Дегәнәк

Йылы июль төнө. Бала саҡтағы ғәҙәтемсә, мин соланда йоҡлайым. Ситтә оҙаҡ йөрөп ҡайтһаң, бик ҡыҙыҡ икән ул: тыуған ерҙең төнгө тауыштары ла һағындырған, мин уларҙы ҡолаҡ һалып бик оҙаҡ тыңлап яттым. Бала саҡта уларға әллә ни иғтибар биреп тыңламағанмындыр инде, әммә улар күңелгә һеңеп ҡалғандар. Хәҙер был тауыштарҙы таныйым, уларҙың һис бер үҙгәрмәй, тап мин малай саҡтағы кеүек яңғырауына ғәжәпләнеп, иҫке дуҫтарымды осратҡан кеүек ҡыуанып тыңлайым.

Ана, “Йәнгилде бүләк”тә Саҡ менән Суҡ моңлана, һаман шул төйәкте ташлап китмәгәндәр икән. Батима инәй беҙгә, ҡошҡа әүерелгән ике бер туған малай бер-береһен шулай эҙләй, тип һөйләй торғайны. Әле булһа, эҙләйҙәр икән... Мин бының әкиәт икәнен беләм, шулай ҙа Саҡ менән Суҡтың ҡауышыуға өмөт өҙмәй, һаман бер-береһенә тауыш биреүҙәре, уларҙың мәңге арымауы мине һоҡландыра.
Саҡ менән Суҡ тауышы тынған арала мин ҡаршылағы ялбыр өйәңкенең япраҡтары һиләҫ кенә иҫкән елгә шыптырлауын, Кесе Эйек буйындағы тирәклектәрҙә һандуғас сутылдауын, көндөҙ кипкән тиҙәк аҫтында ятҡан ҙур ҡыҙыл ҡуңыҙҙың дурылдап осоуын ишетәм.
Кемдер, ана, оҙаҡ ҡына ҡапҡаны аса алмай ыҙаланды. Был бит беҙҙең аҡ һыйыр! Көтөүҙән ҡайтҡас, һөтөн һауҙырып, тағы емһәнергә сығып киткәйне, туйынып ҡайтҡан да мөгөҙө менән ҡапҡаны үҙе аса. Һаман шул ғәҙәте икән, ишек алдына ингәс тә, мыш-мыш еҫкәнеп бер аҙ йөрөй бирҙе. Уның шулай эҙләнерен әсәйем белеп урам уртаһындағы ағас ялғашҡа йыуынды һыу ҡойоп ҡалдыра. Бөгөн тик йыуынды һыу әҙерәк булған, ахырыһы, аҡ һыйыр уны бер-ике һемереүҙә эсеп бөттө лә шыраулы теле менән тамсыһын ҡалдырмай яларға тотондо. Ахыры, асыуланып, тояғы менән ялғашты түңкәрә баҫып китте.
Бына шул тауыштар аҫтында йоҡоға талып күпме ятҡанмындыр, таң алдынан ниндәйҙер шыптырлауға уянып киттем. Инде Саҡ менән Суҡ тауышы ла, өйәңке япраҡтарының хәбәрләшеүе лә, Эйек буйындағы һандуғастарҙың сутылдашыуы ла тынған. Бөтә ерҙә тик шул ғәжәп шыптырлау ишетелә. Мин, уның ҡайҙан икәнен аңлай алмай, ҡолаҡ һалып оҙаҡ ҡына тыңлап яттым. Асыҡ ишектән танауға ямғыр еҫе килеп бәрлеккәс кенә, иҫемә төштө. Был бит кәртәләү буйында үҫкән дегәнәк япраҡтарында ямғыр тамсылары шулай туптырлай! Кистән аяҙ ине, ҡайһы арала болото ҡуйырып өлгөргән тиһең!
