Быҫҡаҡ ямғыр

Армияға алынғанда ул, мин тыуған ауылды бүтән күрә алмам инде, мәңгелек кә хушлашыуым ошолор, тип уйланы. Һуғышҡа ла китмәне – уныһы бынан дүрт йыл элек бөткәйне, төрмәгә лә ултыртманылар – унан да һәммәһе әйләнеп ҡайт май, ә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүенең төп сәбәбе һуғыштан да, төрмәнән дә яман: Сания уны яратманы.

Бынан әллә өс йыл, әллә дүрт йыл элек уларҙың 2-се бригадаһы Яйыҡ аръяғындағы туғайҙа бесән йыя ине. Бесәнде күтәремләп кәбәнгә ир-аттан Ғабдулла, Мәхмүт һала, Ғабдулла ағайҙың ҡатыны Сәкинә башта ҡабул итеп, ипләп һалып тора. Сәмиғ бакуйҙан йыйылған бесәнде һөйрәткегә тейәй ҙә кәбән төбөнә килтереп ауҙара.
 Сәмиғҡа ул йәйҙә ун бише тулғайны. Һуғыш йылдарында үгәй әсәйе менән (үҙ әсәһен иҫләмәй, ул бәләкәй саҡта уҡ үлгән, атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғалды) аслыҡтан саҡ тере ҡалды, шулай ҙа йыбытҡы түгел, һуңғы йылда ҡапыл буйға тар тылды һәм егет ҡорона инеп, тулы хоҡуҡлы эшсе рәүешендә колхоз эш тә рендә ҡатнашып йөрөй. Һөйрәтке артынан Ғабдулла ағайҙың ҡыҙы Сания тырмай.
 Ул Сәмиғтан бер йәшкә генә бәләкәй. Ошо йәйгә тиклем Сәмиғ уға иғтибар ҙа ит мәне, йөрөймө шунда, йөрөй, бар ҡыҙҙар ише бер ҡыҙ инде. Әсәһе һымаҡ һары башлы.
 Эшләгәндә улар бөтөнләй һөйләшмәй тиерлек. Сания уға, исмаһам, бер тапҡыр күтәрелеп ҡараһасы! Әллә оялды, әллә атаһынан тартынды, белмәҫһең. Бәлә кәйерәк саҡта, мәктәп йылдарында, бындай ҡыҙҙар, ғәҙәттә, малайҙар менән ша яра, көлә, уларҙы мыҫҡыл да итергә тырыша, йөҙ-күҙҙәренә лә оялмай тура ҡарай, үҙҙәрен дә һаҡлай-ҡурсалай ала, телсән, ә үҫә килә тартына, хатта ҡы рағай лана йәки эреләнә башлай.
 Иртәнән бирле аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Томра. Төш етеүгә бейек күк йөҙөн томан һымаҡ һоро нәмә ҡаплай башланы, унан ҡайҙандыр бәләкәй генә болот киҫәге пәй ҙә булды ла ҡаса-боҫа ҡояшҡа табан йөҙҙө. Оҙаҡламай уны ҡаплап та алды, бер өлөшө ҙурайып, ҡабара барып, ҡара ямғыр болотона әүерелде. Шунан ялағай ялтлап, күк күкрәне, әйтерһең дә, әлеге болот ямалған ерҙәренән шатырҙап йыр тылып китте һәм урман аръяғында ямғыр яуғаны күренде – уның шаулауы һә тигәнсе туғайға ла килеп етте. Сәмиғ, йәнә берәй күбә тейәп кәбән төбөнә алып барып өлгөрөрмөн, тип уйлағайны ла, тейәп бөтөп арҡанды ла тартҡайны, әм мә ҡуҙғалырға ла өлгөрмәне, баш