Әсә һәм бала

Тыуған ауылыма ҡайтҡан һайын, мин ҡасандыр йәшләй генә белгән, уларҙың эшләп йөрөгәненә үҙем шаһит булған ҡарттарҙың бер-бер артлы үлә барғанын күрәм. Ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында ғына өлкән йәшкә еткән һуғыш ветерандары тормоштан туҙып, ерҙә эшләүҙән бөгөлөп үлә, көнөн-төнөн тигәндәй мал-тыуар ҡараған ҡатын-ҡыҙ, һалдат ҡатындары ҡырыла, ҡайһы саҡ уларҙың был үлеме ауыр тормоштан ҡотолоу ҙа һымаҡ — атай ҡәберенә барғанда мин зыяратта әле үлән дә ҡаплап өлгөрмәгән әллә күпме өр-яңы ҡалҡыулыҡ күрәм.

Быйыл япа-яңғыҙ, бөтәһе, шул иҫәптән берҙән-бер улы тарафынан да онотолған Сафия апай үлде. Уйлап ҡараһаң, йәштән үк ирҙәр эшенә егелгән, аслыҡты, һыуыҡты үткәргән һәм, әйтергә яраһа, үҙҙәренең һалдат ирҙәре менән кешелек донъяһының ҡан дошманын еңгән Рәсәй һалдаттарының береһенең үлеме ине был.
Иҫтә, ошо Сафия апай, йәки ир Сафия, уны ауылда шулай тип йөрөтәләр ине, миңә, маңҡа ғына малайға, шул йылдарын уҡ оло кеше булып күренә ине. Яңы ғына ирегән һалҡын бураҙна буйлап һабан тотоп бара, ялан аяҡ бара (ҡай саҡ йоҡа ғына ҡар яуып үткән саҡтар ҙа була), илай-илай, инәлә-ялбара, күтәртер хәлгә еткән колхоз аттарын ҡыуа; бригада ерҙәренә барыр өсөн Яйыҡ аша сығырға кәрәк, Сафия апай боҙло һыуға төшөп арбаны этә; орлоҡ игене тултырылған ауыр тоҡтарҙы ташығанын да, тишек-тошоҡ сарыҡтар кейеп, бәләкәй сана менән йылға аръяғынан сей ерек ташығанын да бик яҡшы хәтерләйем. Эйе, барыһы ла кисә генә булған кеүек.
Һуғыш ауырлығын ирҙәрҙән кәм күрмәгән ошо һалдаткалар, Рәсәйҙең тарихи ҡатындары, награда, бүләктәр, льготалар алып өйрәнмәгән, юбилей йылдарында ла уларға бүләк тәтемәй, улар иҫтәлегенә обелискылар ҙа ҡуйылмай. Улар үҙҙәренең йәшәйешенең ысын бейеклеген аңламайҙар, был хаҡта уйлана ла белмәйҙәр, көнкүрештәре лә бүтәндәрҙән әллә ни айырылмай, хөртөрәк булмаһа әле; колхоздың бәләкәй генә пенсияһына һәм һирәкләп бушҡа килтерелгән утынға ҡәнәғәт булып көн итәләр.
Быға тиклем ҡайтҡандарымда мин Сафия апайҙың гел генә үҙенең бәләкәй өйөнөң тәҙрәһенән ҡарап ултырғанын күрә торғайным. Быяла аша уның тәрән йыйырсыҡтар менән телгеләнгән һары йөҙө лә, күҙҙәренә үк төшөрөп ябынған бигүк таҙа булмаған аҡ яулығы күренер ине. Урам буйлап кем үтһә лә, кипкән ҡулын ҡаштары өҫтөнә ҡуя ла, тәҙрә быялаһына терәлеп тигәндәй, һуҡырая башлаған күҙҙәре менән ҡарап оҙатып ҡала. Ул улын көтә.
