Милли мәғариф фажиғәһе

Яңы 2012—2013 уҡыу йылы мәғариф өлкәһендә күңелһеҙ хәлдәр менән башланды. Ауылдарҙа мәктәптәрҙең ябылыуы, ҡала мәктәптәрендә башҡорт теле сәғәттәренең ҡыҫҡартылыуы — быларҙың барыһы ла башҡорт халҡының тамырына балта сапты.

Күп уҡытыусылар эшһеҙ ҡалды, ата-әсәләргә лә балаларын уҡытыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сыҡты. Балаларҙы ҡышҡы һыуыҡта күрше ауылдарға йөрөтөп уҡытыу, уларҙа интернаттың булмауы үткән XX быуаттың 50-60-сы йылдарындағы Совет заманын хәтерләтә. Хәйер, ул осорҙа, әлеге ваҡытҡа ҡарағанда, балаларға дәйөм белем алыу күпкә уңайлыраҡ ине. Күрше ауылдарҙа интернаттар ҙа булды.

Мәктәптәрҙе ябыу, йәғни төп белем биреү мәктәптәрен башланғыс мәктәптәргә әйләндереү ҡапыл эшләнде. Күп уҡытыусылар, ата-әсәләр уҡыу йылы башланыр алдынан ғына ошо хаҡта хәбәрҙар булды. Айырыуса башҡорт райондарында күп мәктәптәр ҡыҫҡартылды һәм ябылды. Ҡайһы берҙәрендә, мәҫәлән, 7-8-селә уҡығандарҙы берләштереп, бер класс яһағандар. Ҡайһы бер урындарҙа мәктәптә балалар һаны 9 йыллыҡ мәктәп өсөн тулһа ла, уны башланғысҡа әйләндерергә маташҡандар.

Ә ҡалаларҙа күп кенә урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу сәғәттәре ҡыҫҡартылды. Мәғариф министрлығы йәмәғәтселеккә башҡорт теленең тейешле кимәлдә уҡытылыуы тураһында белдерһә лә, ысынбарлыҡта күп мәктәптәрҙә башҡорт теле сәғәттәрен ҡыҫҡарталар.

Башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, бөтә мәғариф учреждениеларында мәжбүри уҡытыуҙы Президент Р.З. Хәмитов та хупламаны. Ул был турала үҙ фекерен былтыр 2011 йылдың 12 июнендә белдергәйне, хәҙер ҙә юғары власть даирәләре чиновниктары алдында, башҡорт телен балалар үҙ ихтыяры менән өйрәнһен, ти. Уның шундай белдереү яһауы башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы мәғариф етәкселәренә, мәктәп директорҙарына уңайлы һылтау ғына булды.

Рәсәй телевидениеһы ла "Хәбәрҙәр" программаһында Башҡортостанды күрһәтеп, хәҙер республикала башҡорт телен, мәжбүри тел булараҡ уҡытмайҙар, тип тотош илгә белдерҙе. Бына ошондай хәлдәр башҡорт телен уҡытыуға айырыуса ҡала мәктәптәрендә ҙур ҡаршылыҡ тыуҙыра.

Шуға күрә 16 сентябрҙә башҡорт йәмәғәт ойошмалары башҡорт телен яҡлап пикет ойошторҙо. Был акция Салауат Юлаев майҙанында 18 сәғәт 30 минуттан алып 20 сәғәткә тиклем барҙы. Пикетҡа 200-гә яҡын кеше килде. Улар араһында студенттар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, пенсионерҙар бар ине.

Йәмәғәт ойошмаларынан "Аҡтамыр", "Күк бүре", "Туған тел", "Баш-лидер" берекмәләре ҡатнашты. Асыҡ сараның аҙағында Президент Р.З. Хәмитов исеменә яҙылған хат уҡылды.

Әле башҡорт йәмәғәт ойошмалары тарафынан Рәсәйҙең Мәғариф тураһындағы яңы Закон проектын тикшереү бара. Ул, Дәүләт Думаһы депутаттарының белдереүенсә, ошо йылдың 12-октябрендә ҡаралырға тейеш.

28 сентябрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты башҡорт йәмәғәт берекмәләре вәкилдәрен ошо мәсьәлә буйынса йыйып алды. Ултырышта "Аҡтамыр", "Күк бүре", "Аҡ тирмә" вәкилдәре ҡатнашты. Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Х.Х. Ишморатов алып барған ултырышта Б.Р. Күсәбаев, В.М. Бәҙретдинов, И.А. Агишев, Х.Х. Ишморатов закон проектының яҡшы яҡтары менән бергә етешһеҙлектәрен дә билдәләне.

Республикаларҙа, дәүләт теле булараҡ, исем биргән халыҡтың телдәрен мәжбүри уҡытыу кәрәклеге тураһында тәҡдим индерелде. Шулай уҡ был закон проектында федераль дәүләт мәғариф стандарты тәнҡит утына тотолдо. Уның урынына милли төбәк компоненты төшөнсәһен индереү кәрәклеге билдәләнде. Ултырыш аҙағында бөтә ошо тәҡдимдәрҙе йәмәғәт ойошмалары рәйестәренең ҡултамғалары менән Дәүләт Думаһына ебәреү тураһында ҡарар ителде.

Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА.