"Яныу" - Поэма - Рәйес Түләк

"Яныу" - Рәйес Түләк

 

Мин - көтөүсе. Йәйләүҙәрҙән китеп,

Малды ҡыуа инек ҡышлаҡҡа.

Ҡара һыуыҡ. Ямғыр. Уйҙарымда

Усаҡ ҡына ине ул саҡта.

Усаҡ ҡына ине ул саҡта.

 

 

 

 

Дошманыңа теләмәслек теләк:

Әгәр көтһәң һарыҡ көтөүен –

Һин көтмә лә юлдар ҡыҫҡарыуын,

Һин көтмә лә ваҡыт үтеүен.

 

 

 

Һин ашыҡһаң, тиҙлек әкренәйә,

Ваҡыт әкренәйә, ул туҡтай.

Ана, ваҡыт өйөр артындағы

Сатан һарыҡ булып һылтыҡлай.

 

 

 

Бына, бер үр ҡала, бер боролош,

Һәм беҙ етәсәкбеҙ ҡышлаҡҡа.

Һарыҡтар ҙа һиҙҙе - кемуҙарҙан

Саба башланылар шул яҡҡа.

 

 

 

Эттәр ҡыуа төштө. Ашыҡһындар,

Мин уларҙы юрый тыйманым.

Шул саҡ нисек төтөн күрмәгәнмен,

Төтөн еҫен нисек тойманым...

 

 

 

Һарай яна... Минең һарыҡтарым

Тура тартып саба ҡапҡаға.

Ә бригадир ҡапҡаларҙы япмай,

Янғын, янғын, тиеп, саң ҡаға,

 

 

 

Ә һарыҡтар асыҡ ҡапҡаға

Яҡынлаша, саба талымһыҙ.

Эттәр ярһып ҡыуа, мин ҡысҡырам:

Ҡапҡаларҙы яба һалығыҙ.

Ҡапҡаларҙы яба һалығыҙ.

 

 

 

Тик ҡапҡаны инде ябып булмай,

Ҡапҡаларға инде ут ҡапҡан.

Кемдер ҡаршы төштө һарыҡтарға

Теге яҡтан, ә мин был яҡтан.

 

 

 

Ярһып аҡырамын, әйтерһең дә,

Үҙемә ут ҡапҡан тиерһең.

Нисек кенә булһын туҡтатырға,

Туҡтатырға һарыҡ өйөрөн.

 

 

 

Мин өлгөрҙөм. Тик бер генә һарыҡ

Сабып үтте һарай эсенә.

Сәбәләнәм, өйөр туҡтатам, тип,

Сәбәләнәм, түҙмәй эҫенән.

 

 

 

Өйөр бер аҙ тайшанғандай итте,

Мин уйланым: былар туҡталды.

Туҡтау ҡайҙа, теге бер һарыҡтан

Айырылманы, эскә уҡталды.

 

 

Ә ул һарыҡ сығып килә ине,

Ырғый-ырғый, түҙмәй эҫегә.

Өйөр үҙен этеп алып китте

Янып торған һарай эсенә.

 

 

 

Өйөр мине янған утҡа әтә,

Ҡаршылашыр көс юҡ быларға.

Ҡотолорлоҡ бер генә юл ҡалды:

Ул да булһа - ҡолау. Ҡоларға!

 

 

 

Бына, мин бысраҡта аунап ятам,

Әйтерһең, бер үлән ҡыяғы.

Мине тапап, мине иҙеп үтә

Меңәрләгән һарыҡ тояғы.

 

 

 

Янған һарай, гүйә, көтөп торған

Көтөүемдең инеп бөтәүен,

Кинәт кенә төштө бүһерелеп,

Ут аҫтында ҡалды көтөүем.

 

 

 

Мин уларға берсә көйөп баҡтым,

Көлөп баҡтым, баҡтым йәлләп тә.

Әй, иҫәүән, меҫкен һарыҡбаштар,

Йәндәрегеҙ булһын йәннәттә...

 

 

 

...Әле тормош тап теге көҙ кеүек,

Тәндәр түгел, йәндәр күшегә.

