Алайғыр

Беҙҙең мәктәптең спорт залында бик матур шкаф тора. Уның янынан үткән саҡта күңелеңдә ниндәйҙер рәхәтлек тояһың, йыйнағыраҡ булырға тырышаһың, күкрәгеңде алғараҡ сығараһың.
Ни өсөн тиһәң, был шкафта беҙҙең мәктәптең спорт командаларына районда, хатта республика ярыштарында еңгән өсөн бүләк итеп бирелгән кубоктар һаҡлана.
Минең үҙемдең был шкафтағы ҡәҙерле бүләктәргә ҡыҫылышым юҡ тиһәң дә ярай. Физкультура дәрестәренән насар алмаһам да, ярыштарҙа артыҡ ҡатнашҡаным юҡ.
Ләкин быйылғы Яңы йыл кисәһенән бирле минең өсөн дә иң ҡәҙерле, иң-иң матур шкафҡа әйләнде ул.

Ни өсөн тиһәң, унда, кубоктар янында, иҫ киткес шәп бер ат тора. Бына был атта минең ҡыҫылышым бар, исмаһам. “Ҡыҫылышым бар” тип, ауыҙ тултырып әйтһәм дә, һис бер шыттырмайым. Ни өсөн тиһәң...

Туҡта, был хаҡта баштан төшөп һөйләйем әле. Барыбер хәҙер уны мәктәптә лә барыһы белә.
...Сентябрь уртаһы инеме шунда, аҙағы инеме — асыҡ ҡына хәтерләмәйем, иллә-мәгәр көҙҙөң тып-тып, салт аяҙ көндәренең береһе ине.
Беҙҙең бишенсе “б” класы төштән һуң уҡый.
Бөтә колхоз тиерлек сөгөлдөр сығарырға киткән. Беҙҙең класс балалары ла, дәрес башланғылағансы, әҙерәк ярҙам булһын тип, баҫыуға сыҡҡан. Мин генә бармай ҡалдым. Ни өсөн тиһәң... Иртән әллә ни эшләп башым ауыртып, сөскөрөп, бышҡырып йөрөнөм. Әсәйем:
— Улым, күҙең дә бик тоноҡ ҡарай. Сирләп тораһың, ахыры. Йә, елдә йөрөп, ысынлап ауырып китерһең. Төшкә саҡлы ҡуҙғалмай ғына ятып тор. Баҫыуҙа уҡытыусығыҙҙы осратып әйтермен, — тине.
Шундай матур көндө ни йәнең менән түҙеп өйҙә ятаһың инде? Беренсе сменалар — мәктәпкә, беҙҙең кластыҡылар баҫыуға китеп бөткәнсе, тәҙрәнән шым ғына ҡарап ултырҙым да, урамға сыҡтым. Бер аҙ ары һуғылып, бире һуғылып йөрөнөм. Пожарный алдында ла, ат һарайҙары алдында ла артыҡ йыуаныр нәмә тапманым. Ауыл артына сәтләүеккә сыҡтым. Тәпәшәк кенә ҡыуаҡтарҙа берәм-һәрәм ҡалған сәтләүектәрҙе сүпләштерҙем. Бында ла күңел тиҙ хушланды — ауылға кире боролдом.
Ҡаңғырып йөрөп ята торғас, урамдың теге башында Ғәлләм исемле малай күҙгә салынды. Ул бишенсе “а” ла төшкә ҡәҙәре уҡый. Һөйөнөсөмдән аяҡтарым үҙҙәре үк уның янына алып китте. “Әһә, иптәш табылды!”
Мине күргәс, теге, танауын сәкәйтеп, мыҫҡыллап көлдө лә:
— Һин сөгөлдөргә барырға көрәк тапмағанһың, ахыры, — тине.
— Үҙеңде бел, һин дә дәрескә барырға ручкаңды тапмағанһың, ахыры.
Ғәлләм был юлы бәхәскә керешмәне. Миңә юғарынан ҡарап ҡына арҡама һуғып алды ла:
— Өҫтөнә баҫтың, комрад! Эҙләй, эҙләй күҙ тондо. Мәктәпкә ручкаһыҙ барыу эшме ни ул. Фронтҡа винтовкаһыҙ барыу кеүек була ул!
Шунда Ғәлләм тирә-яғыбыҙҙа бер кем дә булмаһа ла, бышылдабыраҡ һөйләүгә күсте.
