Ғәләмшә бурылы

Мал эйәһенә оҡшай, тиҙәр. Дөрөҫ түгел икән. Бына Ғәләмшә әбейҙең бурылын уның үҙенә сағыштырып ҡара! Улар араһында бер төрлө лә уртаҡлыҡ юҡ. Ғәләмшә әбей бер төрлө, бурыл икенсе төрлө. Ғәләмшә әбей бурылдың эйәһе.
Бурыл уҫал.
Ғәләмшә әбей йыуаш.
Бурыл ялҡау.
Ғәләмшә әбей егәрле.
Бурыл һимеҙ.
Ғәләмшә әбей ябыҡ.

Бурылдың уҫал булыуы Ғәләмшә әбейҙең йыуаш булыуынан килә. Сөнки ул Ғәләмшә әбейҙән ҡурҡмай, үҙе теләгәнен эшләп тик йөрөй. Ғәләмшә әбей уны туҡмамай. Ниңә туҡмаһын, ул — уның берҙән-бер аты. Үҙ ғүмерендә күргән бер ат ул.
Ире һары менән өс йыл ауырыны. Унан, ҡара һарыға әйләнеп, ярты йыл йөрөнө лә үлеп китте. Ул үлеп киткәндә, бурыл тай ғына ине. Тай булғанға күрә, Ғәләмшә әбей уны иркәләп үҫтерҙе. Бына ат булыр ҙа улыма ярҙамсы булыр, беҙгә мал табышыр, тип уйланы. Улы уның өсөн ҡырҙан үләндәр алып ҡайта, баҫыуҙан һоло башаҡтары йыя, ҡайһы саҡта йомшаҡ үләндәрҙе көрпә менән бутап бирә торғайны. Бурыл ярлы ғаиләгә килеп инһә лә — иркә үҫте. Бик йәштән кешеләр тирәһендә әйләнгәнгә, уларҙан ҡурҡмай. Алғы яҡтан килһәләр, тешләй, артҡы яҡтан килһәләр, тибә, эргәһенән килһәләр, йә әйләнеп тибә, йә әйләнеп тешләй.
Бәләкәй хужалыҡтың эше лә бәләкәй була. Уның ҡыр тулы ашлығы, аҙбар тулы тиҙәге, бура тулы бойҙайы булмағас, бурылға ла артыҡ эш юҡ. Ғәләмшә әбейҙәр ҡыйығынан бер генә мөрйә сыға. Улар бер генә мейес яғалар. Ә бер генә мейес яҡҡас, утын да аҙ кәрәк булыуы билдәле. Бөтә ташыу бурыл өҫтөнә төшә торған булһа, ул да ҙур түгел. Шуның өҫтөнә тырыш Ғәләмшә йәй буйына тиҙәктәр йыйнап килтерә. Уларҙан утын яһай.
Ғәләмшә әбей олоғайып бара. Шуның өҫтөнә уның һаулығы ла ҡәнәғәтләнерлек түгел. Арҡалары йылы өйҙә лә өшөп тора. Улы йәш әле, ул да артыҡ ҙур эштәргә ярамай.
Шулай булһа ла, бурылды егеп әллә ҡайҙа алыҫ ерҙәргә китмәйҙәр. Күп тигәндә тирмәнгә баралар.
Бына ошо шарттар бурылды ялҡау, сығынсы, тиҫкәре һәм уҫал итеп етештерҙе.
Яһалғандан бирле дегет төҫө күрмәгән тәгәрмәс аҡрын ғына, бүлеп-бүлеп кенә шығырҙап килә лә ҡапыл әсе итеп һыҙғырып ебәрә. «Атлайыммы икән, юҡмы икән?» тип һәлпәңләп барған бурылға был етә ҡала. Ул аҡрын ғына, хәле бөткән туп кеүек кенә, барып туҡтай. Ҡапыл ғына туҡтарға ул ялҡаулана. Унан һуҙып ҡына артҡа ҡарай. Ҡабыҡтарҙан ғына әтмәләп яһалған иҫке арбала Ғәләмшә менән улы Әхмәтдин ултыра. Улар ҙа бурыл холҡона өйрәнгәндәр. Бурылдың туҡтап алыуы улар өсөн көтөлмәгән бер ваҡиға түгел. Уға ҡапыл асыуланып ҡысҡырырға ла, шунда уҡ шапылдатып һуғырға ла ярамай. Улай итһәң, ҡойроғон ике яҡҡа ғына бутаясаҡ та, әгәр ҙә ялҡауланмаһа, күсәргә шарт иттереп бер тибеп ҡуясаҡ. Унан тик тора. Бар һин уның менән талаш, бар һин уның менән судлаш! Ғәләмшә ҡортҡа уның холҡон белгәнгә күрә:
— На, на, бурыл! Нимә холоҡһоҙланаһың, на, бурыл!— тип ялына башлай. Бурыл аҡрын ғына алғы аяҡтарын ерҙән өс кенә ҡарыш күтәреп атлай башлай һәм ялҡауы килгәнсе бара бирә.
Улар урманға етәләр. Бурыл кешеләргә бик асыуланһа ла, урман күгәүендәренә артыҡ иҫе китмәй — тик, ҡолаҡ һелкеп, унда-һанда ғына ҡойроҡ һуғып тороу ҡенән генә сикләнә. Ауыҙлыҡты ул үҙ ғүмерендә күргәне юҡ. Арҡалыҡ һәр ваҡыт төшөнкө була. Шуға күрә ул оҙонораҡ үләндәрҙең баштарынан эләктерә лә сәйнәй бирә.
Бурылдың тормошо тын. Бурылдың тормошо, Ғәләмшә ҡортҡа тормошо кеүек, борсоулы, йән әрнеткес түгел.