Башҡортостан Республикаһы Президентына туған тел уҡытыусыларының АСЫҠ ХАТЫ

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!


Беҙ, уҡытыусылар – үҙебеҙ йәшәгән йәмғиәттең күҙе, ҡолағы, теле лә. Яҙмышыбыҙ туған телебеҙ менән бәйләнгән икән, уның яҙмышы, киләсәге өсөн ныҡ борсолабыҙ. Беҙҙе борсоған, уйландырған һорауҙар байтаҡ йыйылды. Билдәле булыуынса, бөгөнгө көндә иң осло торған киҫкен мәсьәләләрҙең береһе – туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, камиллаштырыу, донъя кимәленә күтәреү. Был туған тел уҡытыусыларының ғына түгел, үҙенең милләтен таныусы, халҡы яҙмышы өсөн борсолоусы һәр кешенең бурысылыр. Халыҡтың телгә булған мөхәббәтенә ҡарап, кешенең мәҙәни кимәленә генә түгел, бәлки, уның гражданлыҡ ҡиммәтенә баһа бирергә мөмкин.

Оло шәхесебеҙ Әхмәт-Зәки Вәлиди эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хаты”н яҙып, шундай аманат ҡалдырған: “Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә үҫентеһе ҡалһа ла, яңынан терелеп, бөтә баҡсаға таралыр”. Бөгөн баҡсабыҙҙа үҙенең тамырҙарын саҡ йәйә алған аҡтамыр тағы ҡороу ҡурҡынысы алдына килеп баҫҡас, беҙ, Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә эшләүсе туған тел уҡытыусылары, Һеҙгә, Башҡортостан Республикаһы Президентына, асыҡ хат менән мөрәжәғәт итергә мәжбүрбеҙ.

Һеҙҙең Президент булараҡ әйткән һүҙҙәрегеҙ туған тел уҡытыусыларында ҙур өмөт уятҡайны: “Бөгөн донъяла ике миллионға яҡын башҡорт йәшәй икән, башҡорт телен өйрәнергә һәм яҡларға кәрәк. Йәмғиәтте глобалләштереү шарттарында башҡорт теле рус теле яғынан да, инглиз теле яғынан да ныҡ баҫым кисерә. Ләкин һәр бер тел - донъя мәҙәниәтенең бер күрһәткесе, һәм улар яҡлауға мохтаж. Башҡорт телен ҡурсаларға, яҡларға, йәшәргә ярҙам итергә кәрәк”.

Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ закон тарафынан яҡланған. Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” законының 7-се статьяһына төҙәтмәләр индерелде, йәмғиәттә был аҙым башҡорт теленең дәүләт кимәлендә яҡланылыуы һәм ҡурсаланыуы, тип ҡабул ителде. 2006 йылдың 1 сентябренән башлап, республиканың бөтә мәктәптәрендә лә 1-се кластан 11-се класҡа тиклем башҡорт дәүләт теле уҡыу пландарына индерелде, мәктәптәр кадрҙар менән тәьмин ителде, милли-төбәк компоненты предметтарын уҡытыу буйынса директор урынбаҫарҙары штаттары булдырылды, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә программалар, дәреслектәр эшләнде. Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре өсөн башҡорт теле дәрестәре индерелде. Төрлө ойошмалар, администрация вәкилдәре, директорҙар, йәғни өлкән аудитория өсөн башҡорт теленән махсус курстар ойошторолдо. Күренеүенсә, ошо йылдар эсендә башҡорт дәүләт телен уҡытыу буйынса системалы һәм ойошҡанлы эш алып барылды.

Тик ни өсөн бөгөнгө көндә уҡытылыу процесы яйға һалынған ерҙән башҡорт һәм туған телдәрҙе уҡытыу буйынса шул тиклем ҙур һорауҙар һәм ҡаршылыҡтар тыуа? Бөгөнгө көндә беҙ нимә күрәбеҙ?

