡаяға һуғылып, селпәрәмә лә киләләр. Ана шуны инде йондоҙ атылыу тиҙәр.
Әммә Кирәмәттең ҙур хәсрәте бар. Уның башындағы кескәй генә күлдә әүәл заман алтын-көмөш балыҡтар мыжғып торған. Бәлки йондоҙҙар шулар менән шаярыр өсөн тау түбәһенә төшкәндәрҙер ҙә. Балыҡтарҙың күптән инде заты ҡороған, ә йондоҙҙар иҫке ғәҙәттәрен һаман да ташламағандар. Балыҡтарҙы бер яман кеше һәләк иткән. Ул күлгә бер генә суртан ебәргән. Шул суртан аҙмы-күпме ғүмер үтеүгә алтын-көмөш балыҡтарҙы йотоп бөтөргән. Тау быға ҡайғырған. Шул ҡайғынан түбәһендәге күле лә кибә башлаған. Ул кибеп бөтһә, Кирәмәт дөм һуҡыр булып ҡаласаҡ. Ҡояш яҡтыһын да, болоттар аҡҡанын да, йондоҙҙар йымылдауын да күрмәйәсәк. Теге ҡомһоҙ суртан да дөмөгөүен дөмөккән, тик күлдәге йән эйәләрен бөтөрөп дөмөккән.
Әгәр батыр егеттәр табылып, беҙҙең Ҡылыстағы төҫлө алтын-көмөш балыҡтарҙы шунда илтеп ебәрмәһәләр, ул күл кибәсәк. Кирәмәт хәсрәтенән ишелеп төшәсәк. Көндәрҙән бер көндө анау аҡ нур сәсеп торған бейек тау урынында бушлыҡ тороп ҡалһа, бик күңелһеҙ буласаҡ. Шулай түгелме ни, егеттәр?
Егеттәр өндәшмәне.


Башлыҡ һайлау

Ҡояш алыҫтағы урманға барып төртөлгәндә, Шәрифулла һарыҡтарын фермаға табан ҡыуып китте. Малайҙар ҙа ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Башлап Вәзир өндәште:
- Кирәмәттең хәле мөшкөл икән...
- Бер суртан арҡаһында... - тип ҡушылды Айҙар.
- Суртан түгел, бер яман кеше арҡаһында, - тип төҙәтте Ғабдулла. - Кирәмәтте был хәлдә ҡалдырырға ярамай.
- Күп итеп ыуылдырыҡ йыяйыҡ та,- тип кәңәш бирҙе Вәзир, - илтеп һалайыҡ. Балыҡ ул ыуылдырыҡтан ярала.
Айҙар уны ҡырт киҫте:
- Ыуылдырыҡ түгел, тере балыҡ ебәрергә көрәк!
- Ҡыҙыл ыуылдырыҡ магазинда лә бар,- тип хәбәр итте Гөлнур.
Малайҙар бер-береһенә ҡарашып алдылар. Шундай ҙур эш тураһында кәңәш барғанда был "ике ҡолаҡтың" артыҡ булыуы һәр кемгә асыҡ ине. Ҡарышырға урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп, Айҙар һеңлеһенә бойороҡ бирҙе:
- Ысҡын бынан! Ләкин Гөлнур ҡарышты:
- Ысҡынмайым.
- Шыл тиҙәр һиңә!
- Шылмайым, үҙең шыл. Айҙар ҡаты бойороҡто ҡапыл йомшаҡ вәғәҙәгә алмаштырҙы:
- Тыңлаһаң, турғай балаһы тотоп бирермен, һылыуым, хатта икене.
- Антмы?
- Ант!
Гөлнур шунда уҡ ауыл яғына тороп йүгерҙе. Сыбар күлдәге генә елберләп ҡалды.
Беҙҙең яҡта кешеләр етди нәмә тураһында аяғөҫтө баҫып һөйләшмәйҙәр. Аҡылды ултырып йыялар. Малайҙар йәшел үлән өҫтөнә аҡыл йыйырға ултырҙылар.