Был болғаныш замандарҙы үтеү

Еңел тиһеңме ни кешегә.

Еңел тиһеңме ни кешегә.

 

 

 

Яуап тапмай шаулы йыйындарҙа,

Майҙандарға халыҡ йыйыла:

'Ҡайҙа былтыр биргән вәғәҙәләр,

Алданылар, - тиҙәр, - быйыл да!"

 

 

 

Мөнбәрҙәргә сыға ораторҙар,

Ялҡын һүҙле, ялҡын теллеләр.

Ана, берәү сыҡты. Һәр һүҙенә,

"Һай, афарин! Ура!" - тинеләр.

 

 

 

Миңә таныш ошо ут йомғағы,

Дәү ҡанаттан ялҡын телдәре.

Был бит теле менән һарай һала,

Утлы һарай бының телмәре.

 

 

 

Һәр һүҙе ут... Минең күҙ алдымда

Янып торған һарай һынлана.

Һәм намыҫым һөрән һала миңә:

"Әй, көтөүсе, тиҙерәк! Һуңлама!"

 

 

 

Һәм мин сығам халыҡ ҡаршыһына:

"Туғандар, тим, зинһар, туҡтағыҙ!

Тыныс аҡыл кәрәк: майҙандарҙа

Тамаҡ ярыу барыбер толҡаһыҙ".

 

 

 

Бер һүҙемә мең һүҙ ырғыталар

Халыҡ ярһыу, халыҡ талапсан.

Мин уларҙы туҡтатҡым да килә,

Тапалғым да килмәй ҡабаттан.

 

 

 

Һәм мин сәфәр сығам сал тарихҡа,

Мең һорауҙың эҙләп яуабын.

Баҡһаң, мин бит әлмисаҡтан бирле

Халҡым янған утта янамын.

 

 

 

* * *

Мин бит башта Арҡайымда янам,

Һөйәнтүздә янам һуңынан.

Утлы һарай килә тарих буйлап,

Халыҡҡынамдын үткән юлынан.

 

 

 

Утлы һарай беҙҙе эҙәрлекләй,

Уяу ғына булһаҡ ярай ҙа.

Аңра һарыҡ булһаҡ, оҙаҡламай

Ҡаласаҡбыҙ утлы һарайҙа.

 

 

* * *

Урыҫтарҙың сабый балалары ла

Русса белә, русса һөйләшә, -

Тиеп аптыраған беҙҙә берәү...

Әй, Мәхмүтйән ҡусты, мең йәшә.

 

 

 

Бер һин генә булһаң икән дә бит,

Урыҫ һүҙҙәренә табынған.

Тик һинеңсә фекер йөрөтөүсе

Йөҙәр меңләп башҡорт табылған.

 

 

 

Әгәр ҙә һин тик утыҙ йыл әүәл

Урыҫ һөйләшенән көнләшһәң,

Башҡорттоң бит хәҙер ҡап яртыһы

Тик урыҫса ғына һөйләшә.

 

 

 

Ҡотоптарҙан ҡайтып төшә ейән,

Бүләр тураһында һүҙ ҙә юҡ.

Ҡартатайҙың һүҙен аңламайҙар,

Ундай һүҙҙәр, тиҙәр, беҙҙә юҡ.

 

 

 

Мин уларға берсә көйөп бағам,

Илап бағам, бағам кәләптәр.

Янып барған һарайҙарҙан сығып,

Ҡасып барған ҡомаҡ кеүектәр.

 

 

 

Урыҫ рухы бында, урыҫ еҫе,

Русса бейей, русса йырлайҙар.

Беҙ ҡытайса ҡыланырбыҙ микән,

Баҫып алһа беҙҙе ҡытайҙар.

 

 

 

Хәҙер күпме башҡорт сабыйының

"Пап, мам" тиеп теле асыла.

Был бит шул уҡ утлы һарайҙарға

Инеп барыуыбыҙ асылда.

 

 

 

Сығып булмаҫ утлы һарайҙарға

Инеп бара бит һуң халҡыбыҙ,

Һөрәнләйем тағы дүрт тарафҡа:

Ҡапҡаларҙы яба һалығыҙ,

Ҡапҡаларҙы яба һалығыҙ.