осонда ғына күк күкрәне лә шаулап ямғыр ҡоя башланы. Сәмиғ тейәгән йөгө эсенә соҡоп инеп ултырҙы. Сания ла берәй ер гә йәшенгәндер. Күкте тәртипһеҙ телгеләп ялағай уйнай, дөбөр-шатыр күк күк рәй. Берсә баш осонда, берсә саҡ ҡына ситтәрәк. Сәмиғ йәшендән ҡурҡмай, дө рөҫөрәге, күк күкрәүе ҡурҡыныс түгеллеген, ә йәшен ҡурҡыныс икәнен яҡшы бе лә. Йәшен – һауа һелкенеүе генә. Ялт итеп ҡалды, һин иҫән, тимәк, теймәне, үтеп китте. Әгәр һине йәшен уты ата икән, уның атыу тауышын ишетмәй ҙә ҡала саҡһың, аңлап та өлгөрә алмаясаҡһың, бәреп йығасаҡ… Эргәлә генә ялтлап үтте, тауышы ла ҡолаҡ төбөндә генә яңғыраны. Шул мәл көт мәгәндә уның өңөнә Сания килеп сумды ла, ҡото алынып: «Ой, ой, бис милла, бис милла, ҡурҡам!» – тип һөйләнде. Тағы ялағай ялтланы, мылтыҡтан атҡан ише атып ебәрҙе. Яҡында ғына, хатта көкөрт еҫе сыҡты, күк, әйтерһең дә, улар сум ған өйөмгә тоҫҡап атты. Сания йәнә сыйылданы, Сәмиғҡа нығыраҡ һыйынды. «Ҡурҡ ма,– тине Сәмиғ эре генә. – Әгәр йәшен атмаһа, күк күкрәүе ҡурҡы ныс түгел. Һауа ғына шартлай». Ҡыҙ уны аңламаны, ахыры, һәр дөбөрҙәгән һайын Ал лаһы Тәғәләне ярҙамға саҡырҙы, Сәмиғҡа нығыраҡ һырыҡты. Егет уны уң ҡу лы менән ҡосаҡланы, лыс һыу ситса күлдәге аша тәненең йылылығын тойҙо, яҡын да ғына һипкелле йөҙөн күрҙе, ямғыр сылатҡан һары сәстәренән аңҡыған үлән-ялан еҫтәрен һуланы һәм, ҡатын-ҡыҙ тәне яҡынлығының ләззәтен бе рен сегә тойоп, ямғырҙың мәңге тынмай яуыуын теләне. Бесәнде һыулап, ямғыр үтеп киткәс, күк күкрәүе туҡтағас, ҡыҙ ҡапыл торҙо ла өңдән сыҡты һәм, яңынан ҡы рағайға, ятҡа әйләнеп, ҡоя башлаған кәбәнгә табан йүгерҙе… Сәмиғ ул көн дә ге йәшенде, ялағайҙы, бесән өйөмө араһында бергә ултырған ҡыҙ ҙы, уның тәне йылыһын, сәстәренең иҫерткес еҫен һис онота алманы һәм ошо ваҡиғанан ике йыл ваҡыт үткәс, Сания тамам үҫеп етеп, аҡ йөҙлө, оҙон толом ло сибәр ҡыҙ ға әүерелгәс, уны яратҡанын аңланы. Элек, мөхәббәтһеҙ йәшәгән саҡта, уның йө рәге нисектер буш, тыныс һәм һалҡын ине, хәҙер тәмле- тат лы мөхәббәт тул ҡыны уның күкрәген тултырҙы, йөрәген ян дыр ҙы. Ул гел генә ҡыҙ тураһында уй лап йөрөй башланы, минут һайын уны күр геһе килеп тор ҙо. Кистәрен клуб янын да гармун уның тураһында ғына уйнаны, гар мунсы «Ғә лиәбаныу»ҙы йыр ла ны, ә Сәмиғҡа «Саниябаныу» тип ише телде. Ул ата һының һуғыш алдынан ғы на алған пинжәген, итеген кейҙе (һуғышҡа