Bashqort.Com-да теркәл, сайтҡа ярҙам ит һәм 550 һумды кеҫәңә һал!

Яңыртыу: Конкурс һөҙөмтәләре.

marihka - 10569 мәрәй - 550 һум - күсерелде
Илһам Миһран улы - 7713 мәрәй - 300 һум - күсерелде
Рөстәм Нурыев - 157 мәрәй - 150 һум - күсерелде
Dinis40 - 109 мәрәй - 50 һум - яуап көтөлә
Tahir - 104 мәрәй - 50 һум - яуап көтөлә
Рәзил - 66 мәрәй - 50 һум - күсерелде

 

 

Bashqort.Com-дан яңы конкурс!

Сайтта теркәлегеҙ, ике ай эсендә иң күп мәрәй йыйыусы булығыҙ һәм 550 һумды кеҫәгеҙгә һалығыҙ!

Бүләктәр:

1-се урын: 1 ҡулланыусы - 550 һум,
2-се урын: 2 ҡулланыусы - 150-шәр һум,
3-се урын: 3 ҡулланыусы - 50-шәр һум
.

Конкурстың маҡсаты:

  • Сайт эстәлеген үҫтереү:
    • Яңы әҙәби әҫәрҙәр,
    • Яңы файлдар,
    • Яңы һылтанмалар өҫтәү;
  • Сайтты ҡараусылар һанын арттырыу;
  • Ҡулланыусыларҙың әүҙемлеген баһалау;

Конкурс ваҡыты:

01.11.2010 - 31.12.2010
Сайт 1-се ноябргә тиклем тест рәүешендә эшләп киләсәк. 01.11.2010 көнө бөтә ҡатнашыусыларҙың мәрәйҙәре тигеҙләнәсәк. 31.12.2010 көнөнән һуң мәрәй биреү туҡтатыласаҡ һәм еңеүсе билдәләнәсәк.

Бүләктәрҙе  тапшырыу ысулдары:

  • Яндекс.Деньги электрон янсығы аша.
  • Телефонға күсереү.

Башҡа электрон янсыҡтар аша алыу өсөн сайт хакимиәте менән бәйләнешкә инегеҙ.

Мәрәйҙәр:

Алдан билдәләнгән мәрәйҙәр автоматик рәүештә йәки раҫланғандан һуң өҫтәлеп барасаҡ.

Ниндәй ғәмәлдәр өсөн мәрәйҙәр өҫтәләсәк?

* Сайтта теркәлеү (бер тапҡыр).
Теркәлгән ҡулланыусыларға бер күләмдәге мәрәйҙәр махсус рәүештә бер тапҡыр өҫтәләсәк. + 50 мәрәй.

* Сайтҡа әҙәби әҫәр өҫтәү.
Әҫәрҙәр башҡорт телендә булырға һәм "Әҙәбиәт" бүлегендәге үҙенә тейешле категорияға өҫтәлергә тейеш. Мәҡәләләр өсөн мәрәй бирелмәй. Өҫтәлгән әҫәр өсөн мәрәй, хаким тарафынан тикшерелгәндән һәм раҫланғандан һуң бирелә. Ике ҡулланыусы бер үк әҫәрҙе өҫтәһә, тәүҙә әҫәрҙең тулы һәм хатаһыҙ булыуына, шунан һуң өҫтәлеү ваҡытына ҡарала. (Авторлыҡ хоҡуҡтары менән һаҡланған материалдар өҫтәү тыйыла. Бындай материалдар тәҡдим ителһә, авторҙан рөхсәт алынған йәки үҙегеҙ авторһығыҙ тип иҫәпләнәсәк). + 50 мәрәй.
Кәңәш: Тексты сайтҡа өҫтәр алдынан форматлауҙы таҙалағыҙ.