"Кирәмәтте ҡотҡарырғамы, юҡмы?" - тигән һорауҙы ҡабатлауҙың кәрәге юҡ ине. Ул һис шикһеҙ ҡотҡарылырға тейеш. Ә ҡотҡарыу юлдары тураһында фекер төрлөсәрәк булды. Айҙар колхоздың балыҡсылар бригадаһына барып ярҙам һорарға кәңәш итте. Вәзир уны үсекләргә үк кереште:
- Ярҙам, ярҙам, имеш... Бар, бөтә ауылға сығып ҡысҡыр, ярҙам, һора. Бахыр. - Ул теш араһынан серт итеп төкөрөп ҡуйҙы.
- Башта уҡ ант итәйек, - тине Ғабдулла,- был - сер. Өндә лә, төштә лә, аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә серҙе сисмәҫтән булһын. Кем дә кем телен тыя алмай, ул һатлыҡ йән тип аталасаҡ. Антмы?
Үҙе ҡуш ҡулын маңлайына ҡуйып ант итте:
- Ант!
Уның артынан Вәзир менән Айҙар ҡабатланы:
- Ант!
- Ант!
- Ыуылдырыҡлыһын һайлап ҡына беҙгә дәү бер күнәк балыҡ тоторға кәрәк, - тине Ғабдулла.
Вәзир һикереп үк торҙо:
- Ниңә уны тотоп торорға? Мин Ҡылыстағы балыҡсыларҙың балығы ҡайҙа торғанын беләм. Эңер төшкәс, бер түгел, ике күнәк сәлдереп килтерәм мин һеҙгә. Тик һалып торорға мурҙа ғына булһын.
- Батмай. Тура эште кәкере ҡул менән эшләмәйҙәр! - Был һүҙҙәрҙе Ғабдулла әйтте. Ләкин улар баяғы Шәрифулла һүҙҙәре ине.
Вәзир ҙә тиҙ генә ҡойолоп төшмәне:
- Ҡалайыраҡ эре сирттергән була, - тине ул, һуҙа биреп, - әйтерһең, башлыҡ...
- Малайҙар! - тип ҡысҡырҙы Айҙар. - Беҙгә, ысынлап та, бер башлыҡ кәрәк. Кем башлыҡ була?
Ҡалған икәү, йәнәһе төптән уйлаған булып, байтаҡ ҡына өндәшмәй торҙо. Сөнки кәңәш ваҡытында һәр һүҙгә тиҙ үк ҡушылып барыу ир кешегә килешмәй. Шулай ҙа Айҙар тәҡдимен иғтибарға алмау мөмкин түгел ине.
- Башлыҡты һайларға кәрәк, - тине һайлау-һайланыуҙарҙың рәтен яҡшы уҡ белгән Ғабдулла.
Шул саҡ Вәзир үҙенең барлы-юҡлы баҫалҡылығын бөтөнләй юғалтып ташланы. Ул, ҡыҫыҡ ҡара күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ялбарырға тотондо:
- Малайҙар, ә, малайҙар, минең бер генә лә башлыҡ булғаным юҡ...- Хатта уның тауышы ҡалтыранды. - Айҙар ҡыш буйы класта староста булды, Ғабдулла стена газетаһына һайланды, район слетына барҙы. Бер мин генә...
Вәзирҙең уң күҙенән бер бөртөк йәш бына-бына тәгәрәп төшәм тигәндә, Ғабдулланың, тау еле кеүек, һалҡын тауышы уны тыйып ҡалды:
- Башлыҡты һорап алмайҙар!
Ләкин Вәзир өмөтөнән тиҙ генә баш тартманы. Ул үҙенсә шундай хәйләкәр юл уйлап тапты:
- Шыбаға! Кем өҫкә сыға, шул башлыҡ була.