атаһы таушалған сарыҡ кейеп кит те), хәҙер улары Сәмиғҡа тап-таман ине, һәм кис етеү менән клубҡа ашыҡ ты. Санияны күргәс тә ҡыҙҙан күҙен ал маны, янды-көйҙө, зарыҡты, баш ҡа егет тәр ҙән көнләште. Һәм ҡыҙға үҙеңдең яра тыуыңды һүҙҙәр менән аң ла тыуҙы, ҡай ҙа лыр аулаҡта йәки ҡараңғы мө йөш тә икәүләп кенә ултырыуҙы, хат та ҡо саҡ лау мөм кинлеген башына ла килтермәне. Ул йылдарҙа бит егеттәр ме нән ҡыҙҙар асыҡ тан-асыҡ осрашмай торғайны, клубтағы тансанан йәки ки но нан һуң оҙата барышманылар, өй алдындағы эскәмйәлә төн уртаһына тиклем шы бырҙашып ултырманылар, ә урам буйлап етәкләшеп йәки ҡултыҡлашып үтеү хаҡында уйлау – Аллам һаҡлаһын… Шулай ҙа, ғашиҡтар төнөн ҡайҙалыр ос раша, тип тә һөйләйҙәр. Ауылдың көндөҙгө, барыһына ла күренеп торған өҫкө тормошо, тыйнаҡ, әҙәпле һәм гонаһһыҙ. Кешеләр баҫыу- яланда эшләй, кис тә рен сәй эсә, өй алдындағы эскәмйәгә сығып һөйләшеп ултыра, бисә-сәсә үҙ хә бә рен һүтә, ир-ат иген, уңыш, бесән, һауа торошо ха ҡында һөйләшә, кәңәшләшә, күҙ бәйләнгәс һәр ҡайһыһы өйөнә ҡайта, йоҡларға ята, һәм һәр йортта төнгө серле тормош башлана. Өйләнмәгән егет баҡсалар ар ты нан яңғыҙ йәшәгән ҡа тын өйөнә килә, артҡы ҡапҡанан керә лә һаҡ ҡына тәҙрәгә сиртә йәки бикләнмәгән солан ишегенән сысҡан етеҙ леге менән инеп юғала. Өйләнгән ир кистән по жаркаға кәрт һу ғырға китә лә ҡайтышлай тол ҡатын йортона борола. Төн ур та һында ауыл си тенә сыҡһаң, тыҡрыҡҡа боролған албаҫтыны йәки шайтанды тү гел, ә ҡо саҡ лашып йәки етәкләшеп йөрөгән парҙарҙы осратаһың. Ә Сәмиғ клубтан әхи рәт тәре менән ҡайтырға сыҡҡан Санияны күҙ ҡараштары менән генә оҙата ла буш һәм ҡараңғы урамдар буйлап яңғыҙ ҡаңғырып йөрөй. Ғаб дулла ағайҙың өйө тап ҡырына килеп, ҡараңғы тәҙрәләргә оҙаҡ ҡына ҡарап тора – ошо тәҙрәләр артында ул, моғайын да, йоҡлайҙыр. Йоҡоға китер алдынан уның хаҡында әҙ генә булһа ла уйланымы икән? Ә иртәнсәк уны, йоҡоһо бөт мә гән Сәмиғты, үгәй әсәһе әрләп-ҡарғап уятасаҡ: «Төнө буйы ҡайҙалыр темеҫкенеп йөрөйһөң дә, үләкһә, хәҙер бер нәмә лә белмәй йоҡлайһың!..» Шулай ҙа бер көн егет Санияға мөхәббәт хаты тапшырырға йөрьәт итте. Һүҙҙә рен ялҡынлы мөхәббәт шиғырҙары, мөхәббәт хаттары өлгөләре яҙылған, йәш тәр араһында ҡулдан-ҡулға йөрөгән дөйөм дәфтәрҙән күсереп яҙҙы. Хатты Са нияға Сәмиғтың ике туған апаһы тапшырҙы. Күпме көтһә лә, яуап булманы.
