“Үтә аҡыллы ташбаштар” нисек “Шоңҡар”ҙы батыра?

          “Шоңҡар” журналының 7-се һанында сыҡҡан “Иҫке тырма, яңы баш» мәҡәләһен уҡығандан һуң, уның авторы “үтә аҡыллы ташбаш” позицияһын яҡлап сығыш яһағанын аңланым.

Мәҡәлә нимәнән ғибәрәт һуң? Мәскәүҙәге ҡышҡы һәм яҙғы ваҡиғаларға үҙенсә комментарий биреп, Мансур Ҡаҙаҡаев исемле йәш журналист ул ваҡиғаларға ҡарата үҙенең позицияһын формалаштырып ҡараған.

Башҡорт журналистарының Мәскәүҙәге “аҡ таҫма” хәрәкәтенә ҡарата ниндәйҙер мөнәсәбәт белдереүен күптән көттөм. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Шоңҡар” журналы белдергән позиция ҡоллоҡ психологияһының бер миҫалы ғына булып сыҡты.

 “Үтә аҡыллы” булғас, был позиция бер ҙә аныҡ түгел. Бер яҡтан, автор Мәскәүҙәге “бола” күтәреүселәрҙе яманлай, уларҙың идеологияһы һәм көслө лидерҙары юҡлығын тәнкитләй, уларҙы “буласаҡ енәйәттәрҙә” ғәйепләй. Икенсе яҡтан, Мәскәү “бунтарҙарының” файҙалы яғын да ҡарай. Ләкин мәҡәләнең һығымтаһы бигерәк мәғәнәһеҙ килеп сыҡҡан: автор фекере буйынса, власть менән оппозицияның маҡсаты – үҙҙәренең кеҫәләрен ҡалынайтыу. Шуға тик ултырайыҡ, стратегия төҙөп, шарттар барлап. Шул саҡта, бәлки, ваҡыт үтеп, яңы дөрөҫ йәмғиәт формалашыр, “тормоштағы быуындар алмашыныуы процесы сәбәпле, түрәләребеҙ ҙә үҙгәрәсәк”.

Ай-һай, «Шоңҡар»ыбыҙҙың ҡанатын киҫеп, “үтә аҡыллы ташбаштар” уны тәрәнгә батыра башламағанмы тип, уйлап ҡуйҙым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҡәлә авторы башындағы “үтә аҡыллылыҡ” бигерәк аяуһыҙ һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, йәш журналист бунтарҙар араһында «көслө лидер» булмауын тәнҡитләп, беҙгә … Сталин миҫалын килтерә. Мәҡәләнән өҙөк: «СССР дәүләтенә заманына сикһеҙ уңыш йылмайған: Сталин коммунизм идеяһын күтәреп алып, үҙенең власына дәғүә итә алыусыларҙың барыһын да юҡҡа сығарғандан һуң, илде ҡаты ҡулы аҫтында берләштереү менән булыша башлай». Был өҙөктө уҡып, «Шоңҡар» журналын алдырыу кәрәклегенә шикләнә башланым. Залимды маҡтап, уның миллионлаған ғәйепһеҙ кешеләрҙе юҡҡа сығарыуын хуплап, “Шоңҡарсылар” уҡыусыны ниндәйҙер аҡылһыҙ бер йән эйәһе итеп күрә, түгелме?

Һуңғы ваҡытта, телевизорҙан ташып торған алдау күп милләттәштәремдең баштарына һуҡҡан. Йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар төрлө ялған мәғлүмәт тулҡындарында йөҙөп, дөрөҫлөк табыуына өмөт юғалтып, «үтә аҡыллы ташбаштар»ға әйләнгән. Ләкин ысынында, уларҙың баштарында тәрән аҡыллылыҡ түгел, ә һис шикһеҙ, информацион “бутҡа” ҡайнай, тип уйлайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәскәү ваҡиғалары буйынса башҡорт журналистарының позицияһын сағылдырыу бурысы тап ошондай бешмәгән авторға бирелгән…

 

Ҡараташ