Инде уға Айҙар ҡаршы төштө:
- Шыбағаны уйында ғына тоталар. Тапҡан уйын! Кемуҙарҙан ярышырға ла, уҙған кеше башлыҡ була.
Хәҙер Вәзир арҡа терәберәк һүҙ башланы:
- Харап икән. Йүгеректе башлыҡ итергә, имеш. "Башлыҡ" ул "аяҡ" һүҙенән түгел, "баш" һүҙенән алынған - белмәһәң, бел. Иң йәтеше уның мәргәнлектә ярышыу. Кем мәргән ата, шул командир. Ана, Ғабдулла әйтһен!
Ғабдулла, әлбиттә, үҙ фекерен әйтеүҙән баш тартманы:
- Иң дөрөҫөн әйтәйемме?
- Әйт!
- Иң дөрөҫө - көрәштә көс һынашыу. Кем алышта еңә, шул башлыҡ.
Ғабдуллаға ҡаршы төшөү урынһыҙ булһа ла, малайҙар оҙаҡ бәхәсләштеләр. "Ҡара көс күрһәтеп кенә башлыҡ булыу замандары үткән инде", - тигән өсөн Вәзирҙең саҡ-саҡ ҡына яңағына эләкмәне. Шулай ҙа, аҙаҡ килеп, ғәҙеллек еңде. Өсөһөнөң дә һүҙе һүҙ булды.
Башта малайҙар үҙҙәре ултырған ерҙән ауыл ситендәге яңғыҙ ҡарағасҡа тиклем йүгереп уҙышырға булдылар. Өсөһө лә, балаҡтарын төрөп, Айҙар таяҡ менән һыҙып билдәләгән һыҙыҡҡа баҫтылар.
Вәзир команда бирҙе:
- Раз, два, пли!
Йәйәнән ысҡынған уҡ шикелле, Айҙар шунда уҡ атлығып алға сыҡты. Их, йүгерә лә һуң! Табандары ергә лә теймәй, тик үксәләре генә алмаш-тилмәш ялтырап бара. Байтаҡ ара Ғабдулла ла унан артыҡ ҡалышманы. Вәзир, инәһенә эйәрер-эйәрмәҫ барған ялҡау ҡолон һымаҡ, артта уҡ тороп ҡалды. Уның Айҙарға асыуы килде: "Ерән шайтан! - тине ул эсенән. - Ботон таш менән бәреп һындыраһыңмы ни? һөрлөгөп тә китмәй бит, исмаһам!" Айҙарҙың һөрлөгөргә самаһы юҡ ине. Ул, Ғабдулланы дилбегә буйы артта ҡалдырып, ҡарағасты килеп ҡосаҡланы. Ғабдулла икенсе урынды алды.
Ярты юлға еткәс, Вәзир лап итеп ергә ултырҙы. Уң аяғын күтәреп, нимәлер соҡонорға тотондо. Күрәһең, табанына сүп кергәндер. Бер аҙҙан ул, аҡһай биреп, иптәштәрен ҡыуып етте.
- Ниңә шул тиклем йән-фарман сабаһың, аяҡтарыңды ҡыҙғаныр инең саҡ ҡына, - тип көлдө унан Айҙар.
- Аяғыма сүп керҙе,- тине Вәзир.- Мине ярышта ҡатнашмаған тип иҫәпләгеҙ!
Вәзирҙең аяҡ табанына, белгестәрсә ентекләп, тикшереү үткәрҙеләр. Ләкин унда былтырғы яраларҙың йөйҙәренән башҡа телгә алырлыҡ һис нәмә табылманы. Вәзир, бәхәскә инмәй генә, үҙенең еңелеү оятын күтәрергә мәжбүр булды.