 Шулай ҙа әлеге хаттан һуң Сания уға икенсе төрлөрәк ҡарағандай тойолдо – ҡа ра күҙҙәре менән ата ла оҙон керпектәрен аҫҡа төшөрә һала.
 Ысын ғазап Муллаҡаев Фуат армиянан ҡайтҡас башланды. Оҙон кәүҙәле был егет гимнастерка кейеп йөрөй, билдә – яҫы командир ҡайышы, ҡулда – сәғәт.
 Ауыл дың аҫыл егете инде, күп ҡыҙҙар хыялланған кейәү. Муллаҡаевтар – көслө нә ҫел, күбеһе төрлө кимәлдәге түрә-ҡара. Фуаттың атаһы Муллаҡаев Шайкамал – 2-се бригада бригадиры, ағаһы ауыл Советында ултыра, йәнә бер ағаһы ра йонда ниндәйҙер начальник. Фуатты ҡайтыу менән тигәндәй колхоздың ком соргы итеп тәғәйенләнеләр. Ул ҡара буҫтауҙан галифе тектереп кейҙе. Ауылдың иң шәп кейәүе ул булмай, кем булһын сибәркәйҙәр өсөн? (Хәйер, ҡайһы берәү ҙәр Санияны ғәҙәти ҡыҙ тип иҫәпләне.) Ә Фуат клубта Санияны тансаға са ҡыр ғас (ә ул, Сәмиғ, дегәнәк япрағы, үҙе саҡырырға оялды), көнләшеүенән шартлай яҙҙы.
 Клуб тан сыҡҡас, улар кеше алдында ғына икеһе ике яҡҡа китә, унан ҡай һы лыр мө йөштә осраша, тип уйланы. Йәшерен осрашыуҙарҙың ниндәй генә картина- һү рәттәрен күҙ алдына килтермәй Сәмиғтың көнсөл хыялы! Нишләргә белмәй урам дарҙы ҡыҙыра, тыҡрыҡтарҙың, ҡапҡа төптәренең ҡараңғы мөйөштәрен бай ҡай, көтөү йөрөгән ерҙәрҙе, колхоз амбарҙары арттарын ҡарай, унан йылға бу йына төшә, әммә тегеләрҙе бер ерҙә лә таба алмай. Ә уның уларҙы тап иткеһе, тот ҡоһо килә, үҙенең йөрәгенә һуңғы үлемесле яра-йәрәхәт алып, үкереп илағыһы, унан үлгеһе килә. Ә иртәгәһенә Сания уға йәнә нисектер икенсе төрлө, сер лерәк ҡараған төҫлө тойола… Көҙ етте, көҙ менән армияға китер ваҡыт етте. Хеҙмәткә китәһе егеттәр үҙҙә ренең ҡыҙҙары менән иҫке зыяраттағы ҡарт ҡайындар аҫтында осрашты.
 Ҡыҙ ҙар егеттәргә сигелгән кисет йәки ҡулъяулыҡ бүләк итә, уларҙы көтөргә вәғә ҙә бирә. Сәмиғ Санияны ҡайынлыҡҡа саҡырып хат ебәрҙе. Иртәгә китәм тигән көндөң кисенә килде лә ҡыҙҙы көтә башланы. Әтәстәр өсөнсөгә ҡыс ҡырғансы көттө лә ҡуйҙы. Килмәне! Иртәгәһенә иртәнсәк колхоздың йөк ма ши наһы ку зовына менеп баҫты, күренмәне – Сәмиғты атаһы һуғышҡа киткәс үгәй әсәһе нән тыуған һеңлекәше генә оҙатып ҡалды.