Балалар баҡсаларында башҡорт дәүләт теле индерелгән, уҡытылған ерҙән бөтөрөлдө. Әлбиттә, бер яҡтан аңлашыла ла кеүек, закон тарафынан балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү ҡаралмаған. Ләкин мәсьәләнең икенсе яғы ла бар, бала телде ни тиклем иртә өйрәнә башлай, шул тиклем был эш һөҙөмтәлерәк. Күрше Татарстан Республикаһында, мәҫәлән, балалар баҡсаларында дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса махсус программа әҙерләнгән. Бөтөнләй татар телен белмәгән тәрбиәселәр өсөн курстар асыу ҡаралған. Бәлки, законда ҡаралмаған тип ойошторолған процесты юҡҡа сығарғансы, киреһенсә, уҡытыуҙы законлаштырыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк булғандыр?!

Башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ мәктәптәрҙә уҡытылыуы йылдан-йыл ҡыҫҡарғандан-ҡыҫҡара бара. 2011-2012 уҡыу йылында юғары 10-11 кластарҙа дәүләт теле теләк буйынса уҡытыуға ҡалдырылды. Аңлашыла, юғары класс уҡыусыларына берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек кәрәк. Тик был әҙерлек ниңә башҡорт теле иҫәбенә башҡарылырға тейеш әле? Бәлки, рус телен уҡытыу кимәлен күтәреү тураһында уйланырға кәрәктер? Юғиһә, бөгөн мәғариф етәкселәре, ата-әсәләр, мәктәп коллективтары – барыһы өсөн дә берҙәм дәүләт имтиханы мәсьәләһе ажиотаж тыуҙыра. Беҙ балаларҙы берҙәм дәүләт имтиханы өсөн генә уҡытабыҙмы әллә юғары мәҙәниәтле, бер нисә тел белгән (шул иҫәптән республикабыҙҙың икенсе дәүләт телен дә), тормошта үҙ урынын таба алырҙай, йәмғиәткә файҙа килтерерҙәй шәхес әҙерләйбеҙме? Туған телдәр көндәлек тормошта аралашыу, үҙ мәҙәниәтеңде, халҡыңды таныу өсөн кәрәк.

Әлбиттә, мәғариф өлкәһендә барған етди үҙгәрештәр, шул иҫәптән яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу, мәктәптәрҙә уҡыу-уҡытыу процесына үҙ төҙәтмәләрен кертә. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан төшөрөлгән уҡыу пландарында Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт телдәрен өйрәнеү өсөн сәғәттәр ҡаралмаған. Билдәле булыуынса, үткән уҡыу йылында 1-се кластарҙа башҡорт дәүләт теле булманы. Ә быйылғы уҡыу йылында 1-се, 2-се кластарҙа юҡ. 2-се кластың уҡыу планының вариатив өлөшөндәге бер сәғәтте башҡорт дәүләт телен уҡытыуға бирергә булыр ине, тик етәкселәребеҙ араһында: “Уҡытырға кәрәк!” - тип әйтергә теләүселәр табылманы. Хатта үҙ инициативаһы менән башҡорт дәүләт телен уҡытырға индергән мәктәптәрҙең уҡыу пландарынан был предмет алдыртылды. Йыл һайын берешәр параллелдә башҡорт дәүләт теле юҡҡа сыға барһа, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү закон тарафынан ҡаралһа ла, ҡағыҙҙа ғына тороп ҡаласаҡ, тигән һүҙ.

