"Бүреләр" төркөмө йырҙары

Яралы яҙмыш

И. Абдуллин көйө һәм һүҙҙәре

Әкиәт донъяһын бер ваҡыт үтеп сығыр булһаң,
Балалар күҙлегенән донъяға ҡара.
Хыялың утрауында яңғыҙың ғына тороп ҡалһаң,
Алдағы тормошоңдо елдәрҙән һора.

ҡушымта:
Йөрәгеңдәге боҙҙарҙы иретерҙәр минең ҡулдар.
Хыялыңдағы илдәргә яҡынайыр һинең юлдар.
Күҙҙәреңде һин йәшермә, ышанма ялған һүҙҙәргә.
Үҙ яҙмышыңдың хужаһы булырға тейешһең һин генә.


Атлайһың туҡтамай, белмәйсә барған юлдарыңды,
Ҡанлы эҙҙәреңде ерҙә ҡалдырып.
Түҙемлек сынйырҙары бығаулай һинең ҡулдарыңды,
Ирекле йөрәгеңә һағыш һалдырып.


Ашҡынып көткән минуттар

И. Абдуллин көйө һәм һүҙҙәре

Күҙҙәр күрмәгән яҡтылыҡ үҙенә саҡыра һаман.
Белмәһәң да һин юлдарын, йүгерәһең шунда табан.
Дәрт-дарманың сиргә батып, көстәрең бөткән саҡта,
Хыялың һине уятыр хәбәр итеп үҙе хаҡта.


ҡушымта:
Ашҡынып көткән минуттар көндәр менән бутала.
Күңелдәге ел-дауылдар бер тын алыуҙан тарала.
Көтөп торған бар ҡайғылар мәңгелеккә юғала.
Яраланып бөткән уйҙар күк йөҙөнә юл ала.


Ишетерһең һин көн һайын, түккән тирең булды бушҡа, тиеп.
Солғап алһа ла ҙур ҡайғы, һин уларға күрһәт бейеп.
Бөтә донъя икенсе төҫ алыр, ҡараһаң боролоп бер ваҡыт артыңа.
Барлыҡ ҡапҡалар асылыр, тоғро ҡалһаң маҡсатыңа.




Һинең күҙҙәрең

И. Абдуллин көйө һәм һүҙҙәре

Күңелем йырҙарын бүләк иттем болоттарға.
Осорға тиеп ынтылдым, ышанып яҙыҡ ҡанаттарға.
Бейек үрҙәр, текә ҡаялар, үтмәҫлек упҡын минең юлымда.
Шулай ҙа алға барам мин, эләкһәм дә әжәл ҡулына.


ҡушымта:
Һинең күҙҙәрең, әйткән һүҙҙәрең төш булып ҡала, әммә ләкин
Һуң тугел, диңгеҙ төбөндә һүнгән утты яндырам мин…
Яндырам мин.


Эҙләйем туҡтамай тапалмаған һуҡмаҡтарҙы,
Күктән төшкән ҡара болот ҡаплай беҙҙең араларҙы.
Көн артынан көндәр үтә, илай болот, йәлләмәй йәштәрен.
Түҙемлектең сиге бөткәс, билдәһеҙлек күрһәтә тештәрен.



Көрәш йәшәү хаҡына

И. Абдуллин көйө һәм һүҙҙәре

Айырылһа ла беҙҙең юлдар,
Ҡар аҫтында ҡалмаҫ улар.
Ҡаш һикертә беҙгә яҙмыш,
Ә күҙҙәре тулы һағыш.

Юғалтырға мине һин ашыҡма,
Ышанысты тоғро һаҡла.
Сәсрәтһәң дә тирә яҡҡа нәфрәтеңде,
Һин йәшермә хистәреңде.

 

ҡушымта:
Башыңды юғалтып, һин, йәнем, шашынма,
Бар ғәләмгә ҡул һелтәп, сыҡ минең ҡаршыма.
Ҡайғы хәсрәттәреңде ташла аяk аҫтына,
Бөтәһенә үс итеп, көрәш йәшәү хаҡына.


Китер булһаң да был донъянан,
Башлармын тип тормошто һин яңынан,
Хәтирәләр яндырыр йөрәгеңде,
Тешләр булһаң да һин терһәгеңде.



Мәңгегә

И. Абдуллин көйө һәм һүҙҙәре

Сағыу йондоҙ янында
Һәр төн һайын күренәһең.
Шәмдең ялҡын теленән
Сәләмеңде еткерәһең.


Ҡушымта:
Фәрештәләр яңылышҡандыр, бәлки, бер йыйында,
Ҡара көстәр ҡуйғандар тамға яуыз уйынға.
Тейеш инек ҡалырға был донъяла беҙ бергә,
Тик елдәр алып китте һине мәңгегә.


Йөрәктәге хәнйәрҙең
Үткерлеген белмәһәң дә,
Хәтер ҡайтыр яңынан,
Һине бер саҡ күрмәһәм дә.


Ҡушымта:
Фәрештәләр яңылышҡандыр бәлки бер йыйында,
Ҡара көстәр ҡуйғандар тамға яуыз уйынға.
Тейеш инек ҡалырға был донъяла беҙ бергә,
Тик елдәр алып китте һине мәңгегә.



Хуш инде

И. Абдуллин көйө һәм һүҙҙәре

Йыһандағы йондоҙҙар бөгөнгө төндә
Һағышлы төҫ алалар һинең күҙеңдә.
Хыялдағы ожмахтарың тамуҡҡа әйләнде.
Етәр инде, өҙгөләнмә, йәнем, хуш инде.