 Поезд уны, әйткәндәй, үҙ ғүмерендә тәүгә ултыра ине поезға, Мәскәүҙең үҙенә үк килтереп төшөрҙө. Хеҙмәткә стройбатҡа эләкте. Белеме – ауыл мәк тә бе нең дүрт кенә синыфы, русса белмәй, Башҡортостандан бер яҡташы булмаһа, бөтөнләй юғалыр ҙа ине. Тәүге мәлдәрҙә шул аңлатып, кәрәк ерҙә уның өсөн яуап биреп йөрөнө. Йәш кеше бит, яйлап өйрәнде яңы тормош-көнкүрешкә, ауыл егетенә ни, эше лә әллә ни ауыр тойолманы, иптәштәре менән дә уртаҡ тел тапты. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡарт һалдаттар йәш һалдаттарҙы бигүк ҡы йырһытмай ине, «дедовщина» тигән нәмә булманы. Йөҙ-ҡиәфәте азиатса, исеме русса булмаһа ла, әллә ни бәйләнмәнеләр Сәмиғҡа.
 Отрадный тигән йәш ҡалала төҙөнөләр өйҙәрҙе. Кирбес һалырға, панелдәр бер кетергә, бейеклеккә менергә-төшөргә өйрәнде һәм яйлап үгәй әсәйҙән туҡтау һыҙ әрләнгән-йәберләнгән ауыл малайынан һалдат-төҙөүсегә, эш кешеһенә әүе релә барҙы. Таш-кирбес эшенә ныҡлап төшөндө, үҙенең аңы барып етә, төшө нә алмаҫлыҡ төрлө кешеләр тормошо, ҡабатланмаҫ яҙмыштар менән тулы ошо таш араһындағы ҡатмарлы, үҙгәреүсән, ҡаршылыҡлы Мәскәү тормошона ла өйрәнде. Хәйер, ул ошо аңлайышһыҙ тормош-көнкүрештең тышҡы яғын, өҫтөн генә күрә, ишетә ине, кистәрен уттары ымһындырғыс янған бихисап йорттар эсендә ниндәй тормош барғанын, ниндәй йырҙар йырланғанын, бә хе те нән иҫе реп унда кемдәр бейей йәки оло ҡайғынан стенаға менер хәлгә етә – бы лар бөтәһе лә уның өсөн аңлай алмаҫлыҡ оло сер булып ҡалды.
 Ауылды һағынманы, әммә Санияны онотманы, уны гел генә уйланы, йыш ҡына төштәрендә күрҙе. Ҡыҙ тураһында уйлаған саҡта күкрәгендә барлыҡҡа килгән тәмле-татлы тойғо төйөрө уны бер ҡасан да ебәрмәне. Бер нисә тапҡыр хат яҙыр ға ултырып ҡараны, әммә башланы ла йыртып ырғытты. Сөнки яуап булмая сағын белә ине, ә хатын Сания әхирәттәренә күрһәтәсәк, улар уны уҡы ғас Сә миғтан хахылдашып көләсәк.
 Әммә көндәр, аҙналар, айҙар үткән һайын Сәмиғ – рус иптәштәре атағанса, Са ша – ҡайғыға һирәгерәк һабыша, элекке тойғолары ҡайнарлығы һүрелә һәм кү ңеленә яйлап-яйлап яңы теләктәр, ылығыуҙар, яңы тормош ауаздары инә бара ине. Тирә-яғында икенсе көй-моңдар яңғырай, икенсе ҡатын-ҡыҙҙар ҡа рашы менән осраша, бит-йөҙөнә бүтән елдәр ҡағыла, йөрәгенә башҡа тормош саҡы рыуҙары инә – былар барыһы ла уны ымһындыра, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыта ла. Урал аръяғында йәшәүсе ҡыҙҙың төҫ-башы онотолмай, тик ваҡыт үткән һайын, сик һеҙ далалағы һоро томанға уранған һымаҡ, нисектер то ноҡ лан ғандан-то ноҡ лана бара.
 Бер йылдан ул русса һупаларға апаруҡ өйрәнеп алды. Шулай ҙа был ят һәм бай телдең бөтә мөмкинлектәренең бер бәләкәй генә өлөшөн үҙләштергәнен яҡшы аңлай ине. Иптәштәре менән һөйләшә-аралаша ала, хәҙергә шул еткән, йәшәй-йәшәй ныҡлап өйрәнер әле. Отпускыға ҡайтманы, ә демобилиза цияланырға ваҡыт еткәс… ауылға ҡайтҡыһы килмәгәнен аңланы. Унда уны кем көтә? Үгәй әсә? Ә Сания күптән кейәүҙәлер, итәк тулы бала аҫрайҙыр. Ике йыл эсен дә ул күпмелер дәрәжәлә Мәскәүгә, ҙур ҡаланың иҫерткес һәм илерткес һауаһына күнекте, уның ҙур мөмкинлектәрен күрҙе. Етмәһә, «дембель» һал дат тар араһынан төҙөлөшкә эшселәр йыя башланылар, ваҡытлыса прописка, дө йөм ятаҡтан карауат вәғәҙә иттеләр. Оҙаҡ уйлап торманы Сәмиғ – ауылға ҡайт ҡы һы кил мәгәс, бүтән варианты ла юҡ – өгөтләгәстәре китте-барҙы вер бов ка ла нып.
 Зеленоград… Төҙөлөштә төрлө өлкәнән, төрлө ауылдарҙан Сәмиғ һымаҡ вербов каланып килгән әллә күпме ҡыҙҙар эшләй. Ул саҡта лимит, лимитчик ти гән һүҙ юҡ ине әле. Һуғыш йылдарында, унан һуңғы йылдарҙа ҡыҙҙарҙы Мәскәү тирә һендә торф ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә файҙаландылар һәм уларҙы тор фушкалар тип атайҙар ине. Һуңынан төҙөлөшкә штукатур, маляр булып кил гән ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһына ла торфушкалар тигән уртаҡ ҡушамат таҡ тылар.
 Сәмиғ эшендә әлеге торфушкалар менән бик аралашманы, уларҙы бытовкала – иртәнсәк кейем алыштырғанда, көндөҙөн ҡапҡылағандарында, ял ит кән дәрен дә, домино һуҡҡандарында ғына күрҙе. Бытовкала ҙур титан ултыра, уға һыу тултырыу, ҡайнатыу, тәртиптә тотоп, йыйыштырыу менән дорфа, һү ге нергә, тартырға, эсергә әүәҫ Клава исемле йәмһеҙ ҡатын шөғөлләнә, ҡыҫҡаһы, хужабикә. Күптән бергә эшләгән ерҙә ҡабул ителгәнсә, бында ла уларҙың бер-бере һенә мөнәсәбәттәре ябай, ихлас, егеттәр, шаярған булып, теге йәки был ҡыҙҙың осаһын, түшен тотоп алырға ла күп һорамаҫ, ундай осраҡта тегеһе, әсе һүгенеп, ҡулына һуҡҡан йәки этәргән була, шунан бер-береһен шаярталар, ал дайҙар, төрлө кәмит уйлап сығаралар. Сәмиғ улар араһында ала ҡарға рә үе шендә йөрөй. Телсән ҡыҙҙар яйы килгән һайын унан көлә, шаярта, хатта мыҫ ҡыл итә – йәнәһе, ул үтә тыйнаҡ, ир түгел, ахыры, әллә ыштаныңды һалдырып тик шереп ҡа райыҡмы? Ир булһаң, Клаваға өйләндерәбеҙ, тип көлә маляр Валя. Был һүҙҙәр гә Сәмиғ оялышынан ҡыҙарына-бүртенә, яуап ҡайтара алмай хәбәрҙәренә, мин үтә оялсан шул, хатта ҡыҙҙар көлә, тип уйлай, бөтөрөнөп уйлай.
 Бер ваҡыт эш курткаһы кеҫәһенән записка тапты. Уҡыны. Бер ҡыҙ үҙенең уны «яра тыуын» белдергәйне: «Ҡараҡайым минең һинең ҡара күҙҙәреңдең бер ҡарашынан йөрәгем туҡтай»,– тигән. Записка авторы уға эштән һуң иҙелмә узе лы артындағы эскәмйәлә осрашыу тәғәйенләгән. «Кил һәм үҙеңдең киң күк рә ге ңә мине ҡыҫ. Минең шунда ирегем килә». «Клава» тигән ҡултамғаһы ла бар.
 Ауыҙынан гел араҡы, тәмәке еҫе аңҡып торған дорфа, нәҙек сираҡлы Клава әллә ысынлап уға ғашиҡ булғанмы? Ун йәштәр самаһы оло ла бит әле Сәмиғтан.
 Рус түгел, дүрт класс белемле ябай эшсе, ауыл тиреҫенән сыҡҡан дегәнәк япрағы Клаванан башҡа кемгә генә оҡшай алһын инде? Әҙерәк йөҙө-башы булған, күҙ-ҡаш уйната белгән һәр ҡыҙ майор тураһында хыяллана, хатта яҡшы эш ха ҡы алған түрә-ҡараға ла өмөт итә. Шуға ла иҙелмә узелы артындағы эс кәм йәгә барырға уның уйында ла юҡ.
 Куртка кеҫәһендә шул уҡ ҡул менән яҙылған икенсе записканы тапҡас, уның кә йефе ҡырылды. Клава янына килеп, уға ҡағыҙҙы тотторҙо ла, мөмкин тиклем йом шағыраҡ, хатта йылмайып, быны һин яҙҙыңмы, тип һораны.
 – Һин нәмә, о… ел?! – тип яуапланы ҡатын ҡағыҙға ҡараған килеш.– Ир кәрәк булһа, мин һинән арыуыраҡты ла таба алам! – Улайһа, кем яҙған һуң? – Мин ҡайҙан беләйем? Бәлки, Надькалыр. Улар Валька менән шулай фигли- мигли уйнарға бик әүәҫ.
 Надька? Валя менән билдәле, бында бер ниндәй ҙә сер юҡ, ул мөмкинлек сыҡҡан һайын Сәмиғты шаяртырға, төрткөләргә ярата, ә бына Надька мут ҡына йыл мая ла серле ҡараш һирпә. Башҡа егеттәр кеүек кистәрен ҡатын-ҡыҙ дөйөм ятағына йөрөмәгәс, Сәмиғ уны эштән тыш бер ҡасан да күргәне юҡ, ә эштә ул маляр, буяу һыланып ҡатып бөткән ыштанда, шундай уҡ әрпеш курт ка ла йөрөй. Шулай ҙа ул Сәмиғҡа оҡшай ине. Сания һымаҡ һары сәсле, киң яңаҡ лы булғаны өсөндөр, бәлки.
 Ғашиҡ һүҙҙәре яҙылған өсөнсө хатты уның эш курткаһының арҡаһына бу лавка менән беркетеп киттеләр. Нисек эләктергәндәрен ул күрмәне лә, һиҙмәне лә.
 Ке йемен алыштырып кейеп, эш урынына килгәс, эргәһендә эшләүсе утыҙ ҙар тирә һендәге өйләнгән Миша Лунин шәйләп, ҡағыҙҙы йолҡоп алды, уҡығас, көлөп Сәмиғҡа һондо.
 – Во бля, һиңә бит Клавка ышҡыла.
 – Клавка түгел ул, Надька.
 – Ә бында Клавка тип яҙылған.
 – Һорашып белдем инде: Надька. Тик ниңә шулай шаяртҡанын ғына аңлай алмайым.
 – Һин нимә, бисәләрҙе белмәйһеңме ни? Тимәк, оҡшатып йөрөй.
 – Ҡуйсәле.
 – Минең кәңәш: осрашыуға саҡыр, киноға алып бар.
