Тауыш биргәндә текстарҙы сағыштырыу өсөн үрнәк.

Palatino Linotype

Етмеш дүртенсе тәрбиә.
     Эй уғыл, мал табыуҙың юлдары бик күптер. Ниндәй генә юл булмаһын, малды хәләлдән табыу фарыздыр. Хәләлдән килгән мал - тотороҡло булалыр. Харам мал иһә әҙәмгә йоҡмайҙыр; тиҙ ҡулынан китер, яуаплылығы һәм ауырлыҡтары ғына һиңә ҡалыр. Әммә хәләлдән килгән малыңды һаҡлап тот, харам ергә сарыф итмә. Малды һаҡлау - малды табыу һәм йыйыуҙан ауырыраҡ. Һаҡлап тота белмәгәндәре сәбәпле ни ҡәҙәр байҙар малһыҙ ҡалдылар.

Microsoft Sans Serif

Туҡһан бишенсе тәрбиә.
      Даһи тағамды, эй уғыл, уң ҡулың менән аша. Ләкин ауыҙыңды тултырып ҡапма. Ваҡ-ваҡ сәйнәп аша, ашың һеңерлек булһын. Табынға ашты килтергәс, дәррәү ашарға ултыр, ашты көттөрмә. Даһи ашап туйғас, өҫтәлдән ашты алмаҫ борон тороп китмә. Йәнә, күберәк кеше килгән булып, бер генә кеше килмәгән булһа, бер кеше өсөн күп кешене көттөрмә.