Малай саҡта ла мине шулай ямғыр уята ине. Уянам да, киренән рәхәтләнеп, ямғыр тауышына бәүелеп йоҡлап китә инем. Ә был юлы уяндым да, ҡабат күҙемә йоҡо ҡунманы. Шып-шым ғына килеп яуып торған ямғыр аҫтында шыптырлаған дегәнәк япраҡтары миңә ниҙер һөйләй, ялбара төҫлө тойолдо. Эйе, эйе! Мин, иртән торғас та был дегәнәктәрҙе сабып ташламаҡ булып, үткер көрәк әҙерләп ҡуйғайным бит. Иртәгә һәләк булырҙарын һиҙгән кеүек борсолалар, минең аяуһыҙлығыма үпкәләйҙәр төҫлө был дегәнәктәр.
Кисә килеп төшкәс тә, кәләшем яратманы уларҙы.
— Ауылда иң яратмағаным дегәнәк. Ниңә күптән шуның тамырын ҡоротмай йорт тирәһендә үҫтерәләр икән? — тип, кәртәләү буйында дегәнәк үҫкәнгә мине ғәйепләгән төҫлө, һөйөклөм күҙҙәремә һораулы ҡараны. — Уның ҡылсығы күҙгә төшә тиҙәр бит!
“Иртәгә үк сабып ташларға кәрәк ул һөмһөҙ дегәнәктәрҙе, кәләшемдең эсен бошороп, япырайып ултырмаһындар”, тип ҡарар иттем эсемдән генә, иртүк тороп был уйымды тормошҡа ашырыу өсөн, көрәк тә әҙерләп яттым.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, әллә бала саҡтан шул дегәнәктәрҙе күреп үҫкәнгәме, ситтә йөрөгәндә уларҙы ла һағына торғайным.
Әле бына иртә таңдан уятып, дегәнәктәр миңә үҙҙәренең файҙаһы тейгән саҡтар тураһында һөйләйҙәр төҫлө. “Малай сағыңда беҙҙең иң яҫы япраҡтарыбыҙҙан кәләпүш ябып уйнағаныңды оноттоңмо ни? Ә балыҡҡа барғанда селәүсенде, сиңерткәне нимәгә төрөп йөрөтә инең? Әсәйең бесәндән ҡайтҡанда еләктең иң эреләрен дегәнәк япрағына тиреп, һиңә алып ҡайтып ашата ине. Уны ла оноттоңмо?
Мин уйға ҡалдым, күҙ алдымдан төрлө күренештәр үтте...
...Әллә бал яратҡанға, дегәнәк сәскә атҡанды айырыуса түҙемһеҙлек менән көтә инем мин. Әллә ни иҫ киткес матурлығы ла, тәмле еҫе лә юҡ уларҙың. “Дегәнәк сәскә атһа, бал бешә”, тип атайымдың әйткәне күңелгә һеңеп ҡалған да, әйҙә мин, йәбешкәк тумалсайҙарҙан күҙ алмай, ҡасан уларҙың ҡап уртаһында ғына көрән ҡыҙыл сәскә ишараты моронлар икән, тип ашҡынып көт тә йөрө! Атайым түмәр умарталарҙы асып, кәрәҙле бал алырға бик ашыҡмай: “Ҡорттар бал ташыйҙар әле, уларҙы эштән туҡтатырға ярамай” , — ти.
Бына көткән көн килеп етә. Атайым лапаҫ түбәһенә ҡыҫтырып ҡуйылған сөрөктө аласыҡтан төтәтеп алып сыға, әсәйем ҙур ағас ашлауҙы, баллы кәрәҙ ҡырҡа торған оҙон бысаҡты әҙерләп, мине дегәнәк япраҡтары өҙөп алып килергә ебәрә. Ҡапҡасты бик һаҡлыҡ менән генә асырҙан алда, атайым мин алып килгән япраҡтарҙы һәйбәтләп умарта төбөнә түшәй. Сөрөктән осҡон фәлән төшөп, ерҙәге ҡоро-һары тоҡанып китмәһен, бысаҡ осонан төшөп китә ҡалһа, бал тупраҡҡа буялмаһын тип, япраҡ түшәгәнде беләм, шуға күрә уларҙың иң яҫыларын, ҡарышлауыҡтар тишкеләп бөтмәгәнен алып киләм. Бал ҡорттарын зәңгәр төтөн менән өшкөтөп умарта эсенә ҡыуалаған атайым да япраҡтарҙың ҙурлығына аптырап ҡуя хатта.