 Сәмиғ Луниндың кәңәшен ысынға алманы, шундуҡ онотто. Ә Лунин онот маған, дүшәмбе көн эшкә килеү менән: – Йә, осрашыуға саҡырҙыңмы?– тип һораны.
 – Юҡ.
 – Ну һин, ауыл дегәнәге, тешләр, тип ҡурҡаһыңмы ни? – Килмәй ул.
 – Ҡайҙан беләһең? Бәлки, килер. Килмәһә – нимә юғалтаһың? Һәм бына Сәмиғ, был эштең килеп сыҡмаҫын аңлай-белә тороп, үҙенең оялсан лығын көскә еңеп, Надька янына барҙы ла тоноҡ тауыш менән: – Надя, мин һине бөгөн кис киноға саҡырам, сәғәт һигеҙҙә кинотеатр ал дында көтәм. Киләһеңме?– тине.
 – Белмәйем,– тине ҡыҙ, йәшел күҙҙәре менән атып. – Бәлки, килермен дә.
 Кисен, ял көндәрендә генә кейә торған салбарын, вельвет курткаһын кейеп, Сә миғ кинотеатрға килде, ике билет һатып алды. Ҡыҙҙы көтә башланы. Ғү мерендә икенсе тапҡыр көтә ине ҡыҙ кешене. Тегеләй-былай йөрөп алған була, сә ғәтенә күҙ һала – «Победа» маркалы ул сәғәтте яңы ғына алғайны. Ун минут ҡына ҡала сеанс башланыуға, биш минут, ә Надька юҡ та юҡ. Килмәҫкә булды, ахы ры, тип ҡурҡып та бөттө. Беренсе ҡыңғырау алдынан ғына күренде. Яңы күл дәк кейгән, ирендәрен буяған, сәстәрен бөҙрәләткән, үҙе оялсан-ҡәнәғәт йыл мая. Йылмайыуы ла бытовкалағы ише мыҫҡыллы түгел, нисектер, һөй мәлекле, тыныс, етди. Өҫтөнән буяу ҡатып бөткән бысраҡ эш кейемен һалғас, ифрат матур икән дә, әйтерһең дә, асылған сәскә! Һәм Сәмиғ ошонда, кинотеатр ал дында, аҡылы менән түгел, ә тулҡынланған йөрәге менән ҡабаланмай ғына ат лап килгән ошо рус ҡыҙы йөҙөндә ихлас көлөп-йылмайып үҙенең яҙмышы кил гәнен тойҙо. Ошо көндән алып тормошоноң бөтә ҡыуаныс-шатлыҡтары, ҡай ғы-хәсрәттәре әлеге рус ҡыҙы менән бәйле буласаҡ.
 Кинозалға инеп ултырғас, экрандағы бер-бер артлы алышынған кадрҙарҙа бер нәмә лә аңламаны, эргәһендәге ҡыҙ тәненең йылылығын, ултырғысҡа ҡаҙаҡ лап ҡуйғандай ҡуҙғалырға, хәрәкәтләнергә ҡурҡып, ҡыҙҙың уның бар булмышын ток һымаҡ ниндәйҙер көслө нәмә менән уратып-сырмап алған кеүек тойҙо.
 Мөнәсәбәттәре етди дауам итеп алып киткәс, ул куртка кеҫәһендә йөрөткән хаттарҙы күрһәтте.
 – Быларҙы һин яҙҙыңмы? – Валя яҙҙы.
 – Нимә тип яҙҙы? – Бәй, уның үҙенән һора. Мин ҡайҙан беләйем? – Ә Клава, һин яҙған, тине.
 – Клава әйтер...
 – Һин яҙмағас, теге ваҡыт ниңә киноға килдең? – Егет кеше саҡырғас, ниңә бармаҫҡа? Миңә Миша Сопов бәйләнә башланы.
 Эсеп килә лә һәрмәнә башлай. Шуға ла унан ҡотолорға кәрәк ине.