* Сайтҡа һылтанма өҫтәү.
Башҡортостаныбыҙға, милләтебеҙгә, телебеҙгә, тарихыбыҙға, йолаларыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, динебеҙгә һ.б. темаларға ҡағылышлы сайттарға булған һылтанмаларҙы өҫтәүегеҙ һорала. Сайтта кәмендә бер нисә бит башҡортса мәғлүмәт булырға тейеш. Һылтанма өҫтәгән ваҡытта ҡыҫҡа тасуирлама яҙыу кәрәк. Өҫтәлгән һылтанма, сайт хакимы тарафынан тикшерелгәндән һуң раҫлана йәки кире ҡағыла. + 10 мәрәй.

* Сайтҡа файл өҫтәү өсөн.
Башҡортостаныбыҙға, милләтебеҙгә, телебеҙгә, тарихыбыҙға, йолаларыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, динебеҙгә ҡағылышлы һәр төрлө файл. Файл күләме ҙур булһа һәм сайтҡа өҫтәп булмаһа, сайт хакимиәтене белдерегеҙ. (Авторлыҡ хоҡуҡтары менән һаҡланған материалдар өҫтәү тыйыла. Бындай материалдар тәҡдим ителһә, авторҙан рөхсәт алынған йәки үҙегеҙ авторһығыҙ тип иҫәпләнәсәк). + 40 мәрәй.

* Көндәлек танылыу өсөн.
Сайтҡа ингән һайын мәрәй бирелә. Көнөнә бер тапҡыр. + 2 мәрәй.

* Аватар өҫтәү өсөн, бер тапҡыр. + 5 мәрәй.

* Сайттағы хата, тәржемә ителмәгән яҙыу белдереү өсөн мәрәй.
Тикшерелгәндән һуң бирелә. Махсус рәүештә билдәләнә. 10 мәрәйҙән күп түгел.

* Сайтҡа бер ай инмәү. - 5 мәрәй.

 

Белдереп үтелгән ғәмәлдәрҙе үтәп булмаһа Бәйләнеш менюһы аша хәбәрегеҙҙе ебәрегеҙ.


Теркәлгән ҡулланыусы мөмкинселектәре:

  • Үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәттәрҙе мөхәррирләү,
  • Паролде үҙгәртеү,
  • Һылтанма өҫтәү,
  • Мәҡәлә өҫтәү,
  • Аватар ҡуйыу,
  • Мәрәй йыйыу буйынса һуңғы әүҙемлекте ҡарау,
  • Ҡатнашыусыларҙың мәрәйҙәрен ҡарау,
  • Эске почта аша хәбәрләшеү,
  • Файлдар өҫтәү,
  • Уйындарҙа йыйылған мәрәйҙәр һаҡланып бара.

 

Иҫкәрмәләр.
* Сайтҡа аудио һәм видео яҙмалар был конкурста ҡабул ителмәй. Киләһе конкурста ғына.
* Әҙәби әҫәрҙәр өҫтәгән ваҡытта бүлекте һәм категорияны мотлаҡ рәүештә һайлағыҙ. Бүлекһеҙ һәм категорияһыҙ әҫәрҙәр ҡабул ителмәй.
* Текстар хатаһыҙ булырға тейеш. Бик күп хаталы әҫәрҙәр ҡабул ителмәй.
* Мәрәйҙәр тигеҙ булһа, әҙәби әҫәр өҫтәүселәргә өҫтөнлөк биреләсәк. Шунан һуң ғына файл, һылтанма өҫтәүселәр һәм көндәлек инеүселәр буласаҡ.
* Админ ярышта ҡатнашмай. Өҫтәгән әҫәрҙәре өсөн мәрәй бирелмәй.
* Сайт хакимиәте үҙ ҡарамағына күрә шарттарҙы үҙгәртә ала.
* Конкурс тест рәүешендә үтәсәк, уңышлы тип табылған осраҡта ҡабаттан оҙонораҡ итеп үткәреләсәк һәм бүләктәр күпкә ҙур буласаҡ.
* Еңеүселәр һалымдар буйынса үҙҙәре яуаплы.