Эште оҙаҡҡа һуҙмай, ярыштың яңы төрө башланды. Тәүҙә өсөһө лә һәр саҡ янда йөрөй торған ҡоралдарын - рогаткаларын салбар кеҫәләренән һурып сығарҙылар. Бер тауыштан ярыштың шарттары раҫланды. Ҡарағастың түбәндә генә һерәйеп торған ҡоро ботағына Айҙарҙың сигелгән түбәтәйен ҡуйҙылар. Ҡарағастан утыҙ аҙым үлсәп, таяҡ ҡаҙанылар. Ошонан тороп атырға тейештәр. Кеҫәләрҙә һәр саҡ йөрөй торған запастан иң йоморо, иң шыма өсәр таш алдылар. Өс атыуҙа түбәтәйгә кем күберәк тейҙерә, тимәк шул ота. Сиратты алфавит буйынса билдәләнеләр. Беренсе булып Айҙар атты. Тәүге таш выжлап осоп китте, ләкин ҡайҙа барып тейгәнен берәү ҙә күрмәне. Икенсеһе шап итеп ҡарағастың үҙенә һуғылды. Өсөнсөһөн Айҙар бик оҙаҡ тоҫҡаны. Инде быныһы түбәтәйҙе осороп алып китергә тейеш ине. Ләкин таш үҙ юлына китте, түбәтәй ҡымшанмай тора бирҙе.
Икенсе булып майҙанға Вәзир сыҡты. Башта ул бик етди ҡиәфәт менән бер талай сәпкә ҡарап торҙо. Ашыҡмай ғына рогаткаһын ҡорҙо. Бына ул тоҫҡай башланы. Тап шул ваҡытта уның йәлпәк танауына бер серәкәй килеп ҡунды.
Ләкин Вәзирҙең уға иҫе китмәне. Быны күреп торған Айҙарҙың эсе бошто: "Ҡурҡаҡ һин, серәкәй,- тип әрләне ул эсенән теге оҙон морондо. - Танауына ҡунғансы, күҙенә килеп инһәң, ни ерең кәмер ине, йүнһеҙ... Етмәһә, минең сигелгән түбәтәйгә ата". Айҙар һуҡранып та бөтә алманы, түбәтәй осоп та китте.
- Бер ҡоймаҡты майланыҡ, - тине Вәзир эре генә. Ғабдулла йүгереп барып түбәтәйҙе кире урынына ҡуйҙы. Икенсе атыуҙа түбәтәй, йәмшәйеп, тағы ла килеп төштө. Был юлы Айҙарҙың башы сатнап китте. Таш, әйтерһең, уның түбәтәйенә түгел, маңлайына килеп тейҙе. Вәзир үҙенекен ҡабатлай бирҙе:
- Ике ҡоймаҡты майланыҡ!
Өсөнсө атыу бәхәсле булын сыҡты. Түбәтәй төшөүен төштө, ләкин ул ботаҡ һелкенеүҙән генә төштө. Таш был юлы түбәтәйгә түгел, ботаҡҡа тейгәйне. Вәзир тағы ла тантаналыраҡ итеп йәнә ҡысҡырған булды:
- Өс ҡоймаҡты майланыҡ!
- Майламайыраҡ тор әле... - тине Айҙар, эстән һөйөнөп, - майың етмәҫ!
- Күҙең ҡыҙамы? Эсең әрнейме?- Өсөнсө атыуҙың буш булыуын Вәзир үҙе лә белә ине. Ләкин маһайған йүгеректе үсекләгеһе килде уның. - Бына шулай атырға кәрәк, Айҙар мырҙам, - тип кәпрәйҙе ул. - Был һиңә тыр-мыр йүгереү түгел.
- Шул тиклем маҡтаныуҙан нисек телдәре талмай, - тип бошондо Ғабдулла. - Вәзирҙең өсөнсө ташы барыбер иҫәпләнмәй. Харамлашһа ла!
Вәзир ҙә артыҡ ныҡышманы. Сөнки ул Ғабдулланың уҙа алмаҫын яҡшы белә ине. ысынлап та, Ғабдулла, өс атыуҙан бары бер генә тейҙереп, икенсе урынға сыҡты.
Яңғыҙ ҡарағастың күләгәһе Вәлиҙәрҙең картуф баҡсаһына барып еткәндә, көрәш майҙаны асылды. Шыбаға буйынса, тәүҙә Вәзир менән Айҙар, устарына төкөрөп, ҡара-ҡаршы килеп баҫтылар.
- Алыш бармы, еңеш бармы? - тине Айҙар.
- Алыш та бар, еңеш тә бар! - тин, Вәзир тағы бер тапҡыр усына төкөрҙө.
Һабантуй майҙанындағы көрәшселәргә оҡшатып, улар яурынға яурын һуғып алдылар. Шунан һуң ғына, бер-береһенең күлдәген арттан бороп тотоп, билдән алыштылар. Улар, орсоҡ кеүек әйләнеп, байтаҡ йөрөнөләр, икеһе лә мышнап төштө. Ләкин берәү ҙә бил бирмәй. Малайҙарҙың көс бер сама булһа ла, Айҙар киҫкә кеүек ауыр Вәзирҙе күтәреп сөйөргә иҫәп тотмай ине. Ул бер нисә тапҡыр, үҙе ҡырын йығылып, Вәзирҙе баш аша осорорға маташып ҡараны, әммә теге гөрҫ итеп уның өҫтөнә ауып торҙо. Хатта бер ваҡыт Айҙарҙың үпкәһе боғаҙына килгәндәй булды.
Алыш тауышһыҙ-тынһыҙ дауам итте. Аяҡ салыу кеүек харамлашыуға берәү ҙә барманы. Бер саҡ иҫләмәгәндә генә Вәзир Айҙарҙы бөрөп алды ла, билен өҙөрҙәй ҡыҫып, күкрәгенә күтәрҙе. Айҙарҙың яҙғы себешкенән яңы ғына ҡотолоп килгән аяҡтары ерҙән өҙөлдө. Улар, таяныс эҙләгән шикелле, тыбырсынырға тотондолар, тик таяныс таба алманылар. Вәзир, ҡырын йығыла биреп, оҙонса буйлы ҡаҡса Айҙарҙы баш аша ырғытты. Шул ваҡыт нимәлер пыр-р-р итеп йыртылып китте.
Тәгәрәп ятҡан Айҙарҙың ике усында Вәзир өҫтөндәге зәңгәр күлдәктең ике итәге ине. Хужа өҫтөндә бары ике еңе менән яғаһы ғына эленеп ҡалған. Вәзирҙең ғәҙәттән тыш батыр ҡиәфәтен башта күргән Ғабдулла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Ҡабырғаһы менән осло ташҡа барып төшкән Айҙар, ауыртыныуын онотоп, Ғабдуллага ҡушылды:
- Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир! Хаха-ха!
Әлегә бер нәмә лә аңламаған Вәзир, битендәге тирен һөртмәксе булып, күлдәк итәген ҡапшаны. Ләкин ҡулы яланғас ҡорһағына тейҙе. Ул бары шунда ғына Айҙар ҡулындағы сепрәктәрҙең ҡайҙан йолҡоп алынғанын төшөндө.
Вәзир бына хәҙер йә ҡысҡырып илар, йә Айҙар менән һуғыша башлар тип көтәһегеҙҙер, бәлки. Көтмәгеҙ, көтөүегеҙ бушҡа сығасаҡ. Вәзир донъяның ваҡ-төйәгенә иҫе китеп бара торған малай түгел. Йәнә шуны ла әйтеп үтергә кәрәк. Кейем-һалым һандығы уның бөтөнләй үк буш та түгел. Өйҙә тағы бер күлдәге бар. Тик бына төҫөн генә хәтерләүе ҡыйын. Дөрөҫөрәге, уның төҫө юҡ. Көн ашаған.
Шулай ҙа "Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир" иптәштәренә ҡушылып көлмәне. Ниңәлер, көлгөһө килмәне. Танауын йыйыра биреп, ғорур ғына әйтеп ҡуйҙы:
- Баш һау булһа, мал табылыр әле.- Был саҡ ул үҙендә дейеүҙе еңерлек көс һиҙҙе. Автомобиль тәгәрмәсенә тын өргән шикелле, кемдер уның беләктәренә көс өрөп тултыра, уның мускулдары ҡабарып тулыша ла таш булып ҡата, имеш.
Көрәш әле бөтмәгәйне. Вәзир Ғабдулла ҡаршыһына килеп баҫты:
- Алыш бармы, һалыш бармы?
- Алыш та бар, һалыш та бар!
Сәмләнеүҙең сигенә еткән Вәзир йән асыуы менән Ғабдулланың салбар ҡайышынан эләктереп алды. Ләкин Ғабдулла көрәште ҡабул итмәне. Сөнки "дошмандың" өҫтөндә күлдәге лә, билендә ҡайышы ла юҡ ине. Етмәһә, салбары ла өлтөрәп кенә тора. Ҡыҫҡаһы, уның тотонор нәмәһе юҡ ине. Айҙар үҙ ҡайышын сисеп Вәзиргә бирҙе. Баштарын сайҡай-сайҡай һөҙөшөргә килгән йәш үгеҙҙәр кеүек ғәйрәтләнеп, малайҙар бер-береһенә ташландылар. Алыш был юлы баяғынан да яманыраҡ барҙы. Хәйләкәр Вәзир, бил бирмәҫкә тырышып, осаһын һуҙып, гел эйелеп йөрөнө. Ул башта Ғабдулланың хәлен бөтөрөргә иҫәп тотто. Ләкин беше имән кеүек Ғабдулла тиҙ генә әлһерәп төшә торғандарҙан түгел ине. Ул Вәзирҙең хәйләһенә ирек ҡуйҙы. Бара торғас, улар алышҡан ер, үләне тапалып, тап-таҡыр булып ҡалды.
Үҙәнгә һалҡынса шыйыҡ эңер төшә башланы. Ә "батырҙар" йән-фарман килеп һаман алыша бирҙе. Вәзирҙең итләс арҡаһына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты. Ә Ғабдулланың күлдәгендә әле дым күренмәй ине. "Уңған аттың тире сыҡҡансы, ялҡау аттың йәне сығыр", - тигәндәре ошо булалыр инде.
Вәзир көйөнә йөрөп, Ғабдулла ялҡыуҙың сигенә сыҡты. Ул, ҡапыл теҙләнеп, Вәзирҙең күкрәк аҫтына инде. Күҙ асып йомғансы, тегене яурынына алды ла зырылдатып әйләнергә тотондо. Әйләнеп-әйләнеп йөрөнө лә, үҙе йығылып, Вәзирҙе баш аша тәгәрәтеп ебәрҙе. Оҙаҡ барған ҡаты алыш шулай кинәт кенә тамам булды.
Нимә тип былай көс һынашыуҙарын малайҙар онотоп та өлгөргәйне инде. Арала иң зирәк иҫәпләнгән Айҙар, беренсе булып, бәхәстең башын хәтергә төшөрҙө.
- Һайлауҙар бөттө, - тине ул.- Башлыҡҡа суҡмарҙы тапшырырға ваҡыттыр инде.
Дүрт күҙ берсә Ғабдуллаға төбәлде. Иң күп отош, әлбиттә, уның яғында ине. Хәтер ҡалыуҙың йәки үс һаҡлауҙың нимә икәнен белмәй торған Вәзир тәүбашлап Ғабдулла алдына килеп баҫты:
- Теләһәң утҡа, теләһәң һыуға алып ин! Беҙ һинең тоғро юлдаштарың.
- Малайҙар, - тине Ғабдулла, - әкиәттә лә бит батырҙар өсәү булған: береһе йүгерек, береһе мәргән, береһе көрәшсе. Ҡалай һәйбәт булып сыҡты.
- Юҡ инде, иптәшкәй, баш берәү генә була, һин - Башлыҡ, һиңә - ура! - Айҙар тауҙарҙы яңғыратып һөрән һалды.
Башлыҡҡа хас етди тауыш менән Ғабдулла үҙенең беренсе фарманын халыҡҡа иғлан итте:
- Кирәмәтте ҡотҡарыу өсөн төҙөлгән отрядҡа "Өс таған" тип исем ҡушырға. Ризамы?
- Риза. Артистар бейей торған шундай бейеү ҙә бар хатта, - тип өҫтәне Вәзир. Айҙар баш ҡына ҡаҡты.
Ошо тарихи фарманды ҡабул иткәндән һуң, малайҙар ҡосаҡлашып ауыл яғына атланылар. "Өс таған" был мәлдә үҙен мәңге ҡаҡшамаҫлыҡ итеп һиҙә ине.

Вәзирҙең беренсе һәләкәте

Уң ҡулы менән Башлыҡты ҡосаҡлап барғанда, мәргәндең күңеле үҫеп китте. Ун ике йәшкә тиклем башлыҡ булмай йәшәгән икән, бынан һуң да йәшәр. Бына ниндәй кәрәкле кеше ул!
Вәзирҙең кемгәлер яҡшылыҡ ишләгеһе, кемделер ҡыуандырғыһы килде. Ул салбарының һул кеҫәһендәге һалҡын ғына тос нәмәне ҡапшап ҡараны.
- Малайҙар, ә, малайҙар, туҡтағыҙ әле, - тине ул. - Башлыҡҡа ҡоралһыҙ йөрөү килешмәҫ. Мә, Ғабдулла, ал. - Ул кеҫәһенән һөйәк һаплы боронғо бәке сығарып Ғабдуллаға һуҙҙы.
Башлыҡ менән йүгеректең дүрт күҙе һигеҙ булды. Бындай затлы нәмәне улар беренсе тапҡыр күрәләр ине.
- Ҡайҙан ҡулға төшөрҙөң быны?
- Һорашып торма, биргәндә ал.
Ләкин Башлыҡ бүләкте алырға ашыҡманы. Бәке оҡшаны уға, бик оҡшаны. Тик: "Был нәмә Вәзир ҡулына яҙып-яңылышып килеп инмәнеме икән", - тигән шик уны тыйып ҡалды. Сөнки мәргән ҡулына ундай малдар кереп сыҡҡылай ине шул.
- Ҡайҙан алдың, дөрөҫөн әйт. Юғиһә бәкеңә бармаҡ осомдо ла тейҙермәйем.
- Дөрөҫө ни инде уның... Биргәс, ал да ҡуй.
- Ҡайҙан алдың тиҙәр һиңә?
- Ҡайҙан тип ни... Дөрөҫө генә... - Вәзир ҡапыл төйөлөп ҡалды.
- Нимә, дөрөҫө генә?
- Дөрөҫөн генә әйткәндә, бая мин уны Шәрифулланың сумкаһынан сәлдерҙем. Ниңә, оҡшамаймы ни? - Был ваҡыт Вәзир үҙенең яҙа атҡанын һиҙеп ҡалғайны инде.
- Урланыңмы? - Башлыҡ ике юлдашын ике яҡҡа этәреп ебәрҙе. Күҙҙәренән уның уҫал осҡондар сәсрәп сыҡты. - Урланыңмы, эт ҡайышы?
- Урламаным, сәлдерҙем, - тип аҡланды Вәзир, - һабы күренеп тора ине.
- Ух, бәке ҡарағы! - Ғабдулла уға бер ҡунып та төштө. Икенсе һелтәгәндә уның ҡулын Айҙар тотоп ҡалды.
-- Ҡулыңды бысратма шуға һуғып, - тине ул.