Юҡ, уның улы, берҙән-бер улы, һуғышта үлмәгән, һуғыштан һуң тыуған кеше, төрмәлә лә ултырмай, сит илгә лә сығып китмәгән. Ул күптән инде армияла хеҙмәт иткән, армиянан һуң вербовка менән әллә Төньяҡҡа, әллә Себергә сығып киткән дә кеше диңгеҙе эсенә сумған. Дөрөҫ, һирәкләп, биш, ете йылға бер ауылда күренә торғайны, ул саҡта инде Сафия апай үҙенең берҙән-бер байрам күлдәген кейә, сыбар кәшмир яулығын ябына ла, дермантин сумкаһын тотоп, магазинға йөрөй. Эсеп алғас, йомро күкрәгендә “Үләм, әммә газды кәметмәйем!” тип яҙылған татуировкаһы күренһен өсөн, нейлон күлдәген кендегенә тиклем ысҡындырған улы ауыл ҡыҙыра, тиҫтерҙәре менән осрашып, уларҙың ҡулын ҡыҫа, фильтрлы сигареттар менән һыйлай һәм, нимәлер эҙләгән кеше булып, бер кеҫәһенән икенсе кеҫәһенә аҡсалар төргәген күсереп һала, йәнәһе, күрегеҙ, бына минең аҡса ниндәй күп. Тиҫтерҙәрен, күрше ирҙәрҙе үҙҙәренә саҡырып эсерә, бөтһә, әсәһен яңынан араҡыға йүгертә. Иҫергәс, оҙон аҡсалары менән маҡтана, аҡса нимә ул, тфү, минең өсөн ул сүп, мең һумды күҙҙе лә йоммай кәрткә һалып уйнай алам, тип һөйләнә. Һәм ҡапыл, иҫерек йөҙөн етдиләндереп, әсәһенең өйө бик тә иҫкергәнлеге, яңыны һалырға кәрәклеге хаҡында һөйләргә керешә, иртәгә үк ағас белешергә сыға, транспорт килешә, оҫталар таба, хәйер, иң яҡшыһы, ауылда берәйһе өй һатмаймы икән, тип ныҡырға тотона. Һатыусы табылһа, яңыны һалғанға ҡарағанда тиҙерәк тә булыр ине. Көн артынан көн үтә, аҙналар үтә, ә үҙе китмәй эсә, яңы өй тураһында бөтөнләй онота, аҡса төргәге йоҡарғандан-йоҡара, һәм ниһайәт, бер көн һуҡыр тин дә ҡалмағас, юлға әсәһенең пенсия аҡсаһын ала ла йәнә юғала. Оҙаҡҡа юғала.
Бер ваҡыт ул ғаиләһе менән ҡайтып төштө. Йоп-йомро, ҡыҫҡа аяҡлы ҡатыны һәм ике малайы. Малайҙарының береһенә өс йәш, икенсеһенә — биш. Көньяҡҡа китеп барыуҙары икән, үтеп барышлай өс көнгә туҡтағандар. Килен кеше ҡәйнәһенә мыҫҡыллы-һауалы ҡараны, ә малайҙар оҙон күлдәкле сәйер генә ҡарсыҡ үҙҙәренең өләсәләре икәнлегенә һис ышана алманы. Балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә үҙ-ара тик русса ғына һөйләште. Балалар иһә башҡортса бөтөнләй аңламайҙар ине, әсәләре татар, аталары башҡорт булһа ла. Өләсәләре урыҫса бер һүҙ ҙә белмәй, ҡысҡырыбыраҡ өндәшһә, ейәндәре аңларҙар һымаҡ ине уға, шуға ла ул яратыу, иркәләү һүҙҙәрен тауышын күтәреберәк әйтте, ә ейәндәре уға бүре һымаҡ ҡараны һәм бер көн биш йәшлек ейәне тотто ла өләсәһенең йөҙөнә уйынсыҡ пистолеттан атты ла ебәрҙе — пластмасса пуля уның күҙенә саҡ теймәне. “Ниңә аттың?” — тигән һорауға малай: “Ә ниңә ул миңә ҡысҡыра?” — тип яуапланы.
Һуңғы тапҡыр улы бынан биш йыл элек ҡайтҡайны. Бер үҙе генә ҡайтҡайны. Ҡартайғайны, башы ла пеләшләнгәйне. Сафия апай хәҙер һыйыр ҙа, ҡаҙ ҙа, тауыҡ та тотмай ине инде, пенсияһына ғына йәшәп ята. Утынды колхоз килтереп бирә, күршеһе Шәйхелислам ҡатыны менән бысып, ярып ҡуя. Өйө шиңде, бер яҡҡа ҡыйшайып сүкте. Улы, әсәйҙең ғүмеренә ошо йорт етер, яңыһы менән булашып тормам инде, тип уйланы, ахыры, ул турала бүтән һүҙ ҡуҙғатманы. Тағы аҙна буйы эсте һәм китер алдынан күршеһе Шәйхелисламға йөҙ һум тотторҙо: “Әсәй үлеп-маҙар китһә, ерләрһең”. Шәйхелислам уның адресын һораны, теге-был булһа, телеграмма һуғырмын, тине, ҡунаҡ бер ҡағыҙ киҫәгенә адресын сыймаҡланы, әммә ҡайтырын-ҡайтмаҫын ныҡлы ғына әйтмәне.