— Кисә кис кенә беҙҙең мәктәпкә райондағы бөтә мәктәптәрҙең дә башлығы килеп төшкән. Ул бөгөн, моғайын, класҡа инеп ултырыр. Ә мин кисә дәрес әҙерләргә онотҡанмын да ҡуйғанмын. Уның алдында уҡытыусылар минән һорап ҡуйһа, бөттө баш. Шуны уйлап алғас, ручкам юғалды ла ҡуйҙы. Ярай, бер көн бармағандан донъя емерелмәҫ әле.
— Әйҙә, Алайғыр күленә барайыҡ! — тинем мин.
— Унда ни бар?
— Былай ғына.
— Алағайымға ни эшләйһең унда.
Мин күл буйына төштөм. Ғәлләм ауылға ҡарай китте.
Алайғыр исемле был кескәй генә йомро күл ауыл артында, тәрән соҡор төбөндә ята. Төбө бик йомшаҡ, батҡыл.
Шулай ҙа уның үҙенә күрә тарихы бар. Имеш, әүәле заманда был тәрән соҡор ҙа, уның төбөндәге күл дә булмаған. Уның урыны тип-тигеҙ булған. Имеш, берҙән-бер көндө йәшенле-яуынлы ҡойма ямғыр сыҡҡан; ҡара болоттар, ергә тейә яҙып, ҡот осҡос булып, дыу килеп йомарланышып, өйөрөлөп йөрөгән; күк күкрәгән, йәшен атҡан. Шул мәлдә болоттар араһынан иҫ киткес матур ала айғыр килеп сыҡҡан. Тап бына ошо урында айғырҙың аяғы ергә тейгән дә, ер убылып төшкән дә киткән. Ала айғыр ер аҫтына китеп юҡ булған. Уның урынына ошо күл барлыҡҡа килгән, имеш, тиҙәр. Был күлде шуға күрә Алайғыр күле тип атағандар икән.
Был ваҡиғаны һөйләгәндә, шулай тип тә өҫтәп ҡуялар: ул ала айғыр күл төбөндә үҙенә эйә булырлыҡ егеттең үҫеп еткәнен көтөп ята, имеш. Шул кеше бер мәл күл буйынан үтеп барғанда, айғыр кешнәп килеп сығыр ҙа, эйәһе булыр кеше алдына килеп, башын эйер, имеш, ти.
Бының буш нәмә, әкиәт икәнен дә беләбеҙ. Тик шуға ышанғы килә. Бөтә малайҙарҙың да шул айғырҙың, тик шул айғырҙың эйәһе булыу теләге күңелендә йәшәй.
Мин үҙем уйлаған нәмәмде тиҙ генә һөйләп бара торған малай түгел. Шулай ҙа: “Их, ала айғырҙың эйәһе булаһы ине!” — тип эсемдән генә әйтеп ҡуйғылайым.
Бына әле лә, Алайғыр күле янына килеп еткәс, яр башына баҫып бер аҙ ҡарап торҙом, бил ҡайышымды төҙәткеләнем. Йәнәһе, тып-тын ғына ятҡан күл алдында һәйбәтерәк, ыҫпайыраҡ булып күренергә тырышам.
Шулай икеләнә-шикләнә биреберәк кенә һыу ситенә барып ултырҙым, һыу өҫтөнә ҡарап, тағы уйға сумдым: “Их, әкиәт ысынға әйләнһен дә, тап ошо ваҡытта күл өҫтө уртаға ярылып китһен ине, ти. Унан, еҙ йүгәнен сылтыратып, көмөш эйәрен йылтыратып, ергә етеп торған оҙон ялдарын елпелдәтеп, стакан тояҡтарын тыпылдатып ала айғыр килеп сыҡһын ине. Килеп сыҡһын ине лә: “Бына, Зәки батыр, һинең тыуып-үҫеп еткәнде нисәмә йылдар буйы көтөп, ошо күл төбөндәге алтын аҙбарҙа зарығып яттым. Атлан миңә!..” тип, башын күкрәгемә һалһын ине... Мин ала айғырға менеп алыр ҙа ауылыбыҙ урамынан бер елдереп үтер инем, Әтәс Ғәлләм алдына барып, айғырҙы үрәпсетер инем. Шунан ил сигенә елдерер инем: “Буржуйҙар менән көрәш тамамланмаған әле, әйҙә һаҡлайыҡ илде!..”