2011 йылдың октябрь айында Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһында Халыҡ-ара төркиәт конференцияһы сиктәрендә туған телдәрҙе уҡытыу проблемалары буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолоп, унда Рәсәй Федерацияһы региондарында, атап әйткәндә Волга буйы милли республикаларында федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында милли-төбәк компоненты предметтарын уҡытыу мәсьәләләре ҡаралған. Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт телдәрен һаҡлап ҡалыу бер Башҡортостан Республикаһы өсөн генә түгел, бар региондар өсөн дә уртаҡ проблема булып тора. Әгәр яҡын арала ошо проблема федераль кимәлдә хәл ителмәһә, региондарҙың дәүләт телдәре уҡыу пландарынан юҡҡа сығасаҡ. Ә беҙҙә, Башҡортостан Республикаһында, дәүләт кимәлендә башҡорт дәүләт теленең статусын яҡлау буйынса конкрет нимәләр эшләнә?

Быйылғы республика август кәңәшмәһендә һеҙҙең сығышығыҙҙа яңғыраған: “… эффектив булмаған сығымдарҙы 20%-ҡа кәметеү” тигән ҡәтғи һүҙҙәр күп етәкселәр тарафынан иң беренсе туған тел уҡытыусыларын, башҡорт телдәрен кәметеү, хатта тамырынан ҡырҡыу тип аңланды. Шулай булмаһа, ҙур ауырлыҡтар менән индерелгән милли-төбәк компоненты предметтарын уҡытыу буйынса директор урынбаҫарҙары ставкаларын бөтөрөлөүен нисек аңларға? Әлбиттә, сығымдарҙы экономиялау, оптималләштереү процесы көн талабы икәне аңлашыла. Ләкин оптималләштерелергә тейешле директор урынбаҫарҙарына тик туған телдәр генә индереләме ни?

Ә бит был директор урынбаҫарҙары тап рус менталитетлы, рус мөхитле мәктәптәрҙә милли-төбәк компоненты предметтарын уҡытыу мәсьәләләрен хәл итә ине. Уларҙың эше һис тә ҡағыҙ яҙып ҡына ултырыу түгел. Ошо йылдар эсендә тап туған телдәр буйынса директор урынбаҫарҙары арҡаһында ғына шундай ҙур һорауҙар тыуҙырған туған телдәрҙе, милли-төбәк компоненты предметтарын уҡытыу процесы ойошторолдо, беҙҙең уҡытыусыларҙың хоҡуҡтары яҡланды, ата-әсәләр, уҡыусылар менән ҙур эш алып барылды. Кисәге уҡытыусыларҙан бөгөн директор урынбаҫары яһау, уларҙың педагогик, методик, хатта психологик яҡтан әҙерлеген күтәреү өҫтөндә ҙур эш башҡарылды. Өфө мәктәптәрендә эшләүсе туған телдәр буйынса директор урынбаҫарҙары араһынан ошо йылдар эсендә директорҙың беренсе урынбаҫарҙары, мәктәп директорҙары, мәғариф бүлектәре, дәүләт структуралары белгестәре итеп тәғәйенләнгән кадрҙар әҙерләнде.

Башҡорт дәүләт телен өйрәнгәндә телде белеү кимәленә ҡарап, класс ике төркөмгә бүленеп уҡый. Әгәр эффектив булмаған сығымдар тип кластарҙы икегә төркөмләү ҙә булмаһа, уҡытыуҙың сифатын нисек яҡшыртырға? Ҡала мөхитендә русса уҡып, фекерләүе рус телендә формалашып, рус телендә аралашҡан балаларға 1-2 сәғәт эсендә генә улар өсөн сит тел булған башҡорт телен үҙләштереүе еңелдән түгел, хатта бик ауыр процесс. Башҡорт теле менән йыш ҡына сағыштырырға яратҡан инглиз теленең дә практик рәүештә был сәғәттәр күләме эсендә үҙләштерелеүе бик икеле. Ә сит телдәрҙе өйрәнгәндә кластар икегә генә түгел, балалар һанына ҡарап, өскә лә бүленә. Республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу милләт балалары уҡыуын, был уҡыусыларҙың башҡорт телен белеү кимәлен төрлө булыуын иҫәпкә алырға кәрәктер бит? Әгәр бөгөн эффектив булмаған сығымдарға иң беренсе туған телдәрҙе индерәләр икән, беҙ эшебеҙҙән ниндәй һөҙөмтә көтә алабыҙ? Ни өсөн туған телебеҙ шул арала эффектив булмаған предмет булып сыҡты әле? Телдәр өйрәнеүҙе рухиәт күрһәткесе тип түгел, матди ҡиммәттәр бизмәненә һалыу дөрөҫ йүнәлешме?

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы туған телдәр уҡыу пландарының бер вариантында мотлаҡ уҡытылырға тейешле предметтар исемлегенә индерелгән. Мәғариф министры ла был хаҡта үҙенең интервьюларында йыш ҡабатланы. Ысынлап та, Рәсәй кимәлендә Рәсәй халыҡтарының (ә улар перепись мәғлүмәттәренә ҡарағанда 20%-тан да кәм түгел) туған телдәр яңы быуын федераль дәүләт белем биреү стандарттарында һаҡланған, телдәрҙе өйрәнеү ҡаралған, уларҙың хоҡуғы яҡланған. Тимәк, яңы стандарттарҙы тормошҡа ашырыу шарттарында ла туған телдәр федераль предметтар менән бер рәттән өйрәнелергә тейеш.

Тик барыһы ла әлеге ҡағыҙҙа ғына матур яҙылған булып сыға. Уҡытыу процесы рус телендә ойошторолған мәктәп етәкселәре (ә улар республикабыҙҙа күпселекте тәшкил итә) “еңел” юлдан йөрөргә ярата. Улар тарафынан уҡыусыларҙың туған телен өйрәнеү хоҡуғы боҙола. Уҡыу пландарының беренсе варианты “һайлана”, сөнки туған телдәр өйрәнеү беренсе вариантта ҡаралмаған. Ә “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында”, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” закондарҙы, белеүебеҙсә, берәү ҙә юҡҡа сығармаған. Туған телдәргә бит башҡорт теле генә түгел, республикабыҙҙа йәшәүсе йөҙҙән ашыу халыҡтың телдәре лә инә. Ошо закондарға таянып, республикабыҙ мәктәптәрендә 14 туған тел өйрәнелә, 6 телдә уҡытыу-тәрбиә эштәре ойошторола. Мәғариф етәкселәре иң беренсе Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы закондарын белергә, үтәргә һәм бының өсөн шарттар тыуҙырырға бурыслы.

Ысынында иһә туған телдәр уҡыу пландарының вариатив өлөшөндә ҡалдырыла, федераль компоненттан мәктәп компонентына индерелә. Туған телдәребеҙ тағы “закондан тыш” булып сыға. Бер яҡтан, әлбиттә, туған телдәр “һаҡлана”. Миҙалдың икенсе яғы ҡатмарлыраҡ, сөнки туған телдәрҙең статусы үҙгәрә, федераль предмет түгел, ә тағы ла милли-төбәк компоненты ғына, хатта мәктәп компоненты. Мәктәп компонентындағы сәғәттәр бөгөн туған телдәргә бирелә, иртәгә – икенсе предметтарға… Киләһе уҡыу йылында был предметтарҙы бик тиҙ “онотасаҡтар”. Тағы ла бер проблема: мәктәп компонентына индерелгән сәғәттәр биш көнлөк уҡыу аҙнаһына һыймай, тағы ла “кәрәкмәгән” булып сыға, сөнки аҡса һанаусы етәкселәребеҙ алты көнлөк эш аҙнаһы урынына биш көнлөккә күсеп, сығымдарын экономиялау менән мәшғүл. Алты көнлөк уҡыу аҙнаһы режимында эшләгән мәктәптәрҙә йыш ҡына туған телдәр дәрестәр теҙмәһендә аҙнаның шәмбе көнөнә ҡуйыла, хатта класс етәкселәре бер ҙә тартынмайынса ата-әсәләргә шәмбе көндө уҡыу шул туған телдәр арҡаһында, тип утҡа май өҫтәйҙәр. Ата-әсәләр, йәмғиәтте тағы ла матур ғына итеп, туған телдәргә ҡаршы ҡуйыу процесы башлана.

Һөҙөмтәлә беҙ туған телдәрҙең бөтөнләй уҡыу пландарынан юҡҡа сыға барыуын, ата-әсәләрҙең һәм уҡыусыларҙың ризаһыҙлығын, туған телдәргә ҡаршы алып барылған аңлы сәйәсәтте һәм тағы бер тапҡыр үҙенең тыуған республикаһында, меңәр йыллыҡ тарихы булған тыуған ерендә йәшәп тә, “кәрәкмәгән”, хоҡуҡтары яҡланмаған уҡытыусыларыбыҙҙы күрәбеҙ… Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телдәрҙе уҡытыу тик туған тел уҡытыусыларына ғына кәрәк булып сыға, һәр хәлдә ситуация шулай махсус рәүештә күҙ алдына баҫтырыла.

Һуңғы ваҡытта башҡорт теле тирәһендә хәбәрҙәр ҡуйыртыла, негатив мәғлүмәт көсәйә, быныһы күптән сер түгел. Йәмғиәтебеҙҙең ҡайһы бер маңҡорт вәкилдәре туҡтауһыҙ интернет, матбуғат аша башҡорт телен өйрәнеүҙе урынлы-урынһыҙ тәнҡитләй, башҡорт теле уҡытыусыһының абруйын тапай, телебеҙҙең статусын бөтөрөү менән мәшғүл. Бындай мәғлүмәттәрҙе йәне, йөрәге булған кеше тыныс ҡына ҡабул итә алмайҙыр. Күбеһенең дөрөҫлөккә тап килмәүе, телебеҙгә, милләтебеҙгә ҡара яғыуы йөрәкте әрнетә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы беҙ уҡытҡан уҡыусыларыбыҙ ҙа күреп аптырай, икеләнә, һорауҙар бирә. Уҡыусыларҙың теләктәренә килгәндә инде, һәр класта утыҙ баланың берәү-икәүһе «Нимәгә кәрәк?» тип һорау бирергә мөмкин. Беренсенән, был уҡыусыға башҡорт теле генә түгел, башҡа предметтар ҙа кәрәкмәй, икенсенән, ғаиләлә, тимәк, шундай һөйләшеүҙәр булып тора.

Динә Талхинаның “Мин – аҡтамыр” тигән шиғыры бар. “Икһеҙ-сикһеҙ яу ғазабын күргән халыҡтың ғына вәкиле үҙен аҡтамырға тиңләй алалыр, аҡтамыр менән ғорурланырға хаҡлылыр. “Мин – һаҡ тамыр” тигән һүҙҙәрҙә үҙ азатлығы өсөн яуҙар сабып, аҙаҡтан йәбер-золом кисергән халыҡтың психологияһы ята. Меңәр йыллап иҫәпләнгән шаңлы тарихы булып та, үҙенең милли асылын, телен юғалта барған, сит ҡәүемдәр араһында саманан тыш һаҡ булырға күнегеп барған халыҡтың аяныслы психологияһы ул”, - ти ғалим Рафаэль Аҙнағолов.

Беҙҙең уҡытыусылар ҙа бигерәк һаҡ булырға “күнекте”, уларҙың менталитеты, психологияһы, төрлө ҡаршылыҡтар уға үҙ һүҙен әйтергә, үҙ фекерен яҡларға ҡамасаулай. Ә проблема өндәшмәй ултырғандан ғына хәл ителмәй, ә, киреһенсә, ҡабарғандан-ҡабара ғына. Башҡортостандың аҫаба халҡы үҙ республикаһында шундай бахыр, меҫкен халыҡҡа әйләндеме ни? Ә был мәсьәлә ябайҙарҙан түгел, киләсәктә шартлар көскә эйә. Халыҡ үҙен-үҙе һаҡламаһа, заман, дәүер шауҡымы уны тапарға, юҡҡа сығарырға ла мөмкин. Швецов, Некрасова, Серегина кеүектәрҙең һүҙҙәренә ҡарап, төрлө никтар аҫтында йәшеренеп, республиканың рус булмаған халыҡтарына ҡарата бысраҡ өйөүселәр арҡаһында туған тел уҡытыусылары, тотош халыҡ яфаланырға тейеш түгелдер бит?! Башҡорт теле, туған тел уҡытыусыһына нигеҙһеҙ бысраҡ яғыуға ҡасан нөктә ҡуйылыр? Дәүләт тарафынан уҡытыусыларҙың абруйы ҡасан тейешенсә яҡланыр?

2011 йылғы республика август кәңәшмәһендә беренсе тапҡыр шундай юғары кимәлдә туған телдәрҙе уҡытыу буйынса проблемаларға иғтибар бирелде, уҡытыу сифаты буйынса тәнҡит һүҙҙәре әйтелде. “Туған телдәрҙе элеккесә уҡытыуҙы дауам итеү уның сифатын түбәнәйтә, телдең конкуренцияға һәләтлеге юғала. Уҡытыу методикаһын үҙгәртеү кәрәк,”- тип белдереүегеҙ күптәрҙе уйландырҙы. Һеҙҙең тарафтан башҡорт телен уҡытыу буйынса методиканы яңыртыу бурысы ҡуйылды. Мәғариф Министрлығы был йәһәттән ғалимдар, методистар һәм уҡытыусыларҙан торған ижади төркөмдөң эшен ойошторҙо. Өфө ҡалаһының башҡорт теле уҡытыусылары һәм методистары ла үҙҙәренең фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе.

Башҡорт телен дәүләт теле итеп уҡытыу тәжрибәһенә 6 йыл. Ошо йылдар эсендә һәр уҡытыусының үҙенең методикаһы, үҙ тәжрибәһе барлыҡҡа килде. 2012 йылда эшләп йөрөгән уҡытыусыны 2006 йылдағы менән сағыштырып булмай, әлбиттә. Уҡытыусыларҙың профессиональ оҫталығы кимәленә ҡарата һуңғы ваҡытта айырыуса ҡуйыртылған хәбәрҙәр менән тулыһынса килешеп булмай. Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә туған тел уҡытыусыһынан да күберәк эшләгән уҡытыусы юҡ, тип әйтһәң дә хата булмаҫ.

Уҡытыусылар үҙҙәренең профессиональ квалификацияһын һәм оҫталығын күтәреү өҫтөндә даими эш алып бара, бар конкурстарҙа, конференцияларҙа актив ҡатнаша, юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Өфө ҡалаһында һуңғы 8 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, 5 йылда “Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурстарында йөҙҙән ашыу уҡытыусы ҡатнашты, республика, Рәсәй кимәлендә еңеүсе булған уҡытыусыларыбыҙ һаны арта. Мәҫәлән, туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй мастер-класында Өфө ҡалаһының башҡорт теле уҡытыусылары Фәхрисламова Гүзәл Иштимер ҡыҙы (156-сы мәктәп), Мөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы (141-се мәктәп), Толомбаева Эльза Юрис ҡыҙы (35-се мәктәп), татар теле уҡытыусыһы Насырова Ләйсән Өлфәт ҡыҙы (65-се Татар гимназияһы) туған тел уҡытыусыһының намыҫын яҡлап, призлы урындар яуланы. Бындай кимәлдәге уңыштарға Өфөнөң башҡа предмет уҡытыусылары әлегә ирешә алғаны юҡ. Беҙ бындай уҡытыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Ошо йылдар эсендә Рәсәй Федерацияһы Президентының “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты грантын Өфө ҡалаһының 18 башҡорт теле, 4 татар теле, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан тапшырылған “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” республика грантын 17 башҡорт теле, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығының “Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм туған телдәрен үҫтереүҙәге хеҙмәте өсөн” премияһын 31 башҡорт теле, 8 татар теле уҡытыусыһы яуланы.

Өфө ҡалаһы уҡытыусылары “Уҡытыусы-мастер”, “Эҙләнеүсе педагог” профессиональ конкурсында ла әүҙем ҡатнаша, был педагогик званиеға эйә булған уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһе мастер-кластарҙа, педагогик тикшеренеү эштәрендә яҡтыртыла. Был конкурстарҙа еңеүселәрҙең өстән бер өлөшө – туған тел уҡытыусылары. Һуңғы биш йыл эсендә барлығы 18 туған тел уҡытыусыһы «Уҡытыусы-мастер», 16 уҡытыусы «Эҙләнеүсе педагог» булып танылды. Эҙләнеүсе педагогтар араһында кандидатлыҡ диссертациялары яҡлаусылар ҙа арта: Алламоратова Р.М., (39-сы гимназия); Кәримова Ә.Р., (“Берҙәмлек” лицейы); Иҫәнғолова С.С., (97-се урта мәктәп).

Уҡытыусылар тарафынан күп тапҡырҙар ҡала мөхите шарттарында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе башҡорт булмаған уҡыусылар контингенты өсөн дәреслектәрҙең йөкмәткеһен яңыртыу, заман талаптарына яҡынлаштырыу, сит телдәрҙе уҡытыу методикаһына нигеҙләү мәсьәләләре күтәрелде. Тик уҡытыусы үҙе дәреслек яҙа алмай тигән ҡалыплашҡан фекерҙе үҙгәртеүе бик еңел түгел. Әлбиттә, уҡытыусы үҙе генә дәреслеккә булған талаптарҙы атҡарып сыға алмай, ләкин был йәһәттән ғалим-методистарҙың, теоретиктарҙың практиктар менән бергә эшләүе, көн һайын үҙ эшендә был проблемалар менән осрашҡан, уларҙы үҙҙәренсә хәл итергә тырышҡан уҡытыусылар менән тығыҙыраҡ бәйләнештә булыуы шарт. Ниндәйҙер кимәлдә бындай эш тәжрибәһе беҙҙең уҡытыусыларҙа бар ҙа. Уҡытыусылар ғалимдар, методистар менән берлектә лә, үҙҙәре лә методик ҡулланмалар, дәреслектәр, электрон ҡулланмалар яҙалар. Мәҫәлән, 35-се урта мәктәп уҡытыусыһы Толомбаева Эльза Юрис ҡыҙы 2006 йылда сыҡҡан “Башҡорт теле. Интенсив курс” дәреслеге авторҙашы. 103-сө урта мәктәп уҡытыусыһы Әбделмәнова Әлфиә Вәкил ҡыҙы рус мәктәптәренең 5-6-сы кластары өсөн электрон дәреслек әҙерләне. 141-се урта мәктәп уҡытыусыһы Мортазина Фәүзиә Фәһим ҡыҙы 1-се класс өсөн вариатив дәреслек яҙҙы. 156-сы урта мәктәп уҡытыусыһы Кинйәбаева Нәфисә Наил ҡыҙы башланғыс кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслеге авторҙашы.

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы 2008 йылдан башлап башҡорт дәүләт теле буйынса 1-11 кластар өсөн программаға ярашлы фәнни-методик рекомендациялар әҙерләүсе ижади төркөмдәр эшләне. Өфө уҡытыусылары тарафынан ғалимдар менән берлектә һәр класс өсөн дәрес пландары, календарь-тематик план һәм контроль эш текстары эшләнде. Был эш тә үҙенә күрә Өфө уҡытыусыларының эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы булып торҙо.

