Әсмә

Хикәйәбеҙ башҡорт сәхрәләрендә вә башҡорттар йәшәгән шәһәрҙәрҙә булғаны өсөн, башҡорттар хаҡында бер-ике йөмлә яҙмаҡ кәрәк булыр.
Башҡорт исеменең тарихҡа билдәле булыуы Бағдад хәлифе Моҡтадир тарафынан Болғар дәүләтенә ебәрелгән илселектең былар араһынан үтеп киткәндәренән һуң булмыштыр.
Мәҙкүр һәйәтендә яҙып йөрөүсе Әхмәт Ибн Фаҙлан исемле кеше булып, Бағдадтан сығып ҡайтып индектәренә ҡәҙәр булған хәл-әхүәлен, күҙе илә күрмеш вә ишетмеш хәбәрҙәрҙе яҙып донъяға бөйөк бер һәдиә (бүләк) ҡалдырмыштыр.

Болғар төркиҙәренең, урыҫтар вә башҡорттар әхүәле хаҡында иң боронғо сығанаҡ ошо әҫәрҙер. Был әҫәр ғилем тарих ғашиҡтары өсөн ҡиммәтле бер йәдкәрҙер.
Мәҙкүр илсе һәйәте Хорезм мәмләкәтенән киләрәк, Болғар шәһәренә килеп кереүҙәре һижрә илә 310 сәнәнең ун икенсе мөхәррәм айы йәкшәмбе көн милади илә 922 сәнә европаларса майҙың ун икенсе көнөндә башҡорт сәхрәләренең йәннәт кеби (кеүек) гүзәл вә йәп-йәшел бер ваҡытында үтеп китмештер.

Ғәббәс мулла

Юғарыла исемдәре телгә алынған виләйәттәренең берендә бер мосолман ҡәрйәһе (ауылы) варҙыр. Был ҡәрйәлә аҙнаға бер мәртәбә олуғ баҙар улып, почта вә телеграмдар эшләмәктә һәр төрлө әшйә алынып, һатылмаҡталыр.
Ислам сауҙагәрҙәренең мәжмүғе улан был ауыл, яҙасаҡ хикәйәмеҙ өсөн беренсе лазим улдығындан, оҙон тәғриф итмәй вә исемене һөйләргә лә был ерҙә муафиҡ күрмәй, һүҙ яйҙары килдекендә, исеменең баш хәрефе улан ҡәрйә тиә ишара итәсәкмеҙ. «Б...» ҡәрйәһе мәшһүр бер ҡәрйә улдығы кеби, кәндеһендә (үҙендә) һәм исеме йыраҡ ерҙәргә китмеш мәғрүф бер имам бар ине. Ҡырҡ йәштәрендә булған был мулланың ғаиләһе (йәмәғәте) Ғәйшә исемле ҡатын илә Әсмә исемендә бер данә ҡыҙҙан ғибарәт ине. Ғәббәс мулланың (имамдың исемелер) башҡа балалары һәм улмыш иһә лә, йөмләһе вафат улып, яңғыҙ ошбу ҡыҙ донъяла йәшәмәктә ине. Ошбу сәбәптән, Әсмә был ғаилә эсендә иң һөйөклө бер йән ине.
Ғәббәс мулла йәшлегендә ғәйәт тә зирәк вә шат вә һәр нәмәгә һәүәҫле вә һәр шәй ҡулындан килер ки мөстәғит бер бала ине иһә лә, ҙан инелекдеке ҡәҙәр кәмаләт кәсеп итә алманығы хәлдә мәҙрәсәнән сығып имам булды...
Мәғлүмдер ки, донъяла бай балалары мал ҡәҙерен вә мөдәррис балалары ғилем ҡәҙерен лазим мәртәбә белмәҫтәр. Ләкин бының өсөн бәйлә балалар ғәйепле улмай, бәлки был шәйҙәрҙең хөрмәтене белерлек рәүеш үҙрә тәрбиә итә алмалыҡтары вә бәйлә тәрбиәләргә иғтибар итмәнектәре өсөн аталар ғәйепле улһалар кәрәк.
Ғәббәс мулла, әгәр ҙә кәндеһе кеби еңел фекерле, донъяға илтифатһыҙ бер ҡатынға туғыры килмеш улһа ине, ғүмерене ахмаҡтар ғәҙәте үҙрә сәфаһәт донъяларында кисермәк вә бөтә фамилияһының шәрәфәтенә дегет буяп, донъяһына вәдәғ (буйһоноу) итәсәк ине. Ләкин йәнабе илаһиның мәрхәмәте улараҡ, быға ғаҡыллы, тәквә диндар, жәсүр (батыр, ҡыйыу) мәрхәмәтле бер ҡатын мөйәссәр улды.
Ғәйшә абыстайҙың тәрбиәһе вә төн-көн улан ижтиһады сәбәбендән Ғәббәс мулла һәр бер яңы вә иҫке рисәләләрҙе, рус, төрки, ғәрәби йәриҙә вә мәжәлләрҙе уҡымаға һәм дә бөйөк бер ихлас вә хирес илә уҡымаға башланы. Әҙәби, фәнни рисәләләр һәм Ғәббәс мулланың холҡоно төҙәтмәк өсөн күп ярҙам итте. Моталәгә әйләмәктә улан китаптар әҙәм уғлы өсөн иң ҡеүәтле тәрбиәселәр инеке шөбһәһеҙҙер. Ошбу сәбәп өсөндөр ки, әхлаҡ ғөләмәһе күңел боҙмаға сәбәп уласаҡ хикәйә вә романдарҙы, хыял ғәләменә батырасаҡ әҫәрҙәрҙе моталәгә итмәктән нәһи әйл әмәктәләрҙер.
Ғәббәс мулла, белер өсөн ғәйрәтле улдығы кеби, белдектәре илә һәм ғәмәл ҡылыр ине. Вәғәздәрене йомшаҡ һөйләр, миҫалдарыны асыҡ күстәрер (күрһәтер), ислам ҡағиҙәләренә ғауам халҡына саф вә ап-асыҡ аңлатыр ине.
Ғәббәс мулланың дәхи бер олуғ эше булды. Ул иһә мәхәллә мәктәбе тәьсис итеп (төҙөп), бөтә ҡәрйәлә улан ислам балаларыны мәктәпкә йыйып тәғлим бирер вә монасип мөғәллимдәр насип итеп, анлар васитаһы илә тәғлим иттерер ине.
Ғәббәс мулла мәктәпте сарыф, ысулы йәҙидә илә уҡыттығы хәлдә ғәүәмдәргә бының исемене ишеттермәй, бәлки яңғыҙ ысулы йәҙидәнең файҙаһындан хәбәр бирмеш ине. Ләкин әгәр ҙә «ысулы йәҙидә» тиә зикер итмеш (телгә алған) улһа ла, мәхәллә тарафындан кенә һүҙ уласаҡ дәгел ине. Зирә, был ваҡыттар ысулы йәҙидәнең яңы майҙанға сыҡтығы ваҡыты булып, Ҡазан вә Ҡазан әтрафында улан бөйөк ғалимдарҙың ысулы йәҙидә хилафында улараҡ яҙмыш улан мөбәрәк әҫәрҙәре Ҡазан матбағаларындан сығып етмәмеш ине...
Ғәббәс мулла бай кемсә дәгел ине. Ләкин мәғишәтенә һоро ҡорт низамына ҡуймай, бәлки бал ҡорто ысулына бинаи әйләмеш, йәғни кәндеһе хәле еттеге ҡәҙәр иген иктерер вә ханәһене янында улан еттеге ҡәҙәр баҡсаһында Ғәйшә абыстай илә йәй көнөндә эшләрҙәр ине.
Ҡатыны илә берлектә рәхәт-рәхәт һөйләшеп, латифалар әйтешеп, тәрбиә әйләмеш баҡсаларының мәхсулы улараҡ сейә, ҡарағат, еләк кеби емештәрен һаттырып, яҡшы ғына аҡса кәсеп итерҙәр ине.
Халыҡ наҙланып тәбдил һауа вә истирәхәт һәм тәғтил (ирекле) ваҡыт тиә сәйәхәт итеп вә башҡорт сәхрәләрендә ҡымыҙ эсеп йөрөнөктәрендә, быларҙың истирәхәт вә тәбдил һауалары, ҡымыҙ вә сәйәхәттәре ошбу үҙҙәре янында улан баҡсаларыны эшләмәктән ғибәрәт ине. Ваҡиған (ысындан да) был ғәҙәттәре бынлар өсөн ҡымыҙ эсмәк вә сәйәхәт итмәктән күп мәртәбә бәндәләрҙең сәләмәтлектәренә вә күңелдәренең шат улмасына сәбәп улыр ине.
Ғәйшә абыстай әтрафына нисбәте илә шөһрәтле бер мөдәррис ҡыҙы улдығы хәлдә, ни өсөндөр мәхдүм вә мәхдүмәләр тәбиғәтенә тамам башҡа бер тәбиғәттә вә анлар ғәҙәтендән башҡа бер тәбиғәттә ине. Мәҫәлән, ғилемлек хөрмәтене белер, уҡыр һәм яҙыр, иркәлек нәдер (ниҙер) белмәҫ, тәкәбберлекте күңеленә килтермәҫ, кешенән асла көлмәҫ ине.
...Ғәйшә абыстай әгәр ҙә дәүләтле кемсә ҡыҙы улһа ине, Ғәббәс муллаға дәгел, бәлки уның хәлфәләренә йәр уласаҡ ине. Ләкин дәүләтһеҙ улдығындан мәҙкүргә йәр улды вә бер байғура балаһына әсир төшмәкдекендән шатланып, Ғәббәс мулланың холҡона тәрбиә итергә шөруғ итте һәм муафиҡ та улды.
Ирҙәрҙең һиммәте «урындарындан тауҙарҙы күсерер» тиерҙәр. Ләкин ҡатындарҙың һиммәте бындан дәхи бәләндтер (артыҡ, бөйөк). Зирә, анларҙың һиммәттәре арыҫландарҙан ғәйрәтле ирҙәрҙе кәнде фармандары аҫтында тоторҙар. Эстәһәләр, һис тәрбиә ҡабул, итмәгән ирҙәрҙе тәрбиәле бер ир итмәгә муафиҡ улырҙар. Ирҙәр һәр ваҡытта ҡатындар теләгәнсә улырҙар.