Сафия шым ғына үлде. Күршеләре ҡәбер ҡаҙҙы, кипкән кәүҙәһен йыуып аҡ сепрәккә төрҙө, Шәйхелислам ҡалдырған адрес буйынса телеграмма бирҙе. Уны көттөләр, ике көн ҡарсыҡтың мәйете үҙ өйөндә ятты, көтөп ятты, әммә улы ҡайтманы.
Ә бит уның улы булмауы ла ихтимал ине. Юҡ, ул тыуҙы, законлы иренән тыуҙы, шулай ҙа малайҙың булмауы бар ине; эйе, икенсе кеше булыр, икенсе тарафта көн итер, икенсе атай, икенсе әсәй менән йәшәр һәм, бәлки, алыҫ башҡорт ауылында үҙенең ысын әсәһе йәшәүен башына ла килтермәҫ ине.
Сафия апайҙың ире Ғәзиз ағай, ҡырҡ бишенсе йылда икенсегә яраланып, өс ай госпиталдә ятҡандан һуң, ауылға ҡайтып төштө. Аяҡ-ҡулы иҫән, ә бына үпкәһенә немец снарядының цинклы ярсығы инеп ултырғайны. Ауыл ас һәм һуғыштан арыған, ә аслыҡтан йонсоған һалдаттың ҡанын туберкулез бациллалары тиҙ еңеп алды. Ул йүткерә, үпкәһен ҡаҡыра башланы. Ғәзиз ағай менән Сафия апай һуғышҡа тиклем үк өйләнешкәйнеләр, әммә балалары булманы, дөрөҫөрәге, тыуып торҙо, бәләкәй көйө үлеп торҙо. Ғөмүмән, балалар үлеме ул йылдарҙа ауылда ғәҙәти хәл ине. Һәм бына дүрт йыл айырылышып йәшәгәндән һуң, яңынан өйләнешкән йәштәр кеүек, улар йәнә бер бала яһаны. Аслыҡ булыуға, үлмәҫлек кенә туҡланып йәшәүгә ҡарамаҫтан, йәштәрҙең балалары таҙа булып тыуҙы. Бала биш айлыҡ булғас, Ғәзиз ағайҙы сереп бөтөп барған үпкәләре менән ҡалаға дауаханаға һалдылар. Ул өйөнә йылы, өмөтлө хаттар яҙҙы. Ҡатын-ҡыҙ йөрәге менән Сафия апай иренә ауыр икәнен аңланы һәм уның янына барып ҡайтырға ниәтләнде.
Уның бер ҡасан да ауылдан сыҡҡаны, район үҙәгенән дә алыҫыраҡ йөрөгәне юҡ, бер тапҡыр ҙа поезға ултырғаны булманы. Ҡатындар уның ниәтен һүндерергә тырышты, күкрәк балаһы менән ҡайҙа йөрөйһөң, харап ҡына булырһың бит, тинеләр. “Юҡ, барам!” — тине ул ҡаршы килеүселәргә. Йыйған әҙерәк аҡсаһы бар, ләкин йөрөгән кеше, ул ғына поезға етмәй тигәс, туғандарынан алып торҙо, идарала биш килограмм он яҙҙылар, табикмәк, ҡоймаҡ, кипкән алма менән пирог әҙерләне, бер литрлы банкаға май тултырҙы, ике тиҫтәгә яҡын йомортҡа бешерҙе лә арҡаһына киндер тоҡ аҫып, одеял ишаратына ураған балаһын ҡулына тотоп, юлға сыҡты. Күршеләр, мәрхүм Исламгәрәй ағай, Шәйхисламдың атаһы, һуғышта булған, үҙебеҙҙең, унан сит илдең ерҙәре буйлап атлап Эльбаға тиклем еткән кеше, нисек барырға икәнен өйрәтте. “Поездар төрлө яҡҡа йөрөй, тегеләй ҙә, былай ҙа, тегендә лә ҡала, бында ла ҡала, һин Өфө яғына киткәненә ултыр, поезға эләгер өсөн билет алырға кәрәк. Касса янына бар ҙа әйт: “Уфа” — аңларҙар. Поездар өс кенә минут туҡталып тора, өлгөрөргә тырыш. Һин былай ит. Берәй башҡорт янына бар, ул тирәлә беҙҙең халыҡ күп була торған, берәй ир кешегә өндәшһәң бигерәк тә яҡшы булыр, билет алырға, поезға ултырырға ярҙам ит әле, тиң. Аңлат, шулай, шулай, тиң. Барып етерһең, табырһың, бөтә ерҙә лә кеше, ҡурҡма, һораш...”