Өфө уҡытыусылары башҡорт дәүләт телен, туған телдәрҙе пропагандалау, телдәрҙе популярлаштырыу, уҡыусыларҙы үҙ теленә, үҙ мәҙәниәтенә ылыҡтырыу буйынса бик ҙур эш башҡара. Йыл да олимпиадалар, уҡыусыларҙы фәнни-эҙләнеү эшенә йәлеп итеү буйынса Бәләкәй фәндәр академияһы, донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы, “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсы, башҡорт юморын үҫтереүсе “Шаяниум” КВН-ы, башҡорт милләтле уҡыусылар өсөн балалар ҡоролтайҙары, һәм башҡа бик күп төрлө саралар үткәреү матур традицияға әйләнде. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар өсөн телебеҙҙе пропагандалау өсөн үткәрелгән интернет-викториналар киң ҡатлам мәктәп уҡыусыларында башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй. Әйтергә кәрәк, тап Өфө уҡытыусылары инициативаһы менән тәүге тапҡыр башҡорт теленән дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе төрлө милләт балалары араһында олимпиада үткәрелде, унда 2500 уҡыусы ҡатнашты. Башҡорт телен өйрәнеүе ауыр, тип раҫлаусылар өсөн олимпиадала ҡатнашҡан рус, украин, сыуаш, немец, авар, мордва һәм башҡа бик күп төрлө милләтле уҡыусыларыбыҙ башҡорт теленән үҙҙәренең белемдәрен күрһәтә алды, ни өсөн башҡорт телен өйрәнеүҙәрен һөйләп бирҙе.

Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!

Һеҙҙең белдереүегеҙсә, “…дәүләт кимәлендә Рәсәй телдәре ҡурсалауға, яҡлауға мохтаж. Халыҡтар мәҙәниәтенең бер күрһәткесе булараҡ, туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуға ирешергә кәрәк”.

Ә беҙ, башҡорт теле, туған тел уҡытыусылары, Башҡортостан Республикаһы Президентының яҡлауына, ҡурсалауына мохтажбыҙ. Әгәр ҙә бөгөн беҙ мәктәптәрҙә туған телдәрҙе һаҡлап ҡала алмайбыҙ икән, әгәр ҙә бөгөн ҡайһы бер етәкселәр ситуациянан файҙаланып, һеҙҙең исемдән сығып, һеҙҙең ҡушыу буйынса тип туған телдәрҙе бөтөрә икән, ҙур хеҙмәт менән яуланған позицияларыбыҙ юғаласаҡ. Республикабыҙ мәктәптәрендә эшләүсе биш меңдән ашыу туған тел уҡытыусыһы оптимизация, глобализация һәм ҡайһы берәүҙәрҙең амбициялары арҡаһында эшһеҙ тороп ҡаласаҡ. Туған телдәрҙе уҡытыу сәйәси мәсьәләгә әйләнмәһен ине!

Башҡорт теле туған тел булараҡ та, республикабыҙҙың дәүләт теле булараҡ та тик үҙебеҙҙең тыуған илебеҙҙә – Башҡортостан Республикаһында йәшәргә хоҡуҡлы. Арҙаҡлы шәхесебеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйтһәк: “Халыҡтың үлемһеҙлеге – уның телендә. Иң ҙур байлығын – телен биргән халҡыбыҙ алдында һәр беребеҙҙең бурысы бар”.

Беҙҙең АСЫҠ ХАТыбыҙ һеҙҙең һәм йәмғиәтебеҙҙең иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ, проблемаларҙы хәл итеү юлдары эҙләнер, улар хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булыр, тип ышанғы килә.

Беҙҙең мөрәжәғәтебеҙгә республикабыҙҙың туған тел уҡытыусылары, йәмәғәт вәкилдәре, зыялыларыбыҙ ҙа ҡушылырҙар, үҙ фекерҙәрен өҫтәрҙәр, тип ышанабыҙ.


Оло үтенес менән башҡорт теле уҡытыусылары