 

 

 

* * *

Быйылғы көҙ ғәжәп ҡырыҫ килде,

Көн аралаш яуа ямғыры.

Иҫкә төшә ошо көҙҙәй бер йәй –

Бала сағым... пионер лагеры.

 

 

 

Компартия... үҙенең йырын йырлап,

Бәүелткәндер беҙҙе бишектә.

Беҙ шат инек, хәҙер генә бына

"Лагерь" һүҙе йәнде өшөтә.

 

 

 

Өйрәттеләр нисегерәк тороп,

Нисегерәк яуап бирергә;

"Эй, партия! Һинең эшен өсөн,

Беҙ әҙербеҙ утҡа керергә!"

 

 

 

Анттар әйттерәләр. Ярһыталар.

Утҡа кермәй кеше, ярһытмай.

Йүгерешә пионервожатыйҙар,

Башлап сапҡан... теге һарыҡтан.

 

 

 

Аңды иретеп, ҡалыптарға ҡойоп,

Ҡорос кеүек ҡатырмаҡсылар.

Әҙерләмәкселәр партияға

Зомбиҙар һәм камикадзелар.

 

 

 

Ғибрәттәрен бындай тәрбиәнең

Һаман еталманым мин анлап.

Янып торған утҡа ҡыуғандар бит,

Фекерҙәрҙе беҙҙең бығаулап.

 

 

 

Һәр ауылда яҡҡандар был утты.

Мәсет манараһын ҡолатып.

Был "крематорийҙы" үткән бала

Үҙ атаһын һатҡан "кулак" тип.

 

 

 

Был "крематорийҙы" үткән бала

Танкҡа ҡаршы сапҡан аттарҙа...

Сәбәп тә юҡ кеүек ғәйепләргә,

Ғәйеп тә юҡ кеүек аҡларға.

 

 

 

...Мин уларға берсә көлөп бағам,

Көйөп бағам, бағам илаптар.

Ут күбәләгәндәй ғәйеп була

Имән ярҡаһындай ир-аттар.

 

 

 

Мин - көтөүсе. Һеҙ уҡыған кеше,

Ошо хаҡта, зинһар, яҙығыҙ:

Янып барған һарай ҡапҡаларын

Ябығыҙ, тим, яба һалығыҙ.

 

 

* * *

Мин - көтөүсе, һеҙ уҡыған кеше.

Мин ауылда, ә һеҙ ҡалала.

Һеҙҙең унда хәлдәр нисегерәҡ?

Ә беҙҙеҡе бигерәк алама.

 

 

Был тормоштоң холоҡ-фиғелдәрен

Аңым иңләй алмай, ҡаңғырам.

Барлыҡ ҡаралтыһын һатып эсеп.

Яңғыҙ улым үлде яңыраҡ.

 

 

Әрләне ул Рәсәй батшаларын,

Бер өҙлөкһөҙ ниҙер һөйләнде.

Эскенәйем янып бара, тине,

Ысҡындыр, тип, көмөш төймәмде.

Хыялдары шундай сағыу ине.

Аҡылы сос ине баламдың.

Ниәтенә аҡ нәҙерҙәр әйтеп,

Аҡ өмөттәр генә бағланым.

 

 

Мин бит уға өйрәтмәнем түгел,

Иҫ белгәне бирле тылҡыным:

Ауыр булһа ла түҙ, әсмә, тинем,

Хәҙер бына ҡороно тоҡомом.

 

 

Типһә, тимер өҙөр төҫлө ине.

Бер бәһлеүән ине торғаны.

Майҙанда ал бирмәҫ көслө ине,

Араҡының булды ҡорбаны.

 

 

Һуңғы бер-ике йыл эсендә лә.

Ундан ашты инде ундайҙар.

Бер-бер артлы үлеп торһалар за,

Әсеүҙәрен барыбер ҡуймайҙар.

 

 

Арта бара хәҙер ауылда ла

Аҡылдары зәғиф балалар.

Былар бит, ней... теге... янып торған

Һарайҙарға инеп баралар.

 

 

Ил түрәһе белмәй микән ни һун,

Ни уйлайҙар икән башлыҡтар?

Берәй әмәл табыр кәрәк ине,

Бөтә бит һуң инде башҡорттар.

 

 

Беләм, башҡорт күндәм, намыҫсан

Хөкүмәт бер шипкерт ташлаһа,

Тыйылырҙар ине, былайынса,

Йота бит һуң "йәшел аждаһа"

 

 

Араҡы ла беҙҙең халыҡ өсөн

Утлы һарай бит ул, аңлаһаң.

Сәбәп итеү кәрәк, бындай эштә

Ярҙам көтөп булмай Алланан.

 

 

* * *

Һин бит шағир. Ошо янғындарға

Йөрәгеңдән һин дә урын бүл.

Оло-Тәләк янып торһон унда,

Янып торһон унда Чернобыль.

 

 

Йырыңа ҡуш ошо ялҡындарҙы,

Ярһып йырла.

Әгәр танһалар -

Йөрәгендә булһын Салауатҡа

Утлы тимер һуҡҡан тамғалар.

 

 

Утҡа сапҡан халыҡ ҡаршыһына

Йөрәк ташла, табып сараһын.

Һыбайҙары төшөп ҡараһындар,

Йәйәүҙәре ятып ҡараһын.

 

 

Ҡайғыларҙың ҡайһыһы ла ҡыйын.

Тик күрмәйек йорт-ил ҡайғыһын.

Тиндәр араһында тиң булмайса.

Башҡорт аслан уттан айбанһын

 

 

Ҡараһаҡал, Алдар һәм Зәкиҙәр,

Батыршалар күпме тырышты.

Нишләп тырышмайбыҙ ҡалдырырға

Хыялдарға торош тормошто.

 

 

 

* * *

Хыялдарым ожмах кеүек ине,

Хыялдарҙан шундай мин уңдым.

Тормош һалҡынында өшөп-туңһам,

Хыялыма инеп йылындым.

 

 

Ҡаңғырыҡтан, ваҡлыҡтарҙан ҡастым,

Булмышыма һеңде был ғәҙәт.

Хыял һарайымда, үҙ Мәккәмдә

Изгелеккә ҡылдым ғибәҙәт.

 

 

Шау хис кенә ошо һарайымда

Бәхет - батша, ҡайғы - ҡәнизәк.

Табындарҙа йәнәш ултырҙылар

Үткән тарих менән киләсәк.

 

 

Бында илау, һулыу, үлеү ҙә юҡ,

Мәңгелек яҙ ине был илдә.

Үлгәндәр ҙә, тыуыр кешеләр ҙә

Йәшәй ине минең күңелдә.

 

 

Һәм мөхәббәт ләззәтенән башҡа,

Ут күрмәгәйне был батшалыҡ.

Ярһыуымды баҫа алмай, ҡат-ҡат

Яна инем шунда ташланып.

 

 

Батша ҡыҙын алдым, һәм ҡатыным

Фәрештәләй генә ул тапты. –

Бәхет һулышын тойҙом.

Ләкин ҡапыл Һарайыма минең ут ҡапты...

 

 

... Шаһитымын күпме янғындарҙың,

Тик бындайын юҡ һис күргәнем.

Хыял яна, йылдар, айҙар яна,

Көндәр яна, яна төндәрем.

 

 

Был эҫегә, бәлки, түҙә алмаҫ

Йөрәккенәм бер мәл ярылыр –

Ҡотҡарырға хыял һарайымды

Мин табырмын әмәл барыбер.

 

 

Ҡомаҡ кеүек барыбер сығып ҡасмам,

Ҡурҡыныс бар ерҙән һаҡланып.

Бары, көс бир, Аллам!

Етһен көсөм,

Аңра һарыҡтарҙай янмаҫ өсөн,

Утлы һарайҙарҙан ҡапланып.

 

 

* * *

Һаҡла, Тәңрем, утлы һарайҙарҙан!

Янғындарҙан һаҡла! Эй, Аллам!

Халҡым менән ҡайсаҡ ғорурланам,

Халҡым өсөн ҡайсаҡ оялам.

 

 

Ғүмер баҡый мин көтөүсе булдым,

Миңә, ярай, уҡыу теймәне.

Ә һеҙ ҡайсаҡ юҡты һөйләйһегеҙ,

Бер дөйәләй итеп төймәне:

-Урыҫ-француз һуғышына башҡорт

Утыҙлап полк биргән!

-Йә? Шунан?!

-Төньяҡ амурҙары" исемләнеп,

Алғасҡыла йөрөгән!

- Йә? Шунан?!

 

 

Ул һуғыштың ҡуҡыш башындай бер

Фәтүәһе беҙгә тейһәсе!

Шуны тылҡыу һеҙгә мәртәбәме

Иҡтисади йәки сәйәси?

 

 

Һүҙҙәрегеҙ ҡыҫыр ғорурланыу,

Бер тамсы юҡ әрнеү юлағы.

Шуны ишеттемме, -

Йөҙйәшәр ҡарт –

Сабый ҡеүек килә илағым.

 

 

Уны белеү оло ғилем түгел,

Үә фән өсөн түгел ул һандар.

Ҡеүәтләрҙәр ғүмерендә бер ҡат

Һуғыш яланында булғандар.

 

 

Мин был хаҡта һөйләүҙәрҙе тыям,

Мин тыймаһам, һеҙҙе кем тыяр?

(Етмеш йәше тулған ҡарттарға һәм

Шағирҙарға ғына ихтыяр).

 

 

Мин бойорам! Сөнки дүрт-биш йылда

Әйләнермен ҡара тупраҡҡа.

Шуның өсөн минен һөйләгәнде,

"Тыуған ер һөйләй" тип тыңларға!

 

 

...Ул ғорурлыҡ түгел, бер ҡатлылыҡ,

Хатта меҫкенлек бит ул һандар.

Кем алдында тоғролоғоғоҙҙо

Иҫбатлайһығыҙ һеҙ, уландар!

 

 

 

Любезники, имеш, любизар, тип,

Ҡотос әйткән, тиҙәр. Ыстырам!

Сираттағы утҡа һөсләткән ул,

Һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырған.

 

 

Күпме башҡорт ҡайтмаған шул яуҙан! –

Беләме ул йырсы кисереп?

Ҡаһымдарҙы нисеҡ үлтергәнен,

Шул ҡотостар ағыу эсереп?

 

 

Өшөгәндә һеҙҙе йылыттымы

Сәмреғошло оло ил тажы?

Сит баһаға мохтаж халыҡмы беҙ,

Ситтәр баһаһына мохтажмы?

 

 

Сит баһаға тик ҡол ҡуҡырая,

Онотмағыҙ ошо һүҙҙәрҙе.

Кем һун улар, беҙҙе баһаларға,

Кем һуң әле улар үҙҙәре?

 

 

41-ҙәге һуғыш. Тағы башҡорт...

Тағы һыбай... Танк, туптарға

Ҡаршы сапты...

Ғәзиздәрем минең,

Ваҡыттыр бит аҡыл тупларға!

 

 

Ә һин, шағир, ҡыҫҡа хәтерлеһең.

Һин, ахыры, онота башланың.

Башҡорттарҙы ҡырыу хаҡындағы

Васыятын Петр батшаның.

 

 

Рәсәй тулы Петр вариҫтары,

Уяу булыу кәрәк ҡалай ҙа.

"Любезниҡи" тип, йә "воры" тип тә

Ҡыуаларҙар утлы һарайға...

 

 

...Хуш! Бәхил бул! Шиғыр итеп яҙ һин

Был хаттарҙы. Булһа яҙырлыҡ.

Мин бушандым. Хәҙер ҡәберҙә лә -

Тыныс күңел менән ятырлыҡ.

 

 

Ошоларҙы һиңә һөйләрмен

Уйларлыҡмы ине ул саҡта...

Миң көтөүсе инем, йәйләүҙәрҙән

Малды ҡыуа инек ҡышлаҡҡа...