Башлыҡ шунда уҡ үҙенең икенсе фарманын иғлан итте:
- Көтөүсе Шәрифулланың һөйәк һаплы бәкеһен урлаған өсөн, ҡараҡ Вәзирҙе "Өс таған"дан сығарып ташларға. Бынан һуң уға ҡул бирмәҫкә, һүҙ ҡушмаҫҡа. Мәсхәрә!
- Ҡараҡҡа мәсхәрә! - тип ҡабатланы Айҙар.
Вәзир, үҙ хәленең бөтә әшәкелеген аңлап, башын түбән эйҙе. Уның күҙҙәре үлән төбөндәге үҙенең бәләкәс кенә өңөнән имгәкләп сығып килгән ҡуңыҙға туҡталды. Ҡуңыҙ тишектән сыҡҡас, тирә-яҡҡа һынаулы ҡараш ташлағандай, саҡ ҡына туҡтап торҙо ла үҙ юлына китеп барҙы. Уның эштәре Вәзирҙекенә ҡарағанда шәберәк ине.
Мәргән өҫтөндәге зәңгәр сәләмәләрҙе киске һалҡынса ел тартҡылай. Буй-буй ҡара эҙ ҡалдырып, маңлайынан тир аға, күҙҙәре ғәҙәттәгенән дә йышыраҡ сылтлап йомола. Тик иҙеүендәге ҙур аҡ төймә генә, һис нәмә булмағандай, үҙ урынында тыныс ултыра. Был минутта Вәзирҙәге берҙән-бер аҡ тап ана шул төймә ине. Ошо мәлдә ситтән генә берәй кеше ҡарап торһа, ул былай тип әйтер ине: "Ер йөҙөндә хәҙер иң ҡайғылы кеше Вәзир. Ҡыҙғанығыҙ уны, ғәфү итегеҙ",- тиер ине. Ләкин мәргәндең элекке иптәштәре уға ситтән генә ҡараманылар. Ҡыҙғаныу, ғәфү итеү кеүек йомшаҡлыҡтарға улар күңелендә урын ҡалмағайны.
Был кистә "Өс таған" буйынса өсөнсө фарман яңғыраны:
- Бәкене хәҙер үк хужаһына илтеп бирергә, Шәрифулланың аяғына йығылып, ғәфү үтенергә! Әгәр ҡарышһа, "ҡараҡ" тигән яманатты бөтә ауылға таратырға!
Башлыҡ икенсе фармандың аҙағын яңынан ҡабатланы:
- Ҡараҡҡа ҡул бирмәҫкә, һүҙ ҡушмаҫҡа! Мәсхәрә!
- Мәсхәрә!
"Өс таған"дың икеһе, ҡапыл боролоп, ҡайтыр яҡҡа китте. Бер-ике аҙым атлағас, улар артҡа әйләнеп, Вәзиргә мыҫҡыллы ҡараш ташланылар, һәм теш араһынан төкөрөп ҡуйҙылар.
Өсөнсө "таған" һерәйеп баҫып ҡалды. Оҙаҡ торҙо ул. Бөгөн донъя бөтһә, ул Башлыҡтың һуңғы фарманын, бәлки, үтәмәҫ тә ине. Ләкин иртәгә лә көн бар бит. Шуны уйлап, Вәзир туп-тура ферма яғына йүгерҙе. Шәрифулла, эшен бөтөрөп, ҡайтырға сыҡҡайны.
- Бына, ағай, Күкрәктауҙа таптым...- тип шыуҙырҙы ул. Дөрөҫөн әйтеп, ғәфү һорарға уның көсө етмәне.
- Вәт маладис, мырҙам! Ғәҙел егет икәнһең. Рәхмәт үҙеңә, - тине Шәрифулла.
Ләкин бындай маҡтауҙар һәм рәхмәттәр "ғәҙел егетте" ҡыуандырманы. Сөнки был юлы бер рәхмәт Вәзирҙе мең бәләнән дә ҡотҡарасаҡ түгел ине .