ҡушымта:
Тәнемде минең телеп бөтһәң дә,
Йәнем быуылыр, тиеп көтһәң дә,
Йөрәгем минең үҙе хәл итер,
Дөрөҫ юлдарҙы беҙгә күрһәтер.


Дөрләп янған усаҡтарҙың ҡалды күмере.
Инмәҫ инем шул янғынға, белһәм һүнерен.
Ялған хистәр аҙаштырҙы беҙҙе даръяла,
Тик ҡалды яҙыуҙарым бейек ҡаяла.

 

Дуҫтар

И. Абдуллин көйө һәм һүҙҙәре

Ауыр уйҙар, ауыр йөктәр
Һинең яуырыныңа таш булып ятҡанда,
Килер улар көттөрмәйсә,
Хатта бысыраҡ ҡайғыға батҡанда.

Инер улар, һорамайса,
Тертрәндергес серҙәреңдең араһына.
Һинең өсөн, кәрәк булһа,
Сығыр дошманыңдың ҡаршыһына.


Ҡушымта:
Терәк булып торғанда бер-беребеҙгә
Ҡурҡыныс түгел бер ниндәй ҙә дауылдар.
Бергәләшеп тормош юлдарын үтергә
Был донъяла дуҫтарым минең бар.


Тәүге хистәр, тәүге һөйөү
Кисерештәрен белде тик улар ғына.
Яҙмышыңдың ҡәләмдәрен
Һалам тик уларҙың ҡулдарына.



Ашыҡма

И. Абдуллин көйө һәм һүҙҙәре

Тоноҡ төҫтәге был донъя ситлеккә һине бикләп ҡуя.
Башыңда уйҙар бутала, ҡараштар үткер булһа ла.
Тура юлдан ситкә баҫырға, үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарырға,
Ялғанлыҡ, нәфрәт, хыянат булырҙар һиңә пар ҡанат


ҡушымта:
Был тормоштоң мәғәнәһен юғалтһаң да,
Бәхет теге донъяла, тиеп уйлаһаң да,
Һин ашыҡма, ас күҙеңде,
Төкөр битенә шул үлемдең.
Бар бит башың, уй-хыялың
Ни эшләп тапмаҫҡа башҡа юлдарын?


Юҡ-барға башыңды эймә – көслө булырға кәрәк һиңә.
Ғазаптар артта ҡалһындар, хәтер утында янһындар.
Көтәләр һине яҡты көндәр – бөтәһе лә быны ишетһендәр.
Ҡурҡмай яһа аҙымыңды алға, тура баҫып барған юлға.

 


Ас күҙеңде

И. Абдуллин көйө һәм һүҙҙәре

Ас күҙеңде, кешем,
Ҡара тирә яҡҡа.
Хоҙай әллә биргәнме
Аҡыл һиңә бушҡа?

Ҡайғыртаһың үҙеңде,
Уйламай башҡаны.
Әйтерһең дә намыҫың
Үлә алмай ҡаҡшаны.

Тештәреңде ҡыҫып, ҡылған эштәреңде
Башың менән уйла.
Ҡурҡмайса төштәрҙән уянырға булһаң –
Беҙҙең менән йырла!

Бысраҡ уйындарҙа үлә балаларың,
Хатта белмәй ҙә ҡалып, ни эшләп тыуғандарын.
Тәбиғәттең битен уяң бысаҡ менән,
Киләсәк быуыныңа нимә ҡалыр һинән?



Башҡорттарым

Рафаэль Ғәйнуллин көйө һәм һүҙҙәре

Күпме быуат Урал буйында
Йәшәгән минең халҡым.
Һәр кемдең уйында
Бәхетлелек ғүмер хаҡы.

Әммә намыҫһыҙ бәндәләр ғүмер хаҡын белмәйҙәр,
Халҡыма дарыу сәсәләр – башҡорттарым үләләр.

Башҡорттарым, тороғоҙ, үлмәгеҙ, уянығыҙ!
Башҡортостаным, тыныслан – без иҫән!

Купме эсебеҙҙән аҡҡан хәмер,
Тыуғандар зәғиф балалар.
Кем урамда һорай хәйер?
Ғәфү итегез, ата-бабалар.

Салауатты иҫкә алалар, йәштәрҙә яңы аллалар,
Ҡулдарына ҡылыс һорайҙар. Һеҙ беҙҙе ғәйепләмәгеҙ, атайҙар…



Тирә яҡ бушағанда...

И. Абдуллин көйө һәм һүҙҙәре

Ҡулдарыңды йәйәһең, бикләнеп офоҡтарҙа,
Ҡарай алмай үткән юлдарыңа.
Йәшен булып осалар ярылған хаталарың
Тәрән моңһоулоҡтоң ҡосағына.

ҡушымта:
Тирә-яҡ бушағанда, уйҙарың буталғанда,
Күңелең һинең ҡайҙарҙан нур алыр.
Тормошоң утрауында һин яңғыҙың ҡалғанда,
Бәхетең шишмәһе ҡайҙа ағылыр


Күктән иҫкән елдәрҙең тейәме бер тамсыһы
Йәнеңдең иреклек елкәненә.
Етәкләп ҡулдарыңдан баласағың еләме
Сихри һәм билдәһеҙ киләсәгенә.

"Бүреләр